Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

шағирә, драматург
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
яңы мәҡәлә
(айырмалар юҡ)

19:18, 6 декабрь 2017 өлгөһө

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина (28 февраль 1951) – шағирә, драматург. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1989).

Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Юлдаш, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, драматург, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

Гөлшат Әхмәтҡужина Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.

Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда уңышлы тамамлай.

Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” өлкә газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.

Әҙәбиәткә ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә. Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танлыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Гөлшат Әхмәтҡужинаның әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.

“Юғалған хазина” (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.

Г.Әхәмәтҡужина утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда “Әсе балан тәме” пьесаһы Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуя.

Китаптары

  • Көмөш ҡарҙар: шиғырҙар. Өфө: Башкнигоиздат, 1981. Башҡ.
  • Яҙҙар ҡайтыр: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1985. Башҡ.
  • Юғалған хазина. Хикәйәләр. Башкнигоиздат, 1987. Башҡ.
  • Ғүмерем таңдары: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1990. Башҡ.
  • Һуңлаған яҙ: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2005. Башҡ.
  • Әсе балан тәме: пьесалар. Өфө: Китап, 2011. Башҡ.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр