Олуғбәк обсерваторияһы

урта быуаттарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһы эргәһендә Куһак тауҙарында Олуғбәк төҙөгән донъялағы иң ҙур обсерватория.

Олуғбәк обсерваторияһы (үзб. Ulug‘bek rasadxonasi) — урта быуаттарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһы эргәһендә 1424—1428 йылдарҙа Куһак (хәҙер — Чупан ата) тауҙарында Олуғбәк төҙөгән донъялағы иң ҙур обсерватория.

Олуғбәк обсерваторияһы
үзб. Ulug‘bek rasadxonasi
Нигеҙләү датаһы 1420[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Олуғбәк[1]
Нигеҙләүсе Олуғбәк[1]
Дәүләт  Үҙбәкстан[2]
Административ-территориаль берәмек Сәмәрҡәнд[1][2]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм oбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d]
Майҙан 19,5 гектар,
274 гектар
Указания, как добраться Islom Karimov koʻchasi, 1-uy
Карта
 Олуғбәк обсерваторияһы Викимилектә

Дөйөм характеристика үҙгәртергә

Файл:Самарканд обсерватория Улугбека внешний вид .jpg
Сәмәрҡәнд. 1929 йыл. Олуғбәк обсерваторияһының тышҡы күренеше ҡалдыҡтары

1908 йылда археолог В. Л. Вяткин обсерватория ҡалдыҡтарын тапҡан һәм тикшергән. Обсерваторияның урынлашҡан урынын аныҡ һүрәтләргә бер XVII быуат документын: дәрүиш хөжрәһе урынлаштырыуға бүләк итеү ҡағыҙын дарственная өйрәнеү ярҙам итә. Археологик экспедициялар һәм 1948 йылда археолог В. А. Шишкин (1893—1966) етәкселегендәге Үзбәк ССР-ы Фәндәр академияһының тарих һәм археология институты, обсерваторияның фундаментын һәм бина фрагменттарын уларҙың ҡая өҫтөндәге нигеҙенә тиклем асып, ҡаҙыныу эштәренең һуңғы этабын тамамлай.

Яһалған реконструкцияға ярашлы, обсерватория өс ҡатлы цилиндр рәүешендәге, бейеклеге 30,4 м һәм диаметры 46,40 метр булған бина, һәм төньяҡтан көньяҡҡа ориентирланған[3] радиусы 40,21 м тәшкил иткән мәшһүр мөйөш үлсәгес — секстант (йәки квадрант[4]) һыйҙырған, ә шуның ярҙамында күк меридианын горизонт өҫтөнән үткәндә, күк есемдәренең бейеклеге үлсәнгән. Прибор ҡаҙыныуҙар барышында асылған һәм уның ер аҫты өлөшө яҡшы һаҡланған, Уның дуғаһы 20°-тан 80°тиклем түңәрәктең алтынсы өлөшөн тәшкил итә тип фараз ителә.

Инструменттың дуғаһы мәрмәр менән көпләнгән ике кәртә менән сикләнгән. Мәрмәр буйынса, түңәрәктең һәр градусында бүлемдәр һәр һандар уйылған. Һәр 70 градусҡа 70 сантиметрлыҡ интервал тура килә. Барьер-тотҡарлыҡтар эргәһенән кирбес баҫҡыс күтәрелә.

Азимуталь күҙәтеүҙәр бинаның ҡыйығындағы горизонталь түңәрәктә башҡарылған тип фаразларға мөмкин. Обсерватория башҡа ҡоралдар ҙа булған, әммә улар һаҡланмаған.

Олуғбәк обсерваторияһында Ҡазый-заде әр-Руми, Әл-Каши, Әл-Ҡошсо һымаҡ билдәле астрономдар эшләгән. Бында 1437 йылда 1018 йондоҙҙо тасуирлаусы Гөргән зижды — йондоҙло күк йөҙө каталогы төҙөлгән. Шунда уҡ йондоҙ йылы оҙонлоғо билдәләнгән: 365 көн, 6 сәғәт, 10 минут, 8 секунд (хаталаныу мөмкинлеге менән + 58 секунд).

Обсерваторияның барлыҡҡа килеү тарихы үҙгәртергә

Файл:Самарканд обсерватория Улугбека внутренний вид .jpg
Сәмәрҡәнд. Олуғбәк обсерваторияһы секстанты ҡалдыҡтары күренеше

Обсерватория нигеҙ һалыусы Мөхәммәт Тарағай Олуғбәк, Аҡһаҡ Тимерҙең (Тамерлан) ейәне, 1394 йылда тыуған, олатаһының вафатынан 11 йыл алда тыуған. Батша улының уҡытыусылары яҙыусы һәм фәйләсуф Азари Ариф һәм обсерватория өсөн күп файҙа эшләүсе ҙур математик Ҡазый-заде-әр-Руми булған. Олуғбәк бала саҡтан уҡ математикаға оло ҡыҙыҡһыныуын һәм һәләтен күрһәтә. Олатаһы Тимер менән Солтанстанға, Маратҡа сәфәр ҡылыуы һәм унда фарсы ғалимы Насретдин әт-Туси (1201—1274 йй.) төҙөткән Марагин обсерваторияһын барып күреүе уны тәьҫораттар менән байыта. Моғайын, тап шунда малайҙың астрономия менән ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килгәндер.

Сәмәрҡәнд, хакимы булғас, Олуғбәк үҙенең күптәнге хыялын — обсерватория булдырыуҙы — тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Был ҙур эштә Олуғбәк үҙенең төп консультанты тип Румиҙы атаған.

Обсерватория — айырым төрҙә ҡоролған бина, һәм бында төп ролде архитектор түгел, ә бина эсендә ҡоролорға тейеш күк есемдәрен өйрәнеүсе ҡоралдарҙы урынлаштырыусы һәм уларҙың дәүмәлен билдәләүсе ғалим, йәғни Олуғбәк һәм Руми уйнаған. Әйтергә кәрәк, улар ҡабул иткән ҡарарҙар ҡыйыу һәм үҙенсәлекле булған. Төҙөлөш өс йыл самаһы бара. 1420 йылдың көҙөнә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1428—1429 йылдарға) обсерватория бинаһы әҙер була. Приборҙарҙы урынлаштырыу һәм дөрөҫләү башлана. Олуғбәктең үтенесе буйынса был эш менән астроном Кашан һәм иҫ киткес шәп математик Жәмшид әл-Каши (1373—1430 йй.) шөғөлләнгән.

Обсерваторияның фәнни программаһы, кәм тигәндә, 30 йылға (Сатурндың әйләнеү осоро) иҫәпләнгән була. Дәүләт хеҙмәте Олуғбәккә обсерватория эштәренең бөтөн нескәлектәре менән даими ҡыҙыҡһынып тороу мөмкинлеген дә бирмәгән, моғайын. Әммә Олуғбәк өсөн астрономия ҡыҫҡа ваҡытлы мауығыу ғына булмағанлығын уның бөтә тормошо иҫбатлай. Ул үҙенең ҡаҙанышын даими ҡурсалаған, бөтә мөһим эштәргә рухландырыусы ла ғилми етәксе лә булған.

Тәүге ун йыл дауамында обсерватория менән Жәмшид әл-Каши етәкселек иткән. Уның вафатынан һуң был вазифаны етмеш йәшлек Ҡазый-заде Руми биләгән. Алты йыл үтеүгә, 1436 йылда, Руми ҙа вафат була. Обсерватория өсөн һынылышлы ваҡыт етә. Олуғбәк хатта күҙәтеүҙәрҙе туҡтатырға һәм таблицаларҙы тамамланмаған көйө нәшер итергә йыйына, әммә йәш астроном сәмәрҡәндле Али Ҡошсо (1402—1474) эште яйға һалыуға өлгәшә һәм Олуғбәкте күҙәтеүҙәрҙе дауам итергә күндерә.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, Олуғбәк 1449 йылда үлтерелгәндән һуң, обсерватория эшмәкәрлеге туҡтай, ә уның бинаһын дини фанатиктар емерә, тип яҙалар. Һуңғы йылдарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, улай булмаған. Олуғбәк һәләк булғандан һуң, обсерватория тағы 20 йыл эшмәкәрлеген дауам иткән. 1469 йылда ғына, Сәмәрҡәнд хакимы Әбү Сәйет Көнбайыш Иран походында һәләк булғандан һуң, күп ғалимдар тормош гөрләп торған Һәратҡа күсеп киткән. Али Ҡошсо ла уҡыусылары менән, обсерваторияны ташлап, Һәратҡа күсеп китергә мәжбүр булған. Көнсығыштың күренекле шағиры һәм дәүләт эшмәкәре, Хөрәсән тимериҙәре тоҡомонан Алишер Науаи[5] дәүләттең беренсе министры булған, ғалимдарҙы, аҡыл эйәләрен, рәссамдарҙы, музыкант һәм шағирҙарҙы ҡурсалаған һәм матди ярҙам күрһәткән. Сәмәрҡәнд астрономы тиҙҙән Истанбулға саҡырыла. Унда ул обсерваторияла башлаған хеҙмәтен тамамлай һәм баҫтырып сығара. Олуғбәк обсерваторияһында төҙөлгән астрономик таблицалар Көнсығышта юғары баһаланған һәм бик оҙаҡ ваҡыт аныҡлыҡ буйына уларға тиңе булмаған. Европала улар тәүге тапҡыр 1650 йылда баҫтырып сығарылған.

Обсерваторияның бушап ҡалған бинаһы тағы бик оҙаҡ йылдар шул көйө торған һәм бары тик XVI быуат аҙағында ғына Сәмәрҡәнд халҡы обсерваторияның кирбестәрен һүтеп алған. Иҫке ҡала территорияһында обсерватория архитектураһы деталдәренең табылыуы бының дәлиле булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Измерительный прибор (предположительно секстант или квадрант) был точно сориентирован по меридиану.
  4. Такой точки зрения придерживался академик АН УзССР В. П. Щеглов. Его мотивацией было то, что квадрант захватывает значительно большую часть окружности, что и даёт возможность вести наблюдения за большей частью звёздного неба. В подтверждение этой точки зрения В. П. Щеглов приводил соображения, что предпочтение квадранту в пользу секстанта могло быть отдано строителем инструмента только из соображений экономии. Улугбек же, по его мнению, будучи правителем страны, не имел стеснений в средствах. Сохранилась только подземная часть дуги инструмента, которая сама по себе не даёт оснований сделать определённый вывод о том, остатком какого именно инструмента она является.
  5. Мирза Мухаммад Хайдар Дуглат «Тарихи Рашиди»:
    «Упоминание о Мир 'Алишере. Псевдоним его — „Навои“. По происхождению своему он из уйгурских бахшей. Отца его называли „кичкина бахши“, он был должностным лицом. Мир 'Алишер с детства дружил с Мирза Султан Хусайном. Когда Мирза [Султан Хусайн] стал государем, Алишер Навои прибыл к нему, и Мирза оказывал ему бесконечные милости, а он [Алишер] — учёным людям.»

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә