Нәҫелсәнлек[1], нәҫелселек[2]; нәҫелдәнлек[3] — организмдарҙың үҙҙәренә хас билдәләрен, тереклек үҙсәнлектәрен быуындан быуынға тапшыра алыу һәләтлеге. Ошо һәләтлелектәре арҡаһында нәҫелгә төр өсөн хас булған үҙенсәлектәрен һаҡлап киләләр.

Быуындар бәйләнеше генетик мәғлүмәт тапшырыу аша башҡарыла. Эукариоттарҙа нәҫелсәнлектең материаль берәмеге булып гендар тора. Гендар ядролағы хромосомаларҙа һәм органеллаларҙың ДНК молекулаларында тупланған.

Нәҫелсәнлек үҙгәреүсәнлек менән бергә тереклектең ике ҡапма-ҡаршы үҙенсәлеген: даимилеген, бөтөнлөген һаҡлауҙы, шул уҡ ваҡытта йәнле тәбиғәттең ғәжәп күп төрлөлөгөн, икһеҙ-сикһеҙ күп йәшәү формаларын булдыра. [4].

Нәҫелсәнлек һәм үҙгәреүсәнлек  — генетика фәненең төп өйрәнеү предметы булып тора.

Тарихы үҙгәртергә

Кешеләрҙә, хайуандарҙа, үҫемлектәрҙә быуындан быуынға күсеп килгән оҡшашлыҡ билдәләре күптәрҙе уйға һала. Был күренеште аңлатырға тырышып күп фараздар тәҡдим ителә. Тәүге шундай фараз « медицинаға» нигеҙ һалыусы Гиппократ (около 460—470 гг. до н. э.) тарафынан әйтелә. Уныңса атай һәм әсәй организмындағы яралғы башланғысы үҫеш үҙенсәлектәренең сәбәбе булып тора.

Демокрит (б.э. тиклем 460—470 йй. тирәһендә) нәҫел үҙенсәлектәрен тапшырыуҙа ике енес вәкиле лә берҙәй үк тиң тип материаль өлөшөн индерә тип һанай.[5]. Идеалистик уй-фекерҙәрен Аристотель (б.э. тиклем 384—322 йй) дә яҙып ҡалдырған: нәҫеленә материаль башланғысты инә организм, ә ата организм аша материаль булмаған башланғыс — энтелехия тапшырыла.[5].

Шулай уҡ, нәҫел үҙсәнлектәре «ҡан» аша күсә тигән фараздар ҙа әйтелә. Был ҡараштарҙың сағылышы булып, «таҙа ҡанлы», «ҡатнаш ҡан» йәки «зәңгәр ҡан» тигән төшөнсәләр ҡалған. Әлбиттә, бында һүҙ туранан-тура ҡан тураһында бармай, бары ата-бабалар аша нәҫелгә тапшырылыусы барлыҡ билдәләр йыйылмаһын күҙаллана[6].

XIX быуатҡа тиклем "нәҫелсәнлек " һәм " нәҫелгә күсеү " үҙ-ара һөйләштә генә ҡулланыла. Англияла "нәҫелсәнлек " (англ. — heredity) термины XIX быуат аҙағынаса фәндә ҡулланылмай тиерлек. Чарльз Дарвиндың яҙмаларында ғына " нәҫелгә күсеү " (англ. — inheritance) тигән һүҙҙәр осрай. Францияла "тәбиғи нәҫелсәнлек " (франц. — hérédité naturelle) тигән төшөнсә бары 1830 йылдан һуң киң ҡулланыла башлай.[7].

XIX быуат уртаһынан нәҫелсәнлек төшөнсәһе фәнни төҫмөрләмә ала башлай . Тап ошо осорҙа Проспер Люк тың тәбиғи нәҫелсәнлек (1847-50) тураһында хеҙмәтен баҫтыра. Бында кеше организмына хас үҙенсәлектәрҙең нәҫел аша күсеүенә бәйле бик күп факттар бәйән ителә. Ул өс төрлө нәҫелсәнлекте билдәләй: һайланма(атайҙан йәки әсәйҙән генә бер яҡлы килгән билдәләр), ҡатнаш (ике яҡлап килгән). Аҙағыраҡ, Эрнст Геккель (1866) йылда тыумыштан һәм йәшәү дәүерендә эйә булған билдәләр араһын айырып, консерватив һәм прогрессив нәҫелсәнлек тип төркөмләргә тәҡдим индерә.[8].

XIX быуаттың икенсе яртыһында нәҫелсәнлек төшөнсәһен бер тәғлимәткә туплау өсөн тағы ла бер нисә ынтылыш була. XIX быуаттың 60-80-е йылдарында күренекле ғалимдар тарафынан ҡоро фәлсәфәгә генә ҡоролған бер нисә спекулятив тәғлимәттәр тәҡдим ителә.Улар араһында Чарльз Дарвин да була .[8].

Чарльз Дарвин "Үҫемлек һәм хайуандарҙы ҡулға эйәләштергәндә үҙгәреүҙәре " (англ. — «The Variation of Animals and Plants under Domestication», 1868 год) тигән китабының һуңғы бүлегендә ваҡытлыса пангенезис гипотезаһын тәҡдим итә . Уныңса, организмдың бөтә күҙәнәктәре лә ваҡ ҡына яралғы — ("геммулалар ") бүлеп сығара. Шулар яралғы күҙәнәктәрендә йыйылып, уның үҫешен көйләйҙәр тип фараз итә.[5]. Шундайыраҡ фаразды б.э.тиклем V—IV быуатта Гиппократ, XVII быуатта — Дж. Борелли , XVIII быуатта Ж. Бюффон тәҡдим итә.[9].

Нәҫелсәнлектең хромосомалар тәғлимәте үҙгәртергә

  1. Гендар хромосомаларҙа урынлашҡан. Һәр хромосома гендар сылбырының тупланмаһы булып тора. Һәр төр өсөн бындай тупланмалар һаны хромосомалар пары һанына тигеҙ (n).
  2. Һәр гендың хромосомала үҙ урыны бар (локус). Хромосомала гендар бер-бер артлы линия яһап теҙелгәндәр.
  3. Гомологик хромосомалар үҙ-ара аллель гендары менән алмаша ала (кроссинговер).
  4. Хромосомала гендар араһы кроссинговер йышлығына пропорциональ була[10]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Е.А. Веселов. Дарвинизм нигеҙҙәре.Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. Башҡортостан китап издательствоһы. - Өфө. 1959 й. Икенсе баҫмаһынан тәржемә.
  2. Русско-башкирский словарь по ботанике (С.И.Янтурин, Г.А.Хисамов, 1981)
  3. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  4. Тарантул В.З. Толковый биотехнологический словарь. Русско-английский. — М.: Языки славянских культур, 2009. — 936 с. — ISBN 978-5-9551-0342-6.
  5. 5,0 5,1 5,2 Дубинин Н.П. Генетика. — Кишинёв: Штиинца, 1985. — С. 19-36. — 536 с.
  6. Heredity. Britannica. Дата обращения: 27 октябрь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2012 года.
  7. Raphael Falk. Genetic Analysis. A History of genetic thinking. — Cambridge: Cambridge University Press, 2009. — ISBN 9780521884181.
  8. 8,0 8,1 Филипченко Ю.А. Генетика. — Л.: Типография "Печатный Двор", 1929. — 379 с.
  9. Пангенезис — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  10. О.-Я.Л.Бекиш. Медицинская биология. — Витебск: Ураджай, 2000. — С. 130-131.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Гайсинович А.Е. Зарождение и развитие генетики. — М.: Наука, 1988. — 424 с. — ISBN 5-02-005265-5.
  • Инге-Вечтомов С.Г. Генетика с основами селекции. — М.: Высшая школа, 1989. — 591 с. — ISBN 5-06-001146-1.