Мария Полидури

грек шағиры

Мария Полидури (грек. Μαρία Πολυδούρη; 1 апрель 1902 йыл, Каламата — 30 апрель 1930 йыл, Афина) — грек шағиры.

Мария Полидури
грек. Μαρία Πολυδούρη
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Греция
Тыуған көнө 1 апрель 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Каламата[d]
Вафат булған көнө 29 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (28 йәш)
Вафат булған урыны Афина, Греция
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Яҙма әҫәрҙәр теле Грек теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Афинский университет[d]
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
Баҫма эштең авторҙашы Prevezanika Chronika[d][2]
Изображается на Bust of Maria Polydouri, Kalamata[d]
 Мария Полидури Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йәштә етем ҡала, мохтажлыҡ менән тулы тормош кисерә. Афина университетында уҡый, шул уҡ университетта уҡыған, артабан «грек әҙәбиәтенең уникаль шәхесе» булып киткән йәш шағир Костас Кариотакис менән таныша[3]. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙың танышлығы көслө, әммә бәхетһеҙ мөхәббәткә әүерелә[4], был Мария Полидуриның тормошона һәм ижадына ныҡ йоғонто яһай.

1927 йылда Парижда саҡта туберкулёз менән ауырып китә. Костас Кариотакис үҙенә үҙе ҡул һалғандан һуң, сәләмәтлеге торошо ҡырҡа насарая. Йәшәү өсөн кәрәк-яраҡһыҙ, аҡсаһыҙ ҡалып, 1930 йылдың апрелендә шағир 28 йәшендә туберкулездан вафат була.

14 йәшенән яҙа башлай һәм тәүге «Әсәй» шиғыры «Ғаилә йондоҙо» журналында баҫылып сыға. Бер йылдан һуң беренсе «Аҡсәскәләр» йыйынтығын тамамлай, уныһы бер ҡасан да тулыһынса баҫтырылмай. Ул йыйынтығынан һуң «Τρίλλιες που σβύνουν» «Замирающие трели» (1928) һәм «Ηχώ στο Χάος» «Эхо в хаосе» (1929) йыйынтыҡтары килә. Бөтә әҫәрҙәре 1961 йылда.яҙыусы Лили Зографу тарафынан йыйып алына һәм «Яуап бирәм» китабында баҫтырып сығарыла.

Полидури Мария шиғриәтенең төп мотивтары булып мөхәббәт һәм үлем тора. Шиғри юлдарында яҙмыш менән риза булмау, донъянан бик иртә китергә теләмәү һәм йәшәү өсөн ҙур теләк күҙәтелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  2. Karabelas N. Πρεβεζάνικα Χρονικά : Ευρετήριο τευχών 1-50 / под ред. N. KarabelasActia Nicopolis Foundation, 2014. — ISBN 978-960-7660-25-1
  3. Ἰ. Μ. Παναγιωτόπουλος. Κώστας Καρυωτάκης (1896-1928) - Ὁ ἀριστουργηματικὸς ἀπαισιόδοξος. Дата обращения: 11 июль 2010. Архивировано 2 май 2012 года.
  4. Костас Кариотакис, страдавший от сифилиса, покончил жизнь самоубийством в 1928 году

Һылтанмалар

үҙгәртергә