Мирна Юкич (хорв. Mirna Jukić; 9 апрель 1986 йыл) — хорват сығышлы Австрия йөҙөүсеһе, Олимпия уйындарының бронза призеры. Донъя чемпионаттарының өс тапҡыр бронза призеры (ике тапҡыр 50 метрлыҡ бассейнда һәм бер тапҡыр ҡыҫҡа һыулы бассейнда йөҙөү буйынса), Европа чемпионаттарының күп тапҡырҙар еңеүсеһе.

Мирна Юкич
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ[1]

Специализация

брасс

Тыуған датаһы

9 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (38 йәш)

Тыуған ере

Нови-Сад, СФРЮ

Буйы

178 см

Ауырлығы

68 кг

[[commons:Category: Mirna Jukić Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Биографияһы

үҙгәртергә

Мирна Юкич 1986 йылдың 9 апрелендә Югославияның Нови-Сад ҡалаһында (хәҙер Сербия) тыуған һәм хорват Вуковарында үҫкән. 1991 йылдың ноябрь айында уларҙың ғаиләһе Загребҡа күсенеп килә, һәм Мирна 1996 йылда атаһының ҡулы аҫтында «Младост» спорт клубында күнегеүҙәр менән булыша башлай. Уның ҡустыһы Динко Юкич та халыҡ-ара дәрәжәһендәге йөҙөүсе була. 1999 йылда Юкичтар Венаға күсеп киләләр, шул уҡ йылда Мирна Австрия гражданлығын ҡабул иткән.[2]

Карьераһы

үҙгәртергә

2008 йылда Пекин Олимпиадаһында Мирна 100 метрға брасс менән йөҙөүҙә 1.07,34 нәтижәһе менән өсөнсө урын яуланы һәм бронза миҙал менән бүләкләнде. Ул шулай уҡ 200 метрға брасс менән йөҙөүҙә ҡатнашты. Бер йылдан һуң үткәрелгән донъя чемпионатында ул ике йөҙ метрлы дистанцияла бронза миҙал яуланы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1025261259 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Mladen Pleše. Željko Jukić: 'Za plivačke treninge od moje Mirne u Zagrebu su tražili 16.000 kuna mjesečno' (хорватский) (21 August 2002). 3 июль 2012 тикшерелгән.