Мая Фьестад
Керстин Мария (Мая) Фьестад (швед. Kerstin Maria (Maja) Fjæstad, тыумыштан Халлен (швед. Hallén); 30 май 1873, Хербю — 15 ноябрь 1961, Арвика) — швед рәссамы-портретсы, туҡыу сәнғәте буйынса рәссам һәм граверлаусы. Үҙенең ире Густав Фьестад менән 1890—1900 йылдарҙа Вермландта Ракстад рәссамдар колонияһының әүҙем ағзаһы була. Рәссам 1922 йылда күрше Арвикала «Arvika Konsthantverk» һөнәрселек ассоциацияһын ойоштороусы 12 рәссам иҫәбенә инә, уны 1948 йылға тиклем етәкләй. Уның мираҫы араһында 1910 йылда яһалған һәм үҙендә сейә ботаҡтары йәки яҙғы сәскә һүрәттәре менән скандинав һәм азия мотивтарын берләштергән ағаста күп һанлы гравюралары айырылып тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре Виктория һәм Альберт музейы һәм Британия музейы коллекцияларында һаҡлана[5][6][7]
Мая Фьестад | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған ваҡыттағы исеме | швед. Kerstin Maria Hallén |
Тыуған көнө | 30 май 1873[1] |
Тыуған урыны | Hörby church parish[d], Гёрбю[d], Мальмёхус[d], Швеция |
Вафат булған көнө | 15 ноябрь 1961[1] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Арвика[d], Швеция |
Хәләл ефете | Густав Фьестад[d] |
Балалары | Бу Фьестад[d] |
Әһәмиәтле кеше | Agnes Wieslander[d][2] |
Һөнәр төрө | рәссам, художник по текстилю, wood engraver, гравёр |
Уҡыу йорто | Школа живописи Союза художников[d] |
Ойошма ағзаһы | Q10648326? |
Жанр | портрет[d] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Защитник авторских прав | reproduction right represented by CISAC-member[d][3][4] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Мая Фьестад Викимилектә |
Иртә йылдары
үҙгәртергәКерстин Мария Халлен 1873 йылдың 30 майында Хербюла (Скона провинцияһы) рухани Ларс Халлен һәм София Бенедикта (ҡыҙ фамилияһы Тредгорд) ғаиләһендә тыуа. Ландскрунала мәктәпте тамамлағас ул уҡыуын Мальмё ҡалаһында техник колледжда дауам итә, һынлы сәнғәт буйынса шәхси дәрестәр ала. Лунда мәҙәниәте тарихы музейына эшкә алынғас, ул туҡыу сәнғәтен үҫтереү менән шөғөлләнә. 1890-сы йылдар башында Седиш нәфис сәнғәт академияһына уҡырға инеү уға кире ҡағылғас, ул һынлы сәнғәткә Керстин Кардонда уҡый, ә 1893 йылдан 1895 йылға тиклем Рәссамдар ассоциацияһы мәктәбенә дәрескә йөрөй, уның уҡытыусылары Рихард Берг, Карл Ларссон һәм Цорн Андерс була[8].
Карьераһы
үҙгәртергәМайя Халлен 1895 йылдың Рәссамдар ассоциацияһы ағзаһы була, унда рәссам Густав Фьестад менән таныша. 1898 йылда өйләнешеп, улар Арвикала скульптор Кристан Эрикссонға ҡараған йорт-студияға күсенә. Һуңынан ирле-ҡатынлы Густав проекты буйынса төҙөлгән үҙҙәренең иркен йортона күсә, унда улар Стокгольмдан дуҫтарын, шулай уҡ урындағы рәссамдарҙы һәм һөнәрселәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Шулай итеп Раккен төркөмө кеүек билдәле булған рәссамдар колонияһы (швед. Rackengruppen) барлыҡҡа килә[9]. Уның күренекле ағзалары (1874—1962) и Бьёрн Альгренссон (1872—1918) була[10][11]
Үҙенең туҡыу сәнғәте эшенә өҫтәп Мая Фьестад шулай уҡ ағаста граверлау һәм рәсем төшөрөүҙе дауам итә. 1901 йылда ул үҙенең туҡыу оҫтаханаһын аса. Уның әҫәрҙәре өсөн урындағы үҫемлектәрҙе, йыш ҡына геометрик формаларҙа һүрәтләү хас. Фьестадтың иртә эштәре һуңғыларына ҡарағанда юғарыраҡ баһалана. 1915 йылда ул ағаста үҫемлектәрҙе һәм сәскәләрҙе һүрәтләгән гравюралар яһай башлай, дөйөм алғанда яҡынса 170 эш башҡара. Ҡағиҙә булараҡ япон ҡағыҙында баҫтырылған эштәр 1920-се һәм 1930-сы йылдарҙа Швецияла ғына түгел, шулай уҡ Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та күргәҙмәгә ҡуйыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре Виктория һәм Альберт музейында һәм Британия музейында һаҡлана[12].
Рәссам 1922 йылда 12 урындағы рәссамдар менән «Arvika Konsthantverk» һөнәрселек ассоциацияһы ойоштора, уны 1948 йылға тиклем етәкләй. Майя Фьестад 1961 йылдың 15 майында вафат була һәм Арвикала ерләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Kerstin Maria (Maja) Fjæstad 1873-05-30 — 1961-11-15 Textilkonstnär, träsnidare // (unspecified title)
- ↑ Agnes Wieslander 1873-07-21 — 1934-12-01 Konstnär
- ↑ Maja Fjaestad (1873-1961) // https://www.adagp.fr/en/identities/maja-fjaestad-15999
- ↑ Fjaestad, Maja // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=0018302c-c7e5-e711-8b59-000c29e811b2
- ↑ Steorn, Patrik.Kerstin Maria (Maja) Fjæstad(швед.). Svenskt kvinnobiografiskt lexikon(31 января 2021).Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Maja Fjaestad (1873-1961)(швед.). Värmlands Museum.Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Maja Fjaestad (1873-1961): Blåklocka (Harebells). Saunders Fine Art.Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Steorn, Patrik.Kerstin Maria (Maja) Fjæstad(швед.). Svenskt kvinnobiografiskt lexikon(31 января 2021).Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Steorn, Patrik.Kerstin Maria (Maja) Fjæstad(швед.). Svenskt kvinnobiografiskt lexikon(31 января 2021).Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Maja Fjaestad (1873-1961): Blåklocka (Harebells). Saunders Fine Art.Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ The Rackstad Colony. Rackstadmuseet.Дата обращения: 16 марта 2021.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .