Маркус Татьяна Иосифовна
Маркус Татьяна Иосифовна (21 сентябрь 1921 йыл — 29 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Киев подпольеһы ҡаһарманы.
Татьяна Иосифовна Маркус | ||||
укр. Маркус Тетяна Йосипівна | ||||
Файл:Маркус, Татьяна Иосифовна.jpg Татьяна Маркус | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Украина ССР-ы, Сумы өлкәһе, Ромны ҡалаһы | |||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны |
Өсөнсө рейх, Украина рейхскомиссариаты, Киев ҡалаһы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
Подпольщиктар | |||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||
Хәрби алыш/һуғыш |
| |||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәТатья́на Ио́сифовна Ма́ркус 1921 йылдың 21 сентябрендә Украина ССР-ы Сумы өлкәһе Ромны ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған.
Бер нисә йыл үткәс Маркустар ғаиләһе Киевҡа күсә. Киевтың 44-се һанлы мәктәбенең 9 синыфын тамамлай. 1938 йылдан Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының пассажирҙар хеҙмәтендә сәркәтип булып эшләй. 1940 йылдың йәйендә Кишинёвҡа командировкаға ебәрелә, бында трамвай-троллейбус паркында эшләй.
Кишинёвты румындар баҫып алғас Киевҡа ҡайта, бында ҡаланы оккупациялауҙың беренсе көндәренән подполье эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша башлай. Ул подполье ҡала комитетының элемтәсеһе һәм диверсия-истребитель төркөмө ағзаһы була. Бер нисә тапҡыр фашистарға ҡаршы диверсион һөжүмдәрҙә ҡатнаша, айырым атап үткәндә, окуппанттар парады барышында маршта барған һалдаттарға астра гөлләмәләренә йәшеренгән гранатаны ташлай. Ялған документтар буйынса уны Маркусидзе фамилияһы аҫтында шәхси йортҡа пропискаға ҡуялар: ул йәнәһе большевиктар тарафынан атылған грузин кенәзенең ҡыҙы тигән легенда уйлап сығарылған. Был фамилия менән офицерҙар ашханаһына эшкә урынлаша. Бында диверсия эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә: аҙыҡҡа ағыу һала. Бер нисә офицерҙар һәләк була, әммә Таняны быға ғәйепле тип күрмәйҙәр. Бынан башҡа Маркус ҡиммәтле гестапо шымсыһын үҙ ҡулдары менән атып үлтерә, һәм шулай уҡ гестапоға эшләгән һатлыҡйәндәр тураһында мәғлүмәттәрҙе подпольеға хәбәр итә. Күп кенә немец офицерҙарын уның матурлығы йәлеп итә һәм улар уны оҙатып йөрөгәндәр, хатта Берлиндан партизандар һәм подпольщиктар менән көрәшергә йүнәлтелгән юғары чинлы офицерҙа Маркус тарафынан үҙ фатирнда атып үлтерелә. Үҙ эшмәкәрлеге барышында Татьяна Маркус бер нисә тиҫтә немец һалдаттарын һәм офицерҙарын юҡ итә.
Уның артынан һунар башлана. Бер ваҡыт ул немец офицерын атып үлтерә һәм ошолай яҙма ҡалдыра: Һеҙҙең барығыҙҙы ла, фашист йүләрҙәрен ошолай яҙмыш көтә. Татьяна Маркусидзе. Быны белгәс подполье етәкселеге Татьяна Маркусты ҡаланан партизандарға сығарырға ҡарар итә, әммә уны башҡара алмай. 1942 йылдың 22 авгусында Днепр аша үткәндә Вермахттың яр буйы һағы тарафынан ҡулға алына. Маркусты гестапола 5 ай дауамында ҡаты язаларға тарттыралар, әммә ул бер кемделә һатмай[1]. 1943 йылдың 29 ғинуарында Татьяна маркус атып үлтерелә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Украина геройы исеме (21.09.2006, үлгәндән һуң).
- 2 дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы партизанына миҙал (үлгәндән һуң).
- «Киевты обороналау өсөн» миҙалы (үлгәндән һуң).
Хәтер
үҙгәртергә- 44-се һанлы Киев мәктәбендә мемориаль таҡтаташ (скульпторы — В. Л. Медведев) ҡуйыла; 2016 йылдың яҙында вандалдар тарафынан юҡ ителә[2]. Ошо уҡ мәктәптә Татьяна Маркус хәтер музейы эшләй[3].
- 2009 йылдың 1 декабрендә Киевта (Бабий Яр территорияһында) Татьяна Маркусҡа һәйкәл асыла[4].
- 2011 йылдың сентябрендә Маркусҡа арналған Украина почта маркаһы сыға[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ИЗВЕСТНОЕ И НОВОЕ СЛОВО О ТАНЕ МАРКУС 2016 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ В Киеве уничтожили памятную табличку в честь советской подпольщицы, казненной гитлеровцами 2016 йыл 26 сентябрь архивланған. (укр.)
- ↑ …А ИСКУССТВО ВЕЧНО
- ↑ Татьяна Маркус увековечена в Бабьем Яру
- ↑ Введення в обіг поштової марки та проведення спецпогашень (укр.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Меш Г. Ей было только двадцать // Русский глобус. — 2002. — № 3.
- ИЗВЕСТНОЕ И НОВОЕ СЛОВО О ТАНЕ МАРКУС(недоступная ссылка)
- Президент присвоїв звання Героя України двом учасникам Великої Вітчизняної (укр.)