Меһмет Абдулҡадир әфәнде
Шаһзада Меһмет Абдулҡадир әфәнде 1922 йылдан һуң Османоғлу Меһмет Абдулҡадир (16 ғинуар 1878 йыл — 16 март 1944 йыл) — ғосман принцы, Ғәбделхәмит II солтандың дүртенсе ҡатыны Бидар Ҡатын әфәнденән тыуған өсөнсө улы.
Меһмет Абдулҡадир әфәнде | |
ғосман. شہزادہ محمد عبدلقادر | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Атаһы | |
Әсәһе |
Бидәр Ҡатын әфәнде |
Тормош иптәше |
6 ҡатыны |
Балалары |
4 улы һәм 2 ҡыҙы |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәМеһмет 1878 йылдың 16 ғинуарында Абдулхәмит II солтандың өсөнсө улы булып уның дүртенсе ҡатыны Бидар Ҡатын әфәнденән Долмабахчала тыуған. Шәхсән тәртиптә белемгә эйә булған (скрипка һәм фортепианола уйнарға өйрәнгән). Белем алғандан һуң император гвардияһының атлы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1909 йылда атаһы ҡолатылғандан һуң, Салоникиға юллана. Бер йылдан Истанбулға ҡайтты. Хәлифәлек бөтөрөлгәс, ҡыуып ебәрелгән. Будапештта йәшәй һәм скрипкала уйнап аҡса эшләй. Икенсе бөтә донъя һуғышы башланыу менән Софияға күсә һәм 1944 йылда бомбаға тотҡанда йөрәк өйәнәгенән подвалда вафат була. Шунда уҡ ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергәМеһмет Абдулҡадир 6 тапҡыр өйләнгән һәм алты балаһы булған[1]:
- Миһрибан Ханым әфәнде (18 май, 1890, Истанбул — 1956, Ҡаһирә) — 1907 йылдың 6 июнендә Йылдыҙ һарайында никах теркәлгән, 1923 йылда ғәмәлдән сығарылған.
- Ғосманоғлу Меһмет Орхан әфәнде (11 июль, 1909, Истанбул — 12 март, 1994, Ницца) — ике тапҡыр өйләнгән: Нафиә Йеген менән тәүге никахынан ҡыҙы Фатима Неджла тыуа; Маргарита Ирма Фурньеның менән икенсе никахында Меһмет Абдулҡадир әфәнденең Меһмет Сәлим Орхан тигән үгәй улы була. Меһмет Орхан Ғосмандар династияһына 1983 йылдан 1994 йылға тиклем етәкселек иткән.
- Хәтижә Мәжит Ханым әфәнде (14 сентябрь, 1899, Адапазары — 1943, Салоники) — никахтары 1913 йылдың 1 июнендә Ҡыҙылтупраҡ һарайында теркәлгән, 1923 йылда ғәмәлдән сығарылған.
- Нәжип Эртоғрол Абдулҡадир әфәнде (15 март, 1915, Истанбул — 7 февраль, 1994, Вена) — Гертрудта Эмилия Тенглерға өйләнгән, был никахынан улы һәм ҡыҙы булған.
- Алаетдин Ҡадир әфәнде (2 ғинуар, 1917, Истанбул — 26 ноябрь, 1999, София) — Лидия Димитроваға өйләнгән, улы һәм ҡыҙы булған.
- Фатима Мәжит Ханым әфәнде (17 февраль, 1902, Измит — 13 ноябрь, 1989, Истанбул) — никах 1916 йылдың 5 февралендә Ҡыҙылтупрак һарайында теркәлгән.
- Бидар солтан (3 ғинуар, 1924, Истамбул — август, 1924, Будапешт)
- Сафвет Неслишаһ солтан (25 декабрь, 1925, Будапешт — 30 май 2014, Истанбул) — ике тапҡыр кейәүҙә була: Авни Реда менән беренсе никахында — ике ул тапҡан, икенсе ире — Меһмет Шафиҡ Зыя.
- Мислимелек Ханым әфәнде
- Сюхандан Ханым әфәнде — никах 1906 йылда ғәмәлдән сығарылған тип фаразлана.
- Ирена Имер — никах 1924 йылдың 4 июлендә Будапешта теркәлгән.
- Ғосман әфәнде (1925, Будапешт — 1934, шунда)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Jamil ADRA. Genealogy of the Imperial Ottoman Family. — 2005. — С. 26. — ISBN 975-7874-09-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ottoman Family . Official website of the immediate living descendants of the Ottoman Dynasty. Дата обращения: 14 февраль 2010.
- Genealogy of the Ottoman Family . Дата обращения: 19 август 2008. 2008 йыл 29 июль архивланған.
- Family Tree, descendants of Sultan Mahmud II. Retrieved 2011-02-28.
- [1]