Масленникова Римма Николаевна

Масленникова Римма Николаевна (3 август 1937 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Воткинск машиналар төҙөү заводы быраулаусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982)[1]. Удмурт Республикаһының һәм Воткинск ҡалаһының почетлы гражданы[2][3].

Масленникова Римма Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Воткинск[d], Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Победитель социалистического соревнования Победитель социалистического соревнования

Биографияһы

үҙгәртергә

Римма Николаевна Масленникова 1937 йылдың 3 авгусында Удмурт АССР-ының Воткинск ҡалаһында тыуған. 16 йәшендә Воткинск машиналар төҙөү заводына эшкә урынлаша, унда тәүҙә төрлө эштәрҙә эшләй, ә һуңынан станоксы һөнәрен үҙләштерә һәм алты йыл буйы ағас эшкәреү эше менән шөғөлләнә. Заводта балалар коляскалары етештереү буйынса цех асылыу менән ул быраулаусы өйрәнсеге булып күсә һәм даими үҙенең квалификацияһын арттырып, был һөнәрҙе үҙләштерә. Яңы быраулау автоматтары килеү менән хеҙмәтенең етештереүсәнлеген күп тапҡырға арттыра. Римма Николаевнаға шәхси келәймә менән продукция биреү ышанып тапшырыла[4].

Быраулаусының хеҙмәт ҡаҙаныштары күп тапҡыр билдәләнә. Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, «Унынсы биш йыллыҡ ударникгы», «Социалистик ярыш еңеүсеһе» (1979, 1980) билдәләре тапшырыла, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеме бирелә[4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 15 майындағы Указы менән «унынсы биш йыллыҡ план заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне өсөн» Римма Николаевна Масленниковаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә [1].

Производство эшмәкәрлегенән тыш Римма Николаевна йәмәғәт эшмәкәрлегенә иғтибар бүлә. КПСС ағзаһы (1974 йыл), тармаҡтың профсоюз комитеты ағзаһы итеп һайлана, депутаттарҙың Ҡала советы депутаты, йәшәү урыны буйынса активисы булып тора[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Туганаев, 2008
  2. Масленникова Римма Николаевна.Официальный сайт Муниципального образования Город Воткинск(10 октября 2014).Дата обращения 29 апреля 2020.
  3. Масленникова Римма Николаевна.Официальный сайт Главы Удмуртской Республики и Правительства Удмуртской Республики.Дата обращения 29 апреля 2020.
  4. 4,0 4,1 Масленникова Римма Николаевна. Дата обращения: 29 апрель 2020.
  • Масленникова Римма Николаевна // Удмуртская республика: Энциклопедия / гл. ред. В. В. Туганаев. — 2-е изд., испр. и доп. — Ижевск : Удмуртия, 2008. — С. 466. — 767 с. — 2200 экз. — ISBN 978-5-7659-0486-2.