Ибрай Алтынсарин (ҡаҙ. Ыбырай Алтынсарин) (20 октябрь (1 ноябрь) 1841(18411101) — 17 июль (29 июль) 1889) — ҡаҙаҡ педагог-мәғрифәтсеһе, яҙыусы, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, этнограф. Әсбаптар авторы («Казахская хрестоматия» (1879; 2 баҫмаһы — 1906) һәм «Начальное руководство к обучению казахов русскому языку» (1879), мәҫәлдәр һәм хикәйәләр авторы, Л. Н. Толстой, И. А. Крылов әҫәрҙәрен тәржемә итеүсе.

Ибрай Алтынсарин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 октябрь (1 ноябрь) 1841
Тыуған урыны Ҡуштанай, СССР
Вафат булған көнө 17 (29) июль 1889 (47 йәш)
Вафат булған урыны Ҡуштанай, Турғай өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яҙыусы, уҡытыусы, фольклорсы, этнограф
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][1], фольклористика[d][1] һәм этнография[1]
Кемдә уҡыған Николай Иванович Ильминский[d]
 Ибрай Алтынсарин Викимилектә

Кириллица нигеҙендә ҡаҙаҡ текстарын яҙыу өсөн алфавит варианттарын төҙөгән.

Ҡаҙаҡ халҡының донъяуи белеме башына нигеҙ һалған. Дүрт ике класлы урыҫ-ҡаҙаҡ училищеларын, бер һөнәри училище, Ҡаҙағстанда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы[2], биш улус мәктәптәрен, урыҫ крәҫтиәндәренең балалары өсөн ике училище асҡан. Шулай уҡ Троицкиҙа уҡытыусылар мәктәбен нигеҙләгән, һуңыраҡ ул Ырымбурға күсерелгән.

Биографияһы үҙгәртергә

1841 йылдың 20 октябрендә (яңы стиль буйынса 1 ноябрҙә) Рәсәй империяһы Турғай өлкәһе Николаевск өйәҙе Араҡарағай улусында тыуған.

Атаһы вафат булғандан һуң ҡартатаһы билдәле бей Балғожа Жанбуршин ғаиләһендә тәрбиәләнгән[3].

Бала саҡтан уҡ белемгә үҙаллы уҡыуға ынтылған, Рәсәй йәмғиәтенең зыялы өлөшө менән йыш аралашҡан.

1850 йылда Ырымбур сик буйы комиссияһы ҡарамағындағы мәктәп-интернатына уҡырға ебәрелә. Ырымбурҙа уҡыу йылдарында шәрҡиәтсе В. В. Григорьев менән таныша. 1857 йылда алтын миҙал менән мәктәпте тамамлай. Артабан үҙенең ҡартатаһы Балғожала өс йыл дауамында писарь булып эшләй.

Бер ни тиклем ваҡыт Ырымбур өлкә идаралығында эшләй, бында Н. И. Ильминский менән танышҡан.

1860 йылда өлкә идаралығы уға Турғай ҡалаһында ҡаҙаҡ балалары өсөн мәктәп асырға бойорған, был мәктәптә ул урыҫ теле уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнгән. 1861 йылдан Турғай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай.

1864 йылда беренсе халыҡ мәктәбен асҡан.

Статский советник чинын алған. Бер ни тиклем ваҡыт дауамында шулай Турғай өйәҙ идаралығында эштәр башҡарыусыһы булып хеҙмәт иткән, өйәҙ башлығының һәм ваҡытлыса өйәҙ судъяһының ярҙамсыһы вазифаларын үтәгән.

1879 йылдан һәм үҙенең үлеменә тиклем Турғай өлкәһендә ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторы булған.

1883 йылда Николаевс (Ҡустанай) өйәҙенә күскән. Бында Ҡустанайҙан өс километр алыҫлыҡта Тубыл йылғаһы бөгөлөндәге утрауҙа (аҙаҡ «Инспектор күле» тип аталған бәләкәй күл буйында) йорт һалған. Бында Ибрай Алтынсарин ғүмеренең аҙағынаса йәшәгән һәм эшләгән.

1886 йылда Ибрай Алтынсариндың аҡсаларына башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла Рәсүлев етәкләгән «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе уҡыу корпусының һәм ятағының ағас биналары төҙөлгән.

1889 йылдың 17 июлендә (яңы стиль буйынса 29 июлендә) вафат булған, Тубыл йылғаһы ярында үҙенең йортонан алыҫ булмаған урында атаһының ҡәбере янында ерләнгән.

Хәтер үҙгәртергә

 
Ҡаҙағстан почта маркаһында Ибрай Алтынсарин. 2016 йыл
  • Уның хөрмәтенә Ҡустанай өлкәһенең Алтынсарин районы аталған.
  • СССР-ҙа уның исеме Арҡалыҡ педагогия институтына бирелгән.
  • Уның хөрмәтенә Ҡустанайҙа Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн өлкә китапханаһы аталған.
  • Уның хөрмәтенә Шымкентта Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкә балалар китапханаһы аталған.
  • Уның хөрмәтенә Ҡустанай өлкәһендәге Рудный социаль-гуманитар колледжы аталған.
  • 2007 йылда Ҡаҙағстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ведомство бүләге — «Ибрай Алтынсарин» күкрәк билдәһе булдырылған[4].
  • Алматыла уның хөрмәтенә проспект, Күксетау, Ҡустанай һәм Рудный ҡалаларында урамдар аталған.
  • Уның исеме Алтынсарин районы Убаган урта мәктәбенә, Ҡапшағай ҡалаһының 1-се һанлы урта мәктәбенә, Алматы ҡалаһының 159-сы һанлы гимназияһына, Таскала ҡаҙаҡ-урыҫ урта белем биреү мәктәбенә бирелгән.
  • 1952 йылда уның хөрмәтенә Жунғар Алатау тауҙарында Алтынсарин боҙлоғо аталған[5].
  • 2013 йылдың майында Кентау ҡалаһында Ибрай Атынсарин һәйкәле асылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Altynsarin, Ybyraj // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Женские училища // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  3. Аян Әден. Ыбырайдың атасы Кенесары бастаған қозғалысты жақтамаған. ҚазАқпарат (17 тамыз 2018). 2018 йыл 7 ноябрь архивланған. (ҡаҙ.)
  4. Нагрудный знак «Ибрай Алтынсарин»
  5. Алтынсарина ледник // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә