Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ахундова, Эльмира Гусейн кызы" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

15:25, 5 апрель 2021 өлгөһө

Ахундова Эльмира Хөсәйен ҡыҙы (әзерб. Elmira Hüseyn qızı Axundova, 26 май 1953, Раменский районы, Мәскәү) — яҙыусы, Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы, Әзербайжан сәйәси эшмәкәре, Әзербайжан Республикаһы Милли йыйылышы депутаты, Әзербайжан Республикаһының Украинала ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе. Филология фәндәре кандидаты.

Биографияһы

Эльмира Ахундова 1953 йылдың 26 майында Мәскәү өлкәһенең Раменский районында тыуған. Баҡы хореография училищеһы янында урта мәктәпте тамамлағандан һуң стенография һөнәренә техникумға уҡырға инә. 1971 йылда стенографист сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1976 йылда Әзербайжан дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай

1977—1980 йылдарҙа телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Әзербайжан дәүләт комитетының кесе мөхәррире була.

1980 йылдан 1988 йылға тиклем Эльмира Ахундова Әзербайжан Яҙыусылар союзының референты һәм консультанты, ә 1988 йылдан алып 1991 йылға тиклем Низами исемендәге Әҙәбиәт институтының Көньяҡ Әзербайжан әҙәбиәте бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1984 йылда филология фәндәре кандидатының ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[1].

1990 йылдан 1998 йылға тиклем Әзербайжан буйынса Әҙәби гәзиттең үҙ хәбәрсеһе. 1993 йылдан 2002 йылға тиклем «Азатлыҡ» радиоһының үҙ хәбәрсеһе[2].

2002 йылдан Баҡы славян университетының тәржемә теорияһы һәм практикаһы кафедраһы доценты.

2005 йылдан алып 2020 йылға тиклем Әзербайжан милли йыйылышы депутаты булып тора. Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса Милли йыйылыш комитеты ағзаһы, Әзербайжан-Люксембург дуҫлығы парламент төркөмө етәксеһе[3], БДБПарламент-ара ассамблеяһының Мәҙәниәт, мәғлүмәт, спорт һәм туризм буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары[4]. Әзербайжан президенты ҡарамағындағы ярлыҡау буйынса комиссия ағзаһы[5].

Эльмира Ахундова 2018 йылдың 25 майында Әзербайжан әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн «Халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[6].

2020 йылдың 12 мартында Әзербайжан Президенты Илһам Алиев, Элмира Ахундованы Әзербайжан Республикаһының Украинала ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя[7].

Библиография

  • Ходжали: хроника геноцида
  • Анар Мамедханов: судьба капитана[8]
  • Искрящийся родник духовности[9]
  • Ильхам Алиев: портрет президента на фоне перемен[10]
  • Гейдар Алиев: личность и эпоха[11]
  • Антология поэзии Южного Азербайджана[12]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Дан» ордены (2003)
  • Әзербайжандың атҡаҙанған журналисы(2005)
  • Әзербайжан Республикаһы Президентын Почёт дипломы (2013)
  • Әзербайжандың дәүләт премияһы (2014)
  • Әзербайжандың халыҡ яҙыусыһы (2018)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ахундов, Рамиз

Иҫкәрмәләр

  1. disserCat — электронная библиотека диссертаций
  2. Размышления коллеги по случаю юбилея Эльмиры Ахундовой
  3. Эльмира Ахундова: «Азербайджан представляет немалый интерес для Люксембурга»
  4. Межпарламентская ассамблея СНГ // Ахундова, Эльмира Гусейн гызы.
  5. Возможно, накануне Новруз байрам в Азербайджане будет подписан акт о помиловании
  6. 1news. Эльмире Ахундовой вручены удостоверение и нагрудный знак Народного писателя Азербайджана - ФОТО. 1news.az. Дата обращения: 12 март 2020.
  7. Эльмира Ахундова назначена послом. Информационное Агентство Репорт. Дата обращения: 12 март 2020.
  8. Ахундова, Эльмира. Анар Мамедханов : судьба капитана. — ISBN 978-9952-34-314-4, 9952-34-314-0.
  9. Алибейли, Гюльрух, author. Искрящийся родник духовности.
  10. Ахундова, Эльмира, author. Ильхам Алиев : портрет президента на фоне перемен. — ISBN 978-5-8243-2074-9, 5-8243-2074-8.
  11. Akhundova, Ėlʹmira, author. Гейдар Алиев : личность и эпоха. — ISBN 978-5-88373-040-4, 5-88373-040-X, 978-5-88373-041-1, 5-88373-041-8, 978-5-88373-042-8, 5-88373-042-6, 2017409224.
  12. Akhundova, Ėlʹmira, compiler, translator. Gulieva, Khuraman, compiler. Антология поэзии Южного Азербайджана. — ISBN 2013485234.