Меддаһ (төр. Meddah) — традицион төрөк хикәйәсеһе, ул ҙур булмаған тамашасылар төркөмө алдында, мәҫәлән, ҡәһүәхана аудиторияһы алдында сығыш яһай. Тамаша ҡылыуҙың был формаһы Ғосман империяһында XVI быуатта бик популяр була. Спектакль күпселек осраҡта бер генә темаға арналған була, ә меддаһ төрлө персонаждарҙы уйнап, ҡағиҙә булараҡ, тамашасыларҙың иғтибарын тарихтың әхлаҡи аспекттарына йүнәлткән. Меддаһтар ролдәрҙең алмашынғанын белдереү өсөн сатыр, яулыҡ йәки башҡа төрлө баш кейемдәре ише реквизиттар ҡулланғандар. Улар үҙҙәренең тауыштары менән оҫта эш иткәндәр, бының менән төрлө диалектарҙы күрһәтергә ынтылғандар. Ваҡыт яғынан тамашаларҙа сикләүҙәр булмаған; оҫта меддаһ аудитория менән эш итеү торошона ҡарап, тарихҡа төҙәтмәләр ҙә индерә белгән.

Меддаһ ҡәһүәханала сығыш яһай

Ҡағиҙә булараҡ, меддаһ булып берәҙәк артистар сығыш яһаған, улар Тәмләткестәр юлы буйындағы ҡалалар ише бер ҙур ҡаланан икенсеһенә юлланыр булғандар. Риүәйәт буйынса, был йола Гомер замандарынан баш ала. Меддаһтарҙың алымдары «Илиада» менән "Одиссея"ны һөйләүсе илгиҙәр боронғо хикәйәселәрҙең алымдарына оҡшаған. Меддаһтарҙа «Фәрхәд менән Ширин» һәм «Ләйлә менән Мәжнүн» тарихы бик популяр була. Шулай уҡ меддаһтарҙың репертуарында булған хәлдәргә нигеҙләнгән хикәйәттәр ҙә була, улар аудиторияға, артисҡа йәки сәйәси хәлгә ҡарап, үҙгәртелер булғандар.

Истанбулда меддаһтар үҙ сығыштарында музыкаль инструменттар ҡулланыныуы менән дә билдәле.

2008 йылда меддаһтарҙың сәнғәте кешелектең ауыҙ-тел ижады һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы хазиналары исемлегенә индерелә.

Башта меддаһтар дини һәм героик хикәйәттәр башҡара[1], уларҙың тамыры төркөк ауыҙ-тел әҙәбиәте традицияларына барып тоташа. Улар төрөк күсмә халыҡтарының һәм шамандарының Урта Азиянан алынған традициялары йоғонтоһона бирелһә лә, бер үк ваҡытта, XI—XIII быуаттарҙағы ғәрәп һәм фарсы традициялары йоғонтоһона да үҙ иткән була. Һөҙөмтәлә, бер актёр театры үҫеш ала[2][3]. Күбеһенсә эпик хикәйәттәр башҡарыусы был артистар ҡыссахан тигән исем аҫтында танылыу тапҡандар. Уларҙың хикәйәттәрендә ислам мотивтары көслө була, былар барыһы ла мосолмандарҙың ислам диненә ышанысын арттырыу һәм мосолман булмағандарҙы исламға йәлеп итеү өсөн эшләнелә. Бындай ҡыссахандар Сәлжүктәр заманында булған, һәм, ҡағиҙә булараҡ, Али һәм Хәмзә хикәйәттәре, «Мең дә бер кисә» әкиәттәре кеүек ғәрәп һәм фарсы эпостары буйынса махсуслаша. Ваҡыт үтеү менән, уларҙың репертуары киңәйгән, улар иҫәбенә Баттал Ғази ише яңы дастандар ҙа өҫтәлгән[4].

Ғосман империяһы осоронда ла ҡыссахан традициялары дауам итә, был хаҡта солтан Мәхмәт II һарайында хеҙмәт итеүсе Мостафа исемле ҡыссахандың эштәре тураһындағы документтар раҫлай. Шул ваҡыттан бөтә хикәйәселәр ҙә меддаһтар тип атала башлай, ә уларҙың хикәйәттәреендә донъяуи темалар өҫтөнлөк ала. Аудиторияның иғтибарын йәлеп итеү өсөн, улар хайуандарҙы эләкләй һәм инсинуациялар эшләй башлай. Ихтимал, бындай күренештәр, руханиҙарҙың һәр төрлө әүлиә һәм изге кешеләрҙең исемен телгә алыуҙы тыйғандан һуң барлыҡҡа килгәндер. Меддаһтарҙың сығыштары сатираға нигеҙләнгән театраль күренеште кәүҙәләндереүгә күсә. Уларҙың темалары героик хикәйәттәрҙе үҙ эсенә ала, шулай уҡ көндәлек тормоштан алынған сюжеттар, фельетондар, билдәле кешеләргә пародиялар, йәмғиәттәге әхлаҡ ҡанундарынан көлөү һәм түрәләрҙе, хатта ҡайһы бер ваҡыт солтандарҙы тәнҡитләү ҙә төп темаларға әүерелә.

XVI—XVIII быуаттарҙа меддаһтар йәмғиәттә үҙ йоғонтоһон көсәйтеүгә өлгәшә. Улар XX быуат башында ла элеккесә популяр була, әммә быуат урталарына уларҙың традициялары әкренләп юҡҡа сыға. Медаһтарҙың ҡайһы бер традицияларын ашуғтар үҙләштерә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Halman Talât Sait. İbrahim the Mad and Other Plays. — Syracuse University Press. — P. xiii-xiv. — ISBN 9780815608974.
  2. Kaim, Agnieszka Ayşen (2006). «SÖZLÜ EDEBİYAT VE GÖSTERİ KÜLTÜRÜNÜN BULUŞMA NOKTASI: “MEDDAH” TEK KİŞİLİK TİYATRO». Journal of Ankara University Faculty of Language, History and Geography 46 (1): 271-282.
  3. "Meddah", İslam Ansiklopedisi, vol. 28, Türk Diyanet Vakfı, 2003, pp. 293-4, <http://www.islamansiklopedisi.info/dia/pdf/c28/c280176.pdf> 
  4. Bahadıroğlu, Diba Seyirlik Halk Oyunlarından Meddah ve Meddahlık Geleneği. makaleler.com. Дата обращения: 16 апрель 2018.
  5. Çevik, Mehmet (2014). «CULTURAL CHANGE, TRADITION AND TURKISH FOLK STORYTELLING». Turkish Studies 9 (12): 113-123.