Мирзо́ Турсу́н-заде́ — Мирзо́ Турсунзадә (таж. Мирзо Турсунзода; 1911, Ҡаратағ — 1977, Дүшәнбе) — тажик совет шағиры. Тажик ССР-ының халыҡ шағиры (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Тажикстан Геройы (2001, үлгәндән һуң). Ленин (1960) һәм икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948). 1941 йылдан алып ВКП (б) ағзаһы.

{{{Исеме}}}
Дүшәнбелә Лучоб мемориалында ерләнгән урыны
Шағир Мирзо Турсунзадә һәйкәле

Биографияһы

үҙгәртергә

1911 йылдың 19 апрелендә (2 май) Тажикстандың Ҡаратағ ауылында (хәҙерге Турсунзадә районы) тимерсе ғаиләһендә тыуған[1].

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, СССР Юғары Советы депутаты, Тажикстан Коммукнистар партияһы Үҙәк комитеты ағзаһы, Азия һәм Африка илдәренең Совет теләктәшлек комитеты рәйесе, Совет тыныслыҡты һаҡлау комитеты ағзаһы, СССР-ҙың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса Бөтә Союз комитеты ағзаһы, Тажикстан Республикаһының Тыныслыҡты яҡлау комитеты рәйесе, Тажик ССР-ның Рудаки исемендәге Дәүләт премиялары буйынса комитеты рәйесе, «Совет яҙыусыһы» нәшриәте шағиры китапханаһының һәм 200 томлыҡ донъя әҙәбиәте китапханаһының редакция коллегияһы ағзаһы, Тажик совет энциклопедияһының баш редколлегияһы ағзаһы, (1951 йылдан алып) Тажик ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Мирзо Турсунзадә иҫән сағында уҡ классикка әүерелә. Рус һәм тажик телдәрендә яҙа. Шағирҙың бөтә әҫәрҙәре лә тиерлек рус теленә тәржемә ителгән, бер нисә тапҡыр республика һәм бөтә Союз матбуғат органдарында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа, шулай уҡ айырым китаптарҙа баҫылып сыҡҡан. СССР республикаларының урыҫ яҙыусылары һәм СССР республикалары яҙыусыларының: А. С. Пушкин, Т. Г. Шевченко, Н. А. Некрасов, Джамбул Джабаев, Шота Руставели, Ш. Р. Рәшитов, Зөлфиә һ. б. әҫәрҙәрен тажик теленә тәржемә иткән[2].

Турсунзадә 1973 йылдың 31 авгусында «Правда» гәзите редакцияһына бер төркөм совет яҙыусыларының Солженицын һәм Сахаров тураһындағы хатына ҡул ҡуя.

Йәшлек һәм өлгөрөү йылдары

1925 йылда совет мәктәбенә уҡырға инә. Дүшәнбе интернатында һәм педагогия техникумында уҡыған. 1930 йылда Ташкентта Тажикстан мәғариф институтын тамамлай. «Комсомоли Тоджикистон» гәзитендә мөдир һәм яуаплы секретарь, А. С. Пушкин исемендәге Ленинабад музыкаль-драма театрының әҙәби бүлек етәксеһе булып эшләй

1935 йылда Тажикстан Яҙыусылар союзында эшләй, ойоштороу-массауи бүлеге мөдире һәм драматургия секцияһы етәксеһе була. 1939 йылда Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайлана. 1942 йылда — Главлитты, 1943 йылда —— республика сәнғәт идаралығын етәкләй. 1959 йылдан Мирзо Турсунзадә — СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

1977 йылдың 24 сентябрендә Дүшәнбелә вафат була. Тажикстандың бөйөк улы Дүшәнбелә "Лучоб зыяраты"нда ерләнгән: Лучоб ҡалҡыулығында Мирзо Турсунзадә кәшәнәһе төҙөлгән[3].

Биләгән вазифалары

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советының 2-9-сы саҡырылыш депутаты (1946 йылдан)
  • Тажикстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы
  • Азия һәм Африка илдәренең Совет теләктәшлек комитеты рәйесе
  •  — Совет Тыныслыҡты һаҡлау комитеты ағзаһы
  • СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса Бөтә Союз комитеты ағзаһы
  • Тажик совет энциклопедияһының Баш редакция коллегияһы ағзаһы.
  • Тажик ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы) (1951)
  • Бөтә донъя тыныслыҡ советы (ВСМ) президиумы ағзаһы
  • СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934 йылдан), идара секретары (1959 йылдан)
  • Тажик ССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1946 йылдан)

Билдәле әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Солнце страны» поэимаһы (1936 йыл)
  • «Осень и весна» поэмаһы (1937 йыл)
  • «Стихи» йыйынтығы (1939 йыл)
  • «За Родину!» поэмаһы (1941 йыл)
  • «Сын Родины» поэмаһы (1942 йыл)
  • «Невеста из Москвы» поэмаһы (1945 йыл)
  • «Индийская баллада» шиғырҙар циклы (1947—1948 йылдар)
  • «Я с Востока свободного» шиғырҙар циклы (1950 йыл)
  • «Хасан-арбакеш» поэмаһы (1954 йыл)
  • «Голос Азии» поэмаһы (1956 йыл)
  • «Вечный свет» поэмаһы (1957 йыл)
  • «Дорогая моя» поэмаһы (1960 йыл)
  • «Как велит сердце» фильмының сценарийы (1968 йыл)
  • «От Ганга до Кремля» поэмаһы (1970 йыл)

Экранлаштырылған әҫәре

үҙгәртергә
  • 1975 — «Восход над Гангом» — совет-һинд фильмы, «От Ганга до Кремля» поэмаһын экранлаштырыу

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
 
Мирзо Турсунзадә, 1 сомони купюраһындағы портреты

1978 йылда яҙыусы хөрмәтенә Регар ҡалаһы (хәҙер Турсунзадә ҡалаһы), республикаға буйһонған райондарҙың береһе (Турсунзадә районы) үҙгәртелә һәм Тажик дәүләт сәнғәт институтына (Дүшәмбе) М. Турсунзадә исеме биренлә, унда шағирҙың бюсы ҡуйылған.

1980 йылда Дүшәнбеләге Лучоб паркында Ми рзо Турсунзадә кәшәнәһен төҙөлә.

1981 йылда Дүшәнбелә ғаилә башланғысы менән һәм хөкүмәт булышлығында мемориаль-әҙәби музей — М.Турсун-заде йорт-музейы асыла. Музей Турсунзадә 1949 йылда ғаиләһе менән күскән һәм унда 20 йылға яҡын йәшәгән йорт урынында асылған[4].

1973 йылда Тажик дәүләт сәнғәт институтына Мирзо Турсунзадә исеме бирелә. Хәҙер — Мирзо Турсунзадә исемендәге Тажик дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты.

2011 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Мирзо Турсунзадәнең 100 йәше Тажикстанда һәм бөтә донъяла байрам ителде.

Турсунзадәнең индергән өлөшщөн иҫәпкә алып, хәҙерге Тажикстан уға Тажик халҡы Геройы статусын биргән һәм уның хөрмәтенә 1 сомони номиналлы милли аҡсаны атаған.

Учитывая вложенный вклад Турсунзаде, современный Таджикистан дал ему статус Героя Таджикского народа и назвал национальную банкноту номиналом 1-сомони в его честь.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мирзо Турсун-заде — Герой Социалистического труда. Дата обращения: 13 февраль 2021. Архивировано 11 ноябрь 2017 года.
  2. Мирзо Турсунзаде — поэт и герой Таджикистана
  3. Дом национальностей. Санкт-Петербург. Мирзо Турсун-Заде. Дата обращения: 13 февраль 2021. Архивировано 4 май 2020 года.
  4. «Ты, дорогая, не брани меня…» Памяти Мирзо Турсунзаде. Дата обращения: 13 февраль 2021. Архивировано 1 август 2022 года.
  • Писатели Таджикистана: (Декада таджикской литературы и искусства) / Автор-составитель М. Занд; Обложка художника М. И. Серебрянской; Союз писателей Таджикистана. — Сталинабад: Таджикгосиздат, 1957. — С. 66—69. — 88 с. — 5000 экз.
  • Турсун-заде Мирзо // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә