Мишустин Михаил Владимирович

(Мишустин, Михаил Владимирович битенән йүнәлтелде)

 Ҡалып:ФИО

Михаил Владимирович Мишустин
рус. Михаил Владимирович Мишустин
Михаил Владимирович Мишустин
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры
Флаг
Флаг
 16 января 2020
Президент: Владимир Путин
Алдан килеүсе: Дмитрий Медведев
с 30 апреля по 19 мая 2020 обязанности исполнял Андрей Белоусов
Флаг
Флаг
Министрҙар Советы рәйесе — Союз дәүләтенең Юғары дәүләт советы ағзаһы

[1]

Флаг
Флаг
 16 ғинуар 2020
Алдан килеүсе: Дмитрий Медведев
Флаг
Флаг
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте
етәксеһе
Флаг
Флаг
6 апрель 2010 — 16 ғинуар 2020
Хөкүмәт башлығы: Владимир Путин
Дмитрий Медведев
Президент: Дмитрий Медведев
Владимир Путин
Алдан килеүсе: Михаил Мокрецов
Дауамсы: Даниил Егоров
 
Тыуған: 3 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (58 йәш)
Лобня, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Атаһы: Владимир Моисеевич Мишустин
Әсәһе: Луиза Михайловна Мишустина
Ҡатыны: Владлена Юрьевна Мишустина
Балалары: улдары: Алексей, Александр, Михаил
Партия: партияһыҙ
Белеме: Мәскәү станоктар институты
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре докторы (2010)
Профессияһы: инженер, экономист
 
Сайт: government.ru
 
Автограф:
 
Наградалары:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы
Ҡалып:Орден Серафима Саровского 3 степени

Михаил Владимирович Мишустин ( 3 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (58 йәш), Лобня[d], Мәскәү өлкәһе) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне, иҡтисадсы. 2020 йылдың 16 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры[2][3][4]. 2020 йылдың 21 декабренән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.

Махсус иҡтисади зоналар менән идара итеү федераль агентлығы етәксеһе (2006-2008). 2010 йылдың 6 апреленән 2020 йылдың 16 ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһының Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе[5].

Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы тулы дәүләт кәңәшсеһе, иҡтисад фәндәре докторы (2010).[6].

Бала сағы, белеме үҙгәртергә

Мишустин Михаил Владимирович 1966 йылдың 3 мартында Лобняла тыуған[7][8][9][10].

Михаил атаһы, Владимир Моисеевич, шереметьево аэропортында хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләгән.[11] Һуңыраҡ ЗАО «Аэромаш — авиация хәүефһеҙлеге»[12] хәҙерге АО «Шереметьево Безопасность» предприятиеһында ВЛКСМ комитеты секретары булған[13], әсәһе — аэропортта медицина хеҙмәтендә эшләгән, осоштарға рөхсәт өсөн яуаплы булған[14][15]. Михаил Лобня ҡалаһында 7-се урта мәктәпте «бик яҡшы» билдәләренә тамамлай[16].

1983 йылда Мәскәү станоктар институтының («Станкин») киске бүлегенә уҡырға инә һәм тиҙҙән уҡыуҙағы уңыштары арҡаһында көндөҙгө бүлеккә белем алыуға күсә.[17] Ул ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылмай («Станкин» юғары уҡыу йорто студенттарға «броня» бирә)

1989 йылда система инженеры квалификацияһын алып, «Компьютер-ярҙамсы проектлау системалары» (CAD) һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай.[6].

1992 йылда ошо уҡ институтта аспирантура тамамлай.[6].

Эшҡыуарлыҡ карьераһы үҙгәртергә

1998 йылға тиклем һәм 2008-2010 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ Мишустин эшмәкәрлегенең төп темаһы була. Ҡалған ваҡытта Мишустин дәүләт хеҙмәтендә була.

Аспирантураны тамамлағас, һынау лабораторияһы директоры булып эшләй башлай, ә һуңғараҡ коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы булған Халыҡ-ара компьютер клубы идараһын етәкләй.[18].

Халыҡ-ара компьютер клубы «Рәсәй һәм сит ил компьютер технологияларын интеграциялауға, киреһенсә, көнбайыш алдынғы мәғлүмәт технологияларын йәлеп итеүгә» йүнәлтелгән була.[18].Клуб үҙ сафтарына эре сит ил компанияларын йәлеп итә һәм Рәсәйҙә иң ҙур компьютер күргәҙмәләренең береһе булған Халыҡ-ара компьютер форумын ойоштороусы була.

2008 йылдың мартында, Махсус иҡтисади зоналар менән идара итеү буйынса Федераль агентлыҡтың (РосОЭЗ) етәксеһе вазифаһын ҡалдырғандан һуң, Мишустин ике йыл дауамында UFG Capital Management төркөмөндә UFG Capital Partners компанияһы президенты һәм UFG Asset Management төркөмөнөң идара итеүсе партнеры булып эшләй.[19] (UFG Invest Group 1994 йылда Рәсәйҙең элекке финанс министры Борис Федоров һәм банкир Чарльз Райан тарафынан ойошторола, ул Санкт-Петербург хөкүмәтенә 1990-сы йылдарҙа хосусилаштырыу буйынса кәңәштәр бирә һәм Германияның Deutsche Bank банкына буйһона). Төркөмдә Мишустин UFG-ның халыҡ-ара ҡатнашыуын киңәйтеү, венчурлы һәм технология инвестицияларын үҫтереү, шулай уҡ инфраструктура һәм ауыл хужалығы проекттарын күҙәтә.[20].

Дәүләт хеҙмәте үҙгәртергә

Һалым һәм йыйымдар буйынса министр урынбаҫары үҙгәртергә

1998 йылда дәүләт хеҙмәтенә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт һалым хеҙмәте начальнигы Борис Федоровтың һалым түләүҙәрен контролдә тотоу һәм иҫәп-хисап мәғлүмәт системалары ассистенты булып инә.

Һуңынан Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм пошлиналар буйынса министры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы составында күсемһеҙ милек буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе (Роснедвижимость) булып эшләй. Һалым идаралығының киләһе өс башлығы ҡарамағында министр урынбаҫары вазифаһын һаҡлап ҡала. Был вазифала WPC мәғлүмәт технологиялары комплексын эшләү менән шөғөлләнә. Мишустин исеме электрон цифрлы ҡултамға һәм һалым түләүселәрҙең идентификация номерын (ТИН), «бер тәҙрә» принцибы буйынса эште ойоштороу һәм башҡа технологик яңылыҡтар индереү кеүек башланғыстар менән бәйле. .Мишустин үҙенең интервьюһында был осорҙа «электрон мәғлүмәттәр менән алмашыу, объекттарҙы урында тикшереү өсөн һайлап алыуҙың автоматлаштырылған системаһы методикаһы, телефония һәм Интернет ярҙамында консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеү системаһы булдырылған» тип белдерә. Киң мәғлүмәт һәм телекоммуникация инфраструктураһы барлыҡҡа килде».[21].

Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе үҙгәртергә

2009 йылдың февралендә Рәсәй Президентының кадрҙар резервына инә.[22] 2010 йылдың апрелендә Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. [6]

Яңы вазифала «бысраҡ мәғлүмәттәргә» ҡаршы һуғыш иғлан итә.[23][24] һәм НДС-ты нигеҙһеҙ ҡайтарыу менән бәйле проблемаларҙы бөтөрөү менән шөғөлләнә[25][26].

2010 йылда Мишустин Федераль һалым хеҙмәте начальнигы вазифаһына тәғәйенләнгәндән һуң эшҡыуарҙар уның, бизнестан килгән чиновник булараҡ, Федераль һалым хеҙмәтен Рәсәй эшҡыуарҙарына «дуҫырса» булырға өмөт белдерҙе.[27]. Яңы етәксе һалым органдары менән эш итеүҙе ябайлаштырыу яҡлы булды[28].Граждандарға уңайлылыҡ, ойошмаларҙың эшен ябайлаштырыу һәм коррупцияға ҡаршы көрәш өсөн Ул Федераль һалым хеҙмәтендә электрон хеҙмәттәрҙе мөмкин тиклем үҫтерергә ниәтләүен белдерҙе.[21]. Был белдереүҙе хуплап, документтар менән электрон идара итеү даирәһен киңәйтеүсе бер нисә документ баҫылып сығҙы.[29]

 
Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыу, 2015 йылдың апрелендә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе үҙгәртергә

2020 йылдың 15 ғинуарында Дмитрий Медведев отставкаға китеү сәбәпле Рәсәй Президенты Владимир Путин М. В. Мишустинды Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһына тәҡдим итте.[30]. Үҙенең ризалығын алғас, президент үҙ кандидатураһын Дәүләт Думаһына ҡарауға тапшыра.[31][32][33] Шул уҡ ваҡытта, Путин һүҙҙәре буйынса, тәүҙә уға дүрт кандидат тәҡдим итәләр, улар араһында Мишустин булмай. Әммә ахыр сиктә президент был вазифаға Федераль һалым хеҙмәте етәксеһен тәҡдим итергә ҡарар ит`.[34].

16 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы Мишустинды премьер-министр вазифаһына тәғәйенләүҙе хуплай, шул уҡ ваҡытта 383 депутат «риза» тип тауыш бирә, 41 депутат икеләнә, «ҡаршы» тип бер кем дә тауыш бирмәй[35]. Шул уҡ көндө Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуя.[36].

2020 йылдың 30 апрелендә Мишустин Владимир Путинға видео-шылтыратыуҙа CVID-19 менән ауырыуы тураһында белдерә. Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһын башҡарыусы премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовты тәғәйенләй.[37][38]

2020 йылдың 19 майында Мишустин Рәсәй Федерацияһы премьер-министры вазифаһына ҡайта. Андрей Белоусов премьер вазифаһынан азат итеү тураһындағы указ Рәсәй Федерацияһы Президенты сайтында баҫылып сыға.[39][40].

Наградалары үҙгәртергә

Рәсәй үҙгәртергә

  • Почет Ордены (29 декабрь 2012) — хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн етә.[41]
  • Рәсәй федерацияһы президенты почет грамотаһы (15 ноябрь 2013) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[42]
  • Орден «за заслуги перед отечеством» Iv дәрәжә (16 июль 2015) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[43]

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Совет Министров. Парламентское собрание Союза Беларуси и России. Архивировано 20 август 2021 года.
  2. Мишустин Михаил Владимирович // Правительство Российской Федерации
  3. Биография Михаила Владимировича Мишустина // ТАСС
  4. Указ Президента Российской Федерации от 16.01.2020 г. № 17 «О Председателе Правительства Российской Федерации»
  5. Мишустин Михаил Владимирович | ФНС России | 77 город Москва. www.nalog.ru. Дата обращения: 15 ғинуар 2020. Архивировано 15 ғинуар 2020 года. 2020 йыл 15 ғинуар архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Руководитель Федеральной налоговой службы. Краткая биографическая справка. Дата обращения: 7 апрель 2011. Архивировано 27 апрель 2011 года.
  7. Алексей Алексеевич Мухин, Правители России: Старая площадь и Белый дом. Элита России, Алгоритм, 2005, ISBN 5-9265-0177-6, стр. 275.
  8. Алексей Мухин, Кабинет Михаила Фрадкова, 2006: неофициальный взгляд на официальных людей, Центр политической информации, 2006, стр. 116.
  9. Федеральная и региональная элита России 2004: кто есть кто в политике и экономике, Центр политической информаци, ГНОМ и Д, 2004, стр. 453.
  10. Мишустин Михаил Владимирович. 2010 йыл 28 июнь архивланған.. — ROSEZ.RU — Российские особые экономические зоны.
  11. Кто связывает нового премьер-министра России с клубом миллиардеров
  12. Малоизвестные подробности о новом премьер-министре России и его семье
  13. «Государство — это здорово»
  14. Хоккеист, гитарист, кавээнщик: каким был в юности новый российский премьер. sobesednik.ru. Дата обращения: 9 март 2020.
  15. Новый премьер Мишустин - полная противоположность Медведеву. Московский комсомолец. Дата обращения: 16 ғинуар 2020.
  16. «Ну наш Миша дает!»: Школьные учителя Мишустина в шоке от того, куда забрался их ученик 16 января 2020 г.
  17. Новый премьер Мишустин - полная противоположность Медведеву. Дата обращения: 16 ғинуар 2020.
  18. 18,0 18,1 История Международного компьютерного клуба. Дата обращения: 19 октябрь 2018. Архивировано 3 июль 2013 года. 2013 йыл 3 июль архивланған.
  19. Михаил Владимирович Мишустин, Президент UFG Capital Partners и Управляющий партнёр группы компаний UFG Asset Management, покидает компанию — его кандидатура представлена к назначению на пост руководителя ФНС РФ. Дата обращения: 15 август 2012. Архивировано 31 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 31 ғинуар архивланған.
  20. Партнер UFG рассказала о доходах семьи Мишустина. Письмо компании. Дата обращения: 2020-5-5.
  21. 21,0 21,1 «Мы — сервисная компания», — Михаил Мишустин, руководитель Федеральной налоговой службы РФ. Дата обращения: 15 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
  22. Поздравляем Михаила Мишустина с назначением на пост руководителя Федеральной налоговой службы! 2016 йыл 3 август архивланған.. Кадровый резерв Президента России.
  23. Российские налоговики модернизируются. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 6 март 2016 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  24. Контрольная работа. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 15 ғинуар 2020 года.
  25. Высказывания А. Л. Кудрина информационным агентствам на заседании коллегии Федеральной налоговой службы(недоступная ссылка)
  26. НДС. Дата обращения: 15 август 2012. Архивировано 31 август 2012 года. 2012 йыл 31 август архивланған.
  27. Дружелюбная служба. Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 20 июнь 2010 года.
  28. Налоговики пообщались с бизнесменами. Дата обращения: 15 август 2012. Архивировано 9 август 2012 года. 2012 йыл 9 август архивланған.
  29. Например, приказом от 05.03.2012 № ММВ-7-6/138@ утверждены форматы счета-фактуры, журнала учёта полученных и выставленных счетов-фактур, книги покупок и книги продаж, дополнительных листов книги покупок и книги продаж в электронном виде, письмом от 06.09.2017 № СД-4-3/17731@ разрешено подписывать электронной подписью второй экземпляр счета-фактуры, выставленного покупателю на бумажном носителе, письмом от 04.04.2019 № ЕД-4-15/6183@ разрешено направлять в ФНС банковскую гарантию в электронной форме и т. д.
  30. Указ о Правительстве Российской Федерации 2021 йыл 22 октябрь архивланған., Президент России (15 января 2020)
  31. Президент внёс кандидатуру Михаила Мишустина на должность Председателя Правительства 2021 йыл 22 октябрь архивланған., Президент России (15 января 2020)
  32. Путин внес кандидатуру главы ФНС на должность премьер-министра, ТАСС (15 января 2020)
  33. Путин предложил Мишустина на пост премьер-министра 2021 йыл 29 октябрь архивланған., РБК (15 января 2020)
  34. У Путина было четыре кандидата на пост премьера, но он выбрал пятого - Мишустина. Дата обращения: 21 февраль 2020.
  35. Госдума одобрила кандидатуру Мишустина на пост премьера
  36. Путин подписал указ о назначении Мишустина премьером
  37. Михаил Мишустин заразился коронавирусом. И.о. премьера будет Белоусов. ТАСС. Дата обращения: 30 апрель 2020.
  38. Мишустин заразился коронавирусом и временно сложил полномочия премьера. РБК. Дата обращения: 30 апрель 2020.
  39. О признании утратившим силу Указа об исполнении обязанностей Председателя Правительства. Дата обращения: 19 май 2020.
  40. Михаил Мишустин вернулся к исполнению обязанностей премьер-министра РФ. Дата обращения: 19 май 2020.
  41. Указ Президента Российской Федерации от 29 декабря 2012 года № 1705. Дата обращения: 16 ғинуар 2020. Архивировано 15 ғинуар 2020 года.
  42. Распоряжение Президента Российской Федерации от 15 ноября 2013 года № 419-рп «О поощрении». Дата обращения: 15 ғинуар 2020. Архивировано 24 октябрь 2019 года.
  43. Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2015 года № 369 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 18 июль 2015. Архивировано 22 июль 2015 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә