Сельма Лагерлёф

Швед яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты

Сельма Оттилия Ловиза Лагерлёф[23] (швед. Selma Ottilia Lovisa Lagerlöf) (20 ноябрь 1858 йыл, Морбакка, лен Вермланд, Швеция — 16 март 1940 йыл, шунда уҡ) — швед яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы алған беренсе (1909) һәм Нобель премияһына лайыҡ булған өсөнсө ҡатын-ҡыҙ (Мария Кюри менән Берта фон Зутнерҙан ҡала).

Сельма Лагерлёф
швед. Selma Ottilia Lovisa Lagerlöf
швед. Selma Lagerlöf[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[2][3][1][…]
Гражданлыҡ  Швеция[4][5]
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Selma Ottilia Lovisa Lagerlöf
Тыуған көнө 20 ноябрь 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[6][3][7][…]
Тыуған урыны Эстра-Эмтервик[d], Швеция[8][9][7]
Вафат булған көнө 16 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][10][3][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны Эстра-Эмтервик[d], Швеция[8][7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны Östra Ämtervik cemetery[d][11]
Атаһы Erik Gustaf Lagerlöf[d][12][7][13]
Әсәһе Elisabet Lovisa Wallroth[d][12][7][13]
Бер туғандары Daniel Lagerlöf[d]
Нәҫеле Lagerlöf family[d]
Әһәмиәтле кеше Софи Адлерспаре[d][14], Lina Hjort[d][15], Matilda Widegren[d][16] һәм Каролина Остберг[d][17]
Туған тел швед теле
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө романист, балалар яҙыусыһы, биограф, уҡытыусы, шағир, яҙыусы, прозаик, тәржемәсе, автобиограф, автор
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт һәм women's suffrage in Sweden[d][1]
Биләгән вазифаһы seat 7 of the Swedish Academy[d]
Уҡыу йорто Högre lärarinneseminariet[d]
Әүҙемлек урыны Стокгольм[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Либеральная национальная ассоциация[d]
Архивы хранятся в The Ark[d][18] һәм Swedish Literature Bank[d][19][20]
Ойошма ағзаһы Шведская академия[d], Общество Девяти[d][21] һәм Svenska hem[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт selmalagerlof.org
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Wikipedia:Project Swedish Academy[d], Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] һәм Iedereen Leest[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Royal Collections of the Netherlands[d][22]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Selma Lagerlöf
 Сельма Лагерлёф Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Бала сағы һәм йәшлеге үҙгәртергә

 
Сельма Лагерлёф (1881)

Сельма Оттилия Ловиза Лагерлёф 1858 йылдың 20 ноябрендә Морбакка (швед. Mårbacka, Лен Вермланд) ырыу усадьбаһында тыуа. Атаһы — Эрик Густав Лагерлёф (1819—1885), отставкалағы хәрби, әсәһе Элизабет Ловиса Вальрот (1827—1915) уҡытыусы була. Лагерлёфтың поэтик һәләттәренең үҫешенә үҙәк Швецияның иң күркәм төбәктәренең береһе булған Вермландтағы бала сағы ҙур йоғонто яһай. Морбакка — яҙыусының иң сағыу бала саҡ иҫтәлеге, ул уны әҫәрҙәрендә ҙур һөйөү менән һүрәтләй, айырыуса «Морбакка» (1922), «Бала мемуарҙары» (1930), «Көндәлек» (1932) кеүек автобиографик китаптарында уға ҙур урын бирә.

Өс йәшендә буласаҡ яҙыусы бик ҡаты ауырып китә. Ул фалиж арҡаһында түшәктә генә ятып тора. Ҡыҙыҡай үҙенә әкиәттәр, риүәйәттәр, ырыу ваҡиғалары тураһында һөйләгән өләсәһе менән Нана апаһына ныҡ эҫенә. Сельма 1863 йылда өләсәһенең вафатын ауыр кисерә, уға тотош бер донъяның ишеге шартлап ябылғандай тойола.

1867 йылда Сельма Стокгольмға махсус дауаханала дауаланырға килә, бында уға хәрәкәт итеү һәләтен ҡайтаралар. Был ваҡытҡа инде ул ижад итеү тураһында хыяллана башлаған була. «Әкиәт тураһында әкиәт» (1908) тигән автобиографик новеллаһында Лагерлёф бала сағында ижадҡа яһалған тәүге аҙымдары тураһында һөйләй. Әммә аяғына баҫҡас та елкәһенә йән аҫрау хәстәрлеге Ята, сөнки ғаилә ул заманға фәҡилеккә төшә. 1881 йылда Лагерлёф Стокгольмдағы лицейға, Юғары уҡытыусылыҡ семинарияһына, инә һәм 1884 йылда тамамлай.

Шул уҡ йылды Швецияның көньяғындағы Ландскрунда ҡыҙҙар мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә инә. 1885 йылда атаһы мәрхүм була, ә 1888 йылда һөйөклө Морбакка бурыс ҡаплау өсөн һатып ебәрелә, усадьбала сит кешеләр йәшәй башлай.

 
Сельма Лагерлёф (1906)

Әҙәби ижадының башы үҙгәртергә

Был ярайһы уҡ ҡатмарлы йылдарҙа Сельма «Йёст Берлинг тураһында сага» тигән тәүге романы өҫтөндә эшләй башлай. 1880-се йылдарҙа әҙәбиәттә реализмға алмашҡа неоромантик йүнәлеш килә, был юҫыҡта яҙылған әҫәрҙәрҙә дворян усадьбаларында тормош, патриархаль боронғолоҡ, ер эшкәртеүселек тасуирлана, бындай тормош ҡала (сәнәғәт) йәшәү рәүешенә ҡаршы ҡуйыла, ергә һәм уның тере традицияларына бирелгәнлек алғы планға сыға. Йәш яҙыусының романы нәҡ ошо йүнәлештә яҙыла.

1890 йылдың яҙында «Идун» гәзите уҡыусыларҙың күңеленә хуш килерлек әҫәргә конкурс иғлан итә. 1890 йылдың авгусында Лагерлёф тамамланмаған әҫәренең бер нисә бүлеген ебәрә һәм беренсе премияға лайыҡ була. Романын яҙып бөткәс, ул 1891 йылда нәшер ителә. Китапҡа Дания тәнҡитсеһе Георг Брандес иғтибар итә, әҫәр киң танылыу ала. Лагерлёф ысынбарлыҡтың һәм тәбиғәттең теүәл күсермәһен биреү менән мауыҡмай, ул фантазияға, әкиәтилеккә өҫтөнлөк бирә, боронғоға мөрәжәғәт итеп, байрамса сағыулыҡ, романтика һәм мауыҡтырғыс мажаралар менән тулы әҫәр яҙа. Романда тасуирланған хәл-ваҡиғаларҙың күбеһе яҙыусыға бала саҡтан таныш Вермланд легендаларына нигеҙләнә.

Яҙыусы артабан да әкиәт манераһында яҙыуын дауам итә, фольклор материалына, башлыса халыҡ риүәйәттәренә таяна («Күҙгә күренмәҫ ептәр» (1894), «Кунгахелла королевалары» (1899) новеллалар йыйынтыҡтары, «Иҫке поместье тураһында риүәйәт» (1899), «Арне әфәнденең аҡсаһы» (1904) романдары). Күп кешеләр яуызлыҡтан, ҡарғыш-ҡәһәрҙән яфа сикһә лә, Лагерлёф фекеренсә, донъяны изгелек һәм мөхәббәт йәмләй, юғары көс, хатта мөғжизә ярҙамында яҡшылыҡ еңеп сыға. Был бигерәк тә «Христос тураһында легендалар» (1904) тигән новеллалар йыйынтығында асыҡ күренә.

Ҡайһы бер философик, дини һәм әхләҡи мәсьәләләрҙе яҙыусы башҡа материалда ҡарай. 1895 йылда Лагерлёф эштән китә һәм үҙен тулыһынса әҙәби ижадҡа арнай. 1895—1896 йылдарҙа ул Италияға сәфәр ҡыла, «Антихрист мөғжизәләре» (1897) тигән романында ваҡиғалар шунда бара. «Иерусалим» (1901—1902) тигән романында швед Далекарлияһындағы консерватив крәҫтиән традициялары һәм уларҙың дини сектасылыҡ менән бәрелештәре һүрәтләнә. Секта етәкселәре баҫымы аҫтында тыуған ерҙәренән Иерусалимға күсеп китергә һәм шунда донъя бөтөүен көтөргә мәжбүр булған крәҫтиән ғаиләләренең яҙмышы яҙыусы тарафынан тәрән аңлап тасуирлана.

Әҙәби ижад үрендә һәм донъяла танылыуы үҙгәртергә

Сельма Лагерлёфтың төп әҫәре — «Нильс Хольгерссондың Швеция буйлап мөғжизәле сәйәхәте» (швед. Nils Holgerssons underbara resa genom Sverige) (1906—1907) тигән әкиәт китабы. Тәүҙә уны дәреслек кеүек итергә уйлай. Демократик педагогика рухында яҙылып, китап балаларға Швеция тураһында, уның географияһын һәм тарихын, легендаларын һәм мәҙәни традицияларын һөйләй.

Китап халыҡ әкиәттәренә һәм легендаларына нигеҙләнә. Географик һәм тарихи материалдар бында әкиәт фабулаһы менән нығытыла. Зирәк аҡыллы ҡарт Акка Кнебекайзе артынан эйәргән ҡаҙ өйөрө менән Мартин исемле ҡаҙ һыртына ултырып сәйәхәт иткән Нильс бөтә Швецияны иңләп оса. Әммә был ябай сәйәхәт кенә түгел, ә шәхесте тәрбиәләү ҙә була. Сәйәхәт барышында булған осрашыуҙар һәм ваҡиғалар Нильс Хольгерсонды изгелекле һәм кешелекле балаға әйләндерә, ул башҡаларҙың бәхетһеҙлектәрен күңеленә яҡын ҡабул итергә, бүтәндәрҙең уңыштарына ҡыуанырға, һәр кемдең яҙмышын үҙенеке кеүек ҡабул итергә өйрәнә. Малайҙа башҡаларҙы аңлай белеү һәләте уяна. Әкиәттәге юлдаштарын яҡлып һәм ҡотҡарып, Нильс кешеләрҙе яратып китә, ата-әсәһенең хәсрәттәрен, ярлыларҙың ауыр тормошон аңлай башлай. Нильс ысын кешегә әйләнеп ҡайта.

Китап Швецияла ғына түгел, бөтә донъяла танылыу ала. 1907 йылда Лагерлёф Уппсаль университетының почетлы докторы итеп һайлана, 1914 йылда Швеция академияһы ағзаһы ителә.

1909 йылда яҙыусыға «уның әҫәрҙәренә хас булған юғары идеализм, сағыу күҙаллау һәм рухи үткерлекте таныу билдәһе итеп» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла.

Өлгөрөү осоро ижады үҙгәртергә

Нобель премияһы Лагерлёфҡа тыуған Морбаккаһын кире һатып алыу мөмкинлеген бирә, ул шунда күсеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Бында Вермланд кешеләре тормошона арналған «Лильекруна йорто» (1911) тигән романы, яңы новеллалары, әкиәттәре, легендалары барлыҡҡа килә, уларҙы «Тролдәр һәм кешеләр» (1915, 1921) тигән йыйынтыҡҡа туплай, антимилитаристик «Һөрөлөүсе» (1918) романы, «Йөксө» (1912) әкиәтсел-фантастик повесы яҙыла. Был осорҙоң иң әһәмиәтле әҫәре — «Португалия императоры» (1914) романы, унда бер бәләкәй генә ер киҫәгенә (торпҡа) хужа булған ярлының тормошо һүрәтләнә, ул психологик йәрәхәт арҡаһында үҙен император тип хис итә. Ысынбарлыҡ менән уны тик ҡыҙына һөйөүе генә бәйләй. Ошо һөйөү уның үҙен дә, тормошта аҙашҡан ҡыҙын да ҡотҡара.

Лагерлёфтың һуңғы ҙур әҫәре — Лёвеншёльдтар тураһында трилогия: «Лёвеншёльдтарҙың йөҙөгө» (1925), «Шарлотта Лёвеншёльд» (1925) һәм «Анна Сверд» (1928). Был роман бер ғаиләләге биш быуын вәкилдәренең тарихын һүрәтләй. Ваҡиғалар 1730 йыл тирәһендә башлана һәм 1860 йылда тамамлана. Әммә Лагерлёфтың романы традицион Европа ғаилә йылъяҙмаһынан айырыла. Ул тарихи әҫәр ҙә түгел, тарих унда ерлек хеҙмәтен генә үтәй. Лёвеншёльдтарҙың тарихы ла, ғаилә тормошо ла, Лагерлёф ҡәләменә генә хас булғанса, серле ваҡиғалар, хәтәр юрауҙар һәм күрәҙәләр, кешеләр өҫтөндә эленеп торған ҡарғыш-ҡәһәрҙәр аша тасуирлана. Шулай уҡ Лагерлёфса, изгелек һәм ғәҙеллек яуызлыҡты еңә. Хатта юғары көстәрҙең ҡыҫылышы ла түгел, ә төп геройҙар Карл-Артур Экенстедт, Шарлотта Лёвеншёльд һәм Анна Свердтың изге йөрәге менән яҡты ихтыяры өҫкә сығара уны.

Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан нацистик Германияла уны «нордик шағирә» тип сәләмләйҙәр, әммә Лагерлёф немец яҙыусыларына һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә нацист эҙәрләүҙәренән ҡотолорға ярҙам итә башлағас та, Германия хөкүмәте уны дошман күрә. Вафатынан бер йыл алда Лагерлёф немец шағирәһе Нелли Заксҡа швед визаһы алырға ярҙам итә һәм шуның менән уны нацистарҙың үлем лагерынан ҡотҡара. Донъя һуғышы башланыуҙан һәм совет-фин бәрелешенән шаңҡыған яҙыусы [сығанаҡ 3977  көн күрһәтелмәгән] үҙенең алтын Нобель миҙалын Финляндияға ярҙам буйынса швед милли фондына тапшыра. Әммә хөкүмәт ярҙамдың башҡа сығанаҡтарын таба һәм миҙал яҙыусыға ҡайтарып бирелә.

Оҙаҡ ауырығандан һуң Лагерлёф Морбаккалағы үҙ өйөндә 81 йәшендә перитониттан вафат була.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Лагерлёф Стокгольмда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Король уҡытыусылыҡ колледжына йөрөй. Унда алдынғы ҡарашлы кешеләр менән таныша, дуҫтар таба. Сельма атаһының ихтыярына ҡаршы уҡый. Колледжда талантлы ҡыҙ шиғырҙары менән билдәлелек ала, бер нисә сонеты феминистарҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаһы булған Dagny'ҙа баҫыла.

Сельма уҡыуын тамамлағандан һуң оҙаҡ та үтмәй атаһы вафат була. Яҙыусының тыуған фермаһы бурыс ҡаплау өсөн һатыла. Әҙәби ижад менән аҡса эшләй башлағанға тиклем Лагерлёф ун йыл уҡытыусы була.

Сельма Лагерлёф традицион булмаған енси йүнәлешле була. Ғүмере буйы швед сәйәси эшмәкәре Вальборг Оландер һәм яҙыусы Софи Элькан менән бәйләнештә тора. Лагерлёф менән Оландерҙың 40 йыллыҡ бәйләнеше мөхәббәт хаттары менән раҫлана[24]. Был өс ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында Швецияла күп сериялы фильм төшөрөлгән.

Хәтер үҙгәртергә

 
Сельма Лагерлёф, Карл Ларссон портреты, 1908
  • 1947 йылда Гамбургта Веллингсбюттель районында Lagerlöfstrasse урамы барлыҡҡа килә.
  • 1959 йылда яҙыусыға арнап СССР почта маркаһы сығарыла.
  • 1985 йылда Венерала кратерға Лагерлёф исеме бирелә.
  • Лагерлёф портреты 1991 йылдан алып 20 швед кронаһы банкнотында баҫыла. Был банкноттың икенсе яғына ҡаҙ һыртына ултырған Нильс төшөрөлгән.
  • Швецияның Фалун ҡалаһында яҙыусы һәйкәле тора.
  • Йортонда музей эшләнгән.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

 
Сельма Лагерлёф (1928)
  • «Йёст Берлинг тураһында сага» (Gösta Berlings saga, 1891).
  • «Күҙгә күренмәҫ ептәр» (Osynliga länkar, 1894).
  • «Антихрист мөғжизәләре» (Antikrists mirakler, 1897).
  • «Кунгахелла королевалары» (Drottningar i Kungahälla, 1899).
  • «Иҫке поместье тураһында риүәйәт» (En herrgårdssägen, 1899).
  • «Иерусалим» (Jerusalem, т. 1. Далекарлия, 1901; т. 2. Иерусалим, 1902).
  • «Арне әфәеденең аҡсаһы» (Herr Arnes penningar, 1904).
  • «Христос тураһында легендалар» (Kristuslegender, 1904).
  • «Нильс Хольгерссондың Швеция буйлап мөғжизәле сәйәхәте» (Nils Holgerssons underbara resa genom Sverige, т. 1-2, 1906—1907).
  • «Әкиәт тураһында әкиәт һәм башҡа әкиәттәр» (En saga om en saga och andra sagor, 1908).
  • «Лильекрунаның йорто» (Liljecronas hem, 1911).
  • «Йөксө» (Körkarlen, 1912).
  • «Португалия императоры» (Kejsarn av Portugallien, 1914).
  • «Тролдәр һәм кешеләр» (Troll och människor, т. 1-2, 1915—1921).
  • «Отступник» (Bannlyst, 1918).
  • «Морбакка» (Mårbacka, 1922).
  • «Лёвеншёльдтарҙың йөҙөгө» (тарихи трилогия):
    • «Лёвеншёльдтарҙың йөҙөгө» (Löwensköldska ringen, 1925).
    • «Шарлотта Лёвеншёльд» (Charlotte Löwensköld, 1925).
    • «Анна Свэрд» (Anna Svärd, 1928).
  • «Бала мемуарҙары» (Ett barns memoarer, 1930).
  • «Көндәлек» (Dagbok för Selma Ottilia Lovisa Lagerlöf, 1932).

рус теленә тәржемә итеп сығарылған баҫмалар үҙгәртергә

Полное собрание сочинений в 12-ти томах. М.: изд. Саблина, 1910—1911.

  • Собрание сочинений в 4-х томах. — Л.: Художественная литература, Ленинградское отделение, 1991—1993.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 http://www2.ub.gu.se/kvinndata/portaler/rostratt/pdf/rostrattsfragan.pdf
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118726005 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. http://web.archive.org/web/20160401152316/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/selma-lagerlof
  5. LIBRIS — 2018.
  6. Lagerlöf, Selma (ингл.) // The Enciclopædia Britannica — 12 — London, NYC: 1922. — Vol. XXXI English History to Oyama, Iwao.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Selma O L Lagerlöf (швед.) — 1917.
  8. 8,0 8,1 Lagerlöf, Selma Ottilia Lovisa // Sveriges dödbok 1830–2020 (швед.) — 8 — Sveriges Släktforskarförbund, 2021.
  9. Östra Ämterviks kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/VA/13685/C/7 (1833-1860), bildid: C0039805_00103
  10. Лагерлёф Сельма // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  11. Östra Ämterviks kyrkogård: Selma Lagerlöfkulturgravar.se.
  12. 12,0 12,1 Selma Ottilia Lovisa, f. 1858 i Östra Ämtervik Värmlands län // https://sok.riksarkivet.se/?postid=Folk_120444344 (швед.)Riksarkivet.
  13. 13,0 13,1 Östra Ämterviks kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/VA/13685/C/7 (1833-1860), bildid: C0039805_00103
  14. Carin Sophie Adlersparre 1823-07-06 — 1895-06-27 Kvinnosakskvinna, tidskriftsredaktör, Fredrika-Bremer-Förbundets initiativtagare
  15. Anna Karolina (Lina) Hjort 1881-03-10 — 1959-08-12 Lärare, byggmästare, rösträttskvinna
  16. Maria Matilda Aurora Widegren Widegren 1863-08-07 — 1938-02-02 Lärare, fredsaktivist, människorättsaktivist // (unspecified title)
  17. Beata Carolina Östberg 1853-05-17 — 1924-02-27 Operasångare
  18. Arkiv L1 - Selma Lagerlöf-samlingen
  19. Om Arkivet (швед.)
  20. About the Selma Lagerlöf archive (ингл.)
  21. http://samfundetdenio.se/historiska-stolar-2/stol-nr-2-selma-lagerlof/
  22. Lagerlöf, Selma (1858-1940) // Niels Holgersson's wonderbare reis
  23. Ла́герлёф / А. А. Мацевич // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  24. Ying Toijer-Nilsson. En riktig författarhustru: Selma Lagerlöf skriver till Valborg Olander (A Proper Writer's wife: Selma Lagerlöf to Valborg Olander). — 2006.

Һылтанмалар үҙгәртергә