Лютеранлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"180px|мини| Лютер Розаһы — лютеран сиркәүе эмблемаһы '''Лютера́нл..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:59, 10 май 2021 өлгөһө

Лютера́нлыҡ — христиан диненең иң боронғо протестант йүнәлеше[1].

Лютер Розаһы — лютеран сиркәүе эмблемаһы

Лютеранлыҡ менән протестантлыҡ төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе бәйле, сөнки тап Лютер яҡлыларҙы Шпайерҙағы протестан һуң протестанттар тип атай башлағандар. Ул XVI быуатта Германияла Реформация хәрәкәте һөҙөмтәһендә, ә унан һуң Скандинавия илдәрендә дәүләт сирәүҙәре формалашҡан ваҡытта барлыкҡҡ килә. Лютеран сиркәүенең төп принциптары Мартин Лютерҙың һәм уның көрәштәштәренең, бер яҡтан, Рим католик сиркәүенең боҙоҡ ғәмәлдәренә, икенсе яҡтан, радикаль протестантлыҡ хәрәкәттәренә ҡаршы (анабаптизм, кальвинизм, цвинглианлык һ. б.) көрәш барышында формалаша.

Этимологияһы

«Лютеран» терминын беренсе тапҡыр 1520 йылда Лютерға һәм уның көрәштәштәренә ҡаршы бәхәстә (полемикала) Иоганн Экк ҡуллана. Был билдәләмәне ул үҙенең оппоненттарын кәмһетеү өсөн ҡуллана. Ваҡыт үтеү менән был һүҙ нейтраль мәғәнәлә ҡулланыла башлай. Лютер үҙе был атамаға ҡаршы була, "Ризалыҡ Китабы"нда (Книга Согласия) ул осорамай. XVII быуат башында термин киң билдәле булмай— теолог Филипп Николаи Голландияла шулай тип атағанға аптырай. Был атама Утыҙ йыллыҡ һуғыш тамамланғандан һуң ғына (1648) тарала башлай. Белгестәр был йүнәлеште « Евангелие христианлығы» һәм «Евангелие христиандары» терминдары менән атау дөрөҫөрәк була тип иҫәпләй.[2].

Таралыуы

Лютеранлыҡ түбәндәге ил һәм региондарҙа христианыҡтың төп йүнәлеше булып тора:

Иҫкәрмәләр

  1. Митрохин Л. Н. Лютеранство // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  2. Герман Зассе, «На том стоим», Фонд Лютеранское наследие, Duncanville, США, 2000, ISBN 1-58712-015-1

Әҙәбиәт

  • Барсов, Н. Лютеранство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Бобылёв А. В. Дореформационный период и Реформация : Книги и брошюры, изданные на русском языке : Библиографический список. — М.: Собор Петра и Павла в Москве, 1999. — 47 с.
  • Бобылёв А. В. Дореформационный период и Реформация : Зарубежные библиографии и справочные издания : Библиографический список. — М.: Собор Петра и Павла в Москве, 1999. — 31 с.
  • Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с.
  • Соколов И. И. Отношение протестантизма к России в XVI и XVII вв. (1880) // Мартин Лютер. О свободе христианина / Мартин Лютер ; сост. и пер. Ивана Фокина. — 3-е изд. — Уфа: ARC, 2013. — С. 553—599. — 685 с. — ISBN 978-5-905551-05-5.