Октябрь проспекты (Стәрлетамаҡ)

Октябрь проспекты  — Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарының береһе. Ҡаланың көнбайыш районында урынлашҡан. Шулай уҡ Урал биҫтәһе, Курчатов биҫтәһе, Өсмөйөш биҫтәһе (микрорайон Треугольник) һәм Өс-япраҡ биҫтәһе (микрорайон Трехлистник) аша үтә. Октябрь әйләнешенән башланып, һуңынан Артем урамына барып терәлә. Оҙонлоғо 1,76 км. Октябрҙең 50 йыллығы хөрмәтенә аталған.

Октябрь проспекты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ
Оҙонлоҡ 1,76 ± 0,01 km

Тарихы үҙгәртергә

Урам биләмәһе (һәм бөтә ҡала биләмәһе) юрматы башҡорт ҡәбиләһе ерҙәрендә урынлашҡан. Урам төҙөлә башлағанда урын дала булған. Урам төҙөлә башлауға (1965—1975 йылдар) СССР Министрҙар Советының Стәрлетамаҡта сәнәғәт үҙәген төҙөү тураһында Планы баш һала.

Транспорт үҙгәртергә

Урам буйынса № 1, 2, 14, 14а, 18а, 22, 23, 26, 28, 32, 33, 36, 38, 41 автобус маршруттары, № 4, 5, 5а, 6, 7, 8, 8а, 10, 13, 14 троллейбус маршруттары һәм маршрут таксиҙары (автобус маршруттары исемлегендә) йөрөй. Байрам көндәрендә урам саралар үткәреү өсөн ябыла.

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Урамда урынлашҡан:

  • Ҡала мәҙәниәт һарайы (ГДК, элекке «Каучук» мәҙәниәт һарайы) — 35-се йорт
  • Өфө дәүләт нефть университеты (филиал) — 2, 4-се һанлы йорт
  • «Социнвестбанк» банкы (филиал) — 71-се йорт
  • «Библиосфера» китап магазины — 59-сы йорт
  • Банк ВТБ (филиал) — 9а йорт
  • «Стәрлетамаҡ ҡалаһы» ҡала округы хакимиәте (ҡала хакимиәте) — 32-се йорт
  • «Башинвестбанк» банкы — 9 йортҡа төкәтмәлә.
  • «Октябрьский» универмагы — 9-сы йорт
  • Боулинг-клуб «Заря» — 31 йортта — ябылған
  • Ҡала һалым инспекцияһы — 34-се йорт
  • «Корпорация Үҙәк» электроника һәм көнкүреш техникаһы магазины — 75-се йортта
  • «Өҫ кейемдәре» фабрикаһының фирма магазины — 73-сө йорт
  • «Мәҙинә» үзбәк һәм төрөк аш-һыу рестораны — 71-се йорт
  • Бистро «Капитоль» — 59 йорт
  • Кафе «Ватрушкин» — 43 йорт
  • «Чемпион» спорт магазины — 43 йорт
  • «А-нан я-ға тиклем» китап магазины — 43 йорт
  • «Тәмле» магазины — 31-се йорт
  • «Глобус» туристик агентлығы — 33-сө йорт
  • «Тәмле» кулинарияһы — 31-се йорт
  • Бөҙрәхана «Кудесница» — 29-сы йорт
  • «Крепеж» инструменттар магазины — 29 йорт
  • Магазин «Ромашка» — 27-се йорт
  • «Пионер» кинотеатры — 67 йорт
  • Бөҙрәхана «Платоша» 17-се йорт
  • Бөҙрәхана «Фасон» — 31-се йорт
  • Аптека «21-се быуат» («Норис» ЯСЙ) — 17 йорт
  • ЖЭУ № 8 — 7-се йорт
  • Спорткомплекс «ОПНХЗ» — 5а йорт
  • «Семерочка» магазины — 8 йорт
  • Бар — 8 йорт
  • «Самолет» туристик агентлығы — 8 йорт
  • Стоматология дауаханаһы — 22-се йорт
  • Балалар сәнғәт мәктәбе — 26-сы йорт
  • «Мех» кейем салоны — 71 йорт
  • Абсолют-банк — 33 йорт
  • Китапхана — 30 йорт
  • «Samsung» көнкүреш техникаһы магазины — 30-сы йорт
  • Балалар китапханаһы — 43 йорт
  • Русьбанк — 59 йорт

Парктар һәм скверҙар үҙгәртергә

  • Афғанстан яугир-интернационалистар скверы
  • Г. К. Жуков исемендәге сквер

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

  • Билдәһеҙ һалдат һәйкәле (Мәңгелек Ут) — скульпторы Михаил Павлович Шабалтин, һәйкәл 1967 йылда төҙөлгән, шул уҡ йылда Мәңгелек Ут тоҡандырыла.
  • Дан аллеяһы (Г. К. Жуков исемендәге скверҙа)
  • Яугир-интернационалистар һәйкәле (Яугир-интернационалистар скверында)

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә