Магнус Карлсен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Карлсен, Магнус" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

06:07, 20 сентябрь 2020 өлгөһө

Свен Магнус Ээн Карлсен (норв. Sven Magnus Øen Carlsen; 30 ноябрь 1990 йыл) — Норвегия шахматсыһы, шахмат буйынса 16-сы (ғәмәлдәге) донъя чемпионы (2013). Шахмат буйынса өс категорияла донъя чемпионы: 2013 йылда — классик шахмат буйынса донъя чемпионы; 2014-2016, 2019 йылдарҙа — рапид буйынса донъя чемпионы; 2014-2015, 2017-2019 йылдарҙа — блиц буйынса донъя чемпионы. Донъяла иң йәш гроссмейстер, донъя — 2004 йылдың 26 апрелендә гроссмейстер исемен алғанда уға 13 йәш 4 ай 27 көн була (ул саҡта донъялағы иң йәш гроссмейстерҙар исемлегендә икенсе урында тора).

Магнус Карлсен
норв. Sven Magnus Øen Carlsen
Илдәр:

Норвегия Норвегия

Тыуыу датаһы:

30 ноябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2] (33 йәш)

Дәрәжәһе:

гроссмейстер (2004)

Максималь рейтингы:

2882 (май 2014)

Актуаль рейтингы:

Ҡалып:Рейтинг ЭЛО Ҡалып:Рейтинг ЭЛО

ФИДЕ сайтында шәхси карточкаһы
Chess DB сайтында шәхси карточкаһы

Официальный сайт
 Магнус Карлсен Викимилектә

Эло рейтингы буйынса 2700 һәм 2800 пункттарын үтеүсе иң йәш шахматсы, FIDE-ның рәсми рейтинг 19 йәш тә 1 ай булғанда етәкләгән иң йәш шахматсы (Эло LiveRating рәсми булмаған рейтингында беренсе урында 17 йәшлек сағында уҡ тора (2008 йылдың 5 сентябре)). 2013 йылдың февраленән — Эло рейтингы барлыҡҡа килгәндән алып уның тарихында иң юғары — 2872 пунктҡа эйә; Магнус Гарри Каспаров 13 йыл дауамында (2851 пункты) тотоп торған рекорды үтеп китә[3]. Тәүҙә ғинуарҙа (2861 пункт), һуңынан февралдә (2872 пункт). 2014 йылдың майында рейтингтың иң юғары нөктәһенә етә - 2882 пункт.

2006 йылдан Норвегия чемпионы[4][5]. Бер нисә ҙур турнир еңеүсеһе һәм призеры. 2009 йылда блиц буйынса донъя чемпионы[6]. 2007 һәм 2011 йылдар донъяның шахмат беренселегенә дәғүә итеүселәрҙең береһе, турнир дәғүәселәрен еңеп 2013 йылда турнир дәғәүселәре еңеүсеһе. Дүрт Шахмат Оскары эйәһе — 2009[7], 2010[8], 2011[9] һәм 2012[10] йыл; Карпов һәм Каспаровтан ҡала был трофейҙы дүрт һәм унан күберәк тапҡыр яулаған өсөнсө шахматсы.

2013 йылда "Time" журналы Магнусты «Титан» категорияһында «донъялағы 100 иң йоғонтоло кеше» исемлегенә индерә. Номинацияға Гарри Каспаров комментарий яҙа.

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Magnus Carlsen // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  3. Алексей Доспехов. Магнус Карлсен наиграл на рекорд // «Коммерсантъ» : газета. — 2012. — № 235 (5020).
  4. Chess ProFiles - Магнус Карлсен.
  5. Магнус Карлсен
  6. Магнус Карлсен выиграл чемпионат мира по блицу.
  7. Карлсен Магнус Архивная копия на Wayback Machine
  8. Carlsen beats Anand to 2010 Chess Oscar - WhyChess.
  9. Оскар-2011 – Магнусу Карлсену.
  10. Магнус Карлсен четвертый раз подряд получил "Оскар": "Думаю, я заслужил этот приз".