Штендер Григорий Михайлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Штендер, Григорий Михайлович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:05, 23 ноябрь 2020 өлгөһө

Штендер Григорий Михайлович (25 май 1927 йыл17 август 1992 йыл) — совет һәм Рәсәй архитектор-реставраторы, архитектура тарихсыһы, рәссам. Архитектура кандидаты (1985), Новгород университеты профессоры (1989). Новгород реставрация мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Реставрация теорияһы һәм практикаһы буйынса күп хеҙмәт авторы (60-тан ашыу).

РСФСР Рәссамдар союзы һәм Архитекторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (үлгәндән һуң, 1996).

Биографияһы

Штендер Григорий Михайлович 1927 йылдың 25 майында Киевта тыуа. 1953 йылда, Киев инженер-төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң, ҡатыны И. А. Спивак менән йүнәлтмә буйынса Новгородҡа киләләр, һуңынан инде яҙмыштарын үҙенсәлекле боронғо рус архитектура һәйкәлдәре менән бәйләп, бында ғүмерлеккә ҡалалар.

1950—1990 йылдарҙа Г. М. Штендер Новгород, Чернигов, Смоленск, Псков, Иҫке Ладога, Киев, Полоцк һәм СССР-ҙың башҡа элекке ҡалаларының архитектура һәйкәлдәрен өйрәнә һәм тергеҙә. Новгородтың үҙендә ул 30-ҙан ашыуы ҡорам, монастырь ҡоролмалары, граждандар төҙөлөшөн, улар араһында София соборы, Новгород кремле стенаһының бер өлөшө лә була.

Балалары: Штендер Вадим Грицевич , Штендер Ирина Грицевна

1992 йылдың 17 авгусында Новгородта вафат була. Раштыуа зыяратында ерләнә.

Хәтер

1993 йылда Новгородта Г. М. Штендер иҫтәлегенә арналған беренсе фәнни-ғәмәли конференция үтә.

2003 йылдың 15-18 апрелендә Бөйөк Новгородта архитектор-реставратор Г. М. Штендерға арналған икенсе фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә[1].

2007 йылдың 18 майында Новгород ерҙәре художество мәҙәниәте дәүләт музейында Григорий Михайлович Штендерҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла[2].

Хеҙмәттәре

  • Штендер Г. М. Новгородское зодчество. Работы Новгородской реставрационной мастерской за 20 лет // Древнерусское искусство. Художественная культура Новгорода. — М.: Наука, 1968. — 368 с. — (Древнерусское искусство). — 6300 экз. (в пер., суперобл.)
  • Штендер Г. М. К вопросу о галереях Софии Новгородской (по материалам археологического исследования северо-западной части здания) // Реставрация и исследования памятников культуры. Вып. 2. — М.: Наука, 1982.
  • Западные камеры собора Мирожского монастыря во Пскове // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.
  • Новое о композиционном замысле Софийского собора в Киеве // Древнерусское искусство. Художественная культура Х — первой половины XIII в., 1988.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Архитектурное наследие Великого Новгорода и Новгородской области: Каталог / Составитель и научный редактор М. И. Мильчик. — СПб.: Фонд содействия реставрации памятников истории и культуры «Спас» : Информационно-издательская фирма «Лики России», 2009. — 656 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-87417-314-2.

Һылтанмалар