А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет театры

А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән академия опера һәм балет театры (әрм. Ալեքսանդր Սպենդիարյանի անվան օպերայի և բալետի ազգային ակադեմիական թատրոն) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандағы опера һәм балет театры. 1933 йылдан эшләй, 1940 йылдан үҙ бинаһына эйә.

А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет театры
әрм. Ալեքսանդր Սպենդիարյանի անվան օպերայի և բալետի ազգային ակադեմիական թատրոն
Нигеҙләү датаһы 1933
Рәсем
Рәсми атамаһы Ալեքսանդր Սպենդիարյանի անվան օպերայի և բալետի ազգային ակադեմիական թատրոն
Дәүләт  Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Ереван һәм Кентрон[d]
Урын Ереван
Арт-директор Константин Гарриевич Орбелян[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Архитектор Таманян Александр Оганесович
Һыйым 2600
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Адрес Թումանյան փող. 36[1]
Рәсми сайт opera.am
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Opera house of Yerevan[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Opera house of Yerevan[d]
Карта
 А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет театры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Әрмән ССР-ы Совнаркомы Ереван консерваторияһының опера класы нигеҙендә стационаропера театры ойоштороу тураһында 1932 йылдың 13 майында ҡарар ҡабул итә. 1933 йылдың 20 ғинуарында тәүге премьера — А. А. Спендиаровтың С. Я. Парнок либреттоһына «Алмаст» операһы ҡуйыла. Театрҙың үҙенең бинаһы булмай, бары тик 1940 йылда архитектор А. О. Таманян проекты буйынса 1120 тамашасыны һыйҙырырлыҡ бина төҙөлә[2].

Был 1938 йылда театрға Спендиаров Александр Афанасьевич исеме бирелә.

1939 йылда театр Ленин ордены менән наградлана.

1957 йылда академия театры исемен ала.

Урынлашыуы үҙгәртергә

 
Опера тетарына бағышланған марка, 1979 й.

Опера театры бинаһы Таманяндың проекты буйынса һәм ҡаланың генераль планына ярашлы Еревандың иң үҙәгендә урынлаша.

Опера театрының көньяҡҡа ҡараған яғында Азатлыҡ майҙаны урынлашҡан. Майҙанда Ованес Туманянға һәм Александр Спендиарянға һәйкәл тора. 2010 йылда территория аҫтында 500 автомашина һыйырлыҡ өс кимәлле парковка асыла[3]. Майҙанда артында урынлашҡан скверҙа күп һанлы кафелар эшләй. Скверҙың көнсығыш яғында, Туманян менән Терьян урамдары киҫелешендә яһалма һыу сығанағы — Севан күле формаһында «аҡҡош күле» яһалған. Күл ярында Арно Бабаджанянға һәйкәл ҡуйылған[4].

Көньяҡтан архитектура комплексына Төньяҡ проспекты терәлә һәм театр бинаһы проспектты тамамлап ҡуя.

Театрҙың төньяҡ фасады бер нисә сквер тоташҡан Франция майҙанына ҡарай. Майҙандан көньяҡта, йәғни бинанан төньяҡта Арам Хачатурян һәйкәле урынлашҡан. Көнсығышта — Мартирос Сарьян скверы һәм рәссамдың һәйкәле. Ул рәссамдарҙың традицион йыйылыу урыны. Көнбайышта — Комитас һәм Саят Нове һәйкәлдәре менән Ереван консерваторияһы скверы. Төньяҡ сквер аша йәйәүлеләр юлы үтә, кафелар урынлашҡан. Был юл — «Каскад» архитектура комплексына алып сыға. Скверҙа Вильям Сароянға һәйкәл ҡуйылған.

Театр бинаһынан алыҫ түгел Шаумян исемендәге 1-се мәктәп һәм Еревандың балалар китапханаһы урын алған.

Опера театры түбәндәге урамдарур киҫелешендә урынлашҡан:

  • Месроп Маштоц проспекты
  • Саят-Новы проспекты
  • Маршал Баграмян проспекты.
  • Төньяҡ проспекты
  • Байрон урамы
  • Туманян урамы
  • Еезник Кохбаци урамы
  • Терьяна урамы
  • Спендиарян урамы
  • Ст. Зорян урамы
  • Марк Григорян урамы

Галереяһы үҙгәртергә

Шәхестәр үҙгәртергә

  • Бурджалян Аркадий Сергеевич — театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1933—1938 йылдарҙа — театрҙың баш режиссёры.
  • Меликян Овакимович Романос — опера театрының тәүге художество етәксеһе.
  • Орбелян Константин Гарриевич — 2016 йылдан театрҙың художество етәксеһе.

Дирижерҙар үҙгәртергә

  • Будагян Георгий Ервандович — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Сараджев Константин Соломонович — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Степанян Герасимович Рубен — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Тавризиан Михаил Арсеньевич — СССР-ҙың халыҡ артисы (19381957 йылдарҙа — баш дирижер)
  • Чарекян Сурен Гаврилович — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Дурян Оган Хачатурович — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Тер-Восканян Яков Мкртычевич — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Хараджанян Испир Оганесович (1908—1997) — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Режиссерҙар үҙгәртергә

  • Бурджалян Аркадий Сергеевич (1933—1940) — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Калантар Леван Александрович (1936—1940) — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Гулакян Армен Карапетович (1935—1960) — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Аджемян Вартан Мкртичевич (1938—1971) — СССР-ҙың халыҡ артисы
  • Мелкумян Гоарине (1941—1971)
  • Варданян Вавик (1955—1957)
  • Рафаел Джрбашян (1957) — Әрмәнстан Республикаһының халыҡ артисы
  • Капланян Грачья Мкртичевич Капланян (1960—1964) — СССР-ҙың халыҡ артисы
  • Афеян Погос (1965—1966)
  • Багратуниҙы Ваган Вачеевич (1967—1974), баш режиссёр, РСФСР-ҙың халыҡ артисы
  • Багратуни Ваагна (1968—1990)
  • Левонян Тигран (1971—1996) — Әрмәнстан Республикаһының халыҡ артисы
  • Чанга Евгений Янович (1961—1967) — балетмейстер, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Рәссамдар үҙгәртергә

  • Сарьян Мартирос Сергеевич — СССР-ҙың халыҡ рәссамы
  • Арутчян Михаил Аветович — Әрмән ССР-ының халыҡ рәссамдары
  • Аладжал Семен Иванович — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Балет артистары үҙгәртергә

  • Воинова-Шиканян Любовь Павловна — Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
  • Тавризиан Русудан Леонидовна
  • Саркисян Саркис Карапетович — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы
  • Георгиан Георгий Герасимович — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы
  • Мурадян Зарэ Мурадович — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Неркарарян Арутюн Степанович — Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы

Солистар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Театр оперы и балета Армении. Сборник статей. — М., 1939.
  2. Шавердян А. Очерки по истории армянской музыки XIX и XX вв.. — М., 1959.
  3. Тигранов Г. Армянский музыкальный театр. — Ер., 1956. — Т. 1.
  4. Тигранов Г. Армянский музыкальный театр. — Ер., 1960. — Т. 2.
  5. Барсамян А. «Алмаст» А. Спендиарова. — М., 1959.
  6. Тигранов Г. Балеты А. Хачатуряна. — М., 1960.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.6/95.2 — 2017.
  2. Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973 (стб. 220—222)
  3. Открытие подземного паркинга у Оперного театра 2010 йыл 30 июль архивланған.
  4. Памятник Арно Бабаджаняну
  5. Елизавета Дмитриевна Уварова. Эстрада России, XX век: энциклопедия. — ОЛМА Медиа Групп, 2004. — 874 с. — ISBN 9785224044627.
  6. Юрий Сосудин. Незабываемые певцы. — Litres, 2017-09-05. — 479 с. — ISBN 9785040671496.

Һылтанмалар үҙгәртергә