Мещанкин Александр Владимирович

Мещанкин Александр Владимирович (15 март 1982 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. Камчатка менән таныштырыуҙы бай булмаған кешеләргә, тәү сиратта йәштәргә, еңеләйтеү маҡсатында ойошторолған «Росомаха» социаль туристик проектына нигеҙ һалыусы һәм уның генераль директоры[1].

Александр Владимирович Мещанкин
Тыуған көнө

15 март 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны

Петропавловск-Камчатский, Камчатка өлкәһе

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

Сайт

http://www.go2kamchatka.com

Биографияһы

үҙгәртергә

Алекса́ндр Влади́мирович Меща́нкин 1982 йылдың 15 мартында Петропавловск-Камчатский ҡалаһында тыуған. Юғары белемде Камчатка дәүләт университетының иҡтисад һәм сервис факультетында менеджмент кафедраһында ала.

Александр Мещанкин Рәсәй дәүләт туризм һәм хеҙмәтләндереү университетының туризм кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эшләй. 2009 һәм 2010 йылдарҙа «Юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсының еңеүсеһе була[2].

2009 йылдан башлап «Камчатка крайында туризмы үҫтереүҙең ресурс потенциалы булараҡ йорт хужалыҡтары эшмәкәрлеген диверсификациялау» (рус. «Диверсификация деятельности домашних хозяйств как ресурсный потенциал развития туризма в Камчатском крае») темаһына тикшеренеүҙе тормошҡа ашыра[2].

Мещанкиндың мәрхәмәтлелек проектын төҙөү идеяһы диссертация яҙған саҡта барлыҡҡа килә[1]. Диссертацияла ул йорт хужалыҡтарын социаль туризмға йәлеп итеү концепцияһы сығымдарҙы һәм хаҡтарҙы кәметергә булышлыҡ итеүен күрһәтә. 2009 йылда үҙ аҡсалары һәм кредит ресурстары ярҙамында Петропавловск-Камчатскийҙан алыҫ булмаған урында туризм үҙәгенең тәүге бинаһын төҙөй. 2010 йылда Мещанкин Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү Камчатка крайы фондынан ҡунаҡ йортон йыһазландырыу өсөн грант ала. 2011 йылдан алып 2013 йылға тиклем социаль турҙарҙы субсидиялауға Камчатка крайы хөкүмәте менән яҡынса 10 миллион һум аҡса бүленә[3].

2010 йылда Мещанкин Рәсәй дәүләт туризм һәм хеҙмәтләндереү университеты ҡарамағында булған «Төньяҡ» (рус. «Север») этно-экологик туристик клубын ойоштора[4].

2011 йылда «Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге проекты өсөн Мещанкин «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән уҙғарылған «Социаль эшҡыуар-2011» бөтә Рәсәй конкурсының премияһы менән бүләкләнгән һәм биш йыл ваҡытҡа 1,5 миллион һум суммаға процентһыҙ займ ала. Был аҡсалар Камчатка тауҙарында махсуслаштырылған «Росомаха» туристик базаһын төҙөүгә йүнәлтелгән[5].

Камчатканың йәш аборигендары союзы рәйесе[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Юлия Гончарова. Не нужен нам берег турецкий. Культура (19 декабрь 2013). Дата обращения: 13 июнь 2015.
  2. 2,0 2,1 Мещанкин Александр Владимирович. Новый Бизнес. Дата обращения: 13 июнь 2015.
  3. Социальный туризм как модель перспективного развития сервиса на примере Камчатского центра молодежного туризма «Росомаха». Студенческий портал ФГБОУВПО "РГУТиС". Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 30 май архивланған.
  4. 4,0 4,1 Школа полевого туризма. Камчатский центр молодёжного туризма «Росомаха» (11 июнь 2011). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  5. «Росомаха» возвращает заем. Новый Бизнес. Дата обращения: 13 июнь 2015.