Мария Петкович
Мария Петкович (хорв. Marija PetkovićMarija Petković, монахлыҡ исеме — Арҡысаҡҡа Ҡаҙаҡланған Иисустың Марияһы; 10 декабрь 1892 йыл, Блато (Blato), Корчула утрауы, ул саҡта — Австро-Венгрия, бөгөн — Хорватия — 9 июль 1966 йыл, Рим, Италия) — Рим католик сиркәүе блаженныйы, «Шәфҡәтлелек Ҡыҙҙары» ҡатын-ҡыҙҙар католик конгрегацияһына нигеҙ һалыусы.
Мария Петкович | |
Marija Petković | |
Блаженный Мария Петковичтың ағастағы образы | |
Тыуған |
10 декабрь 1892 |
---|---|
Вафат | |
Монах исеме |
Арҡысаҡҡа Ҡаҙаҡланған Иисустың Марияһы |
Ихтирам ителә | |
Канунлаштырылған | |
В лике |
блаженный |
Подвижничество |
Монахлыҡ |
Викикитапханала әҫәрҙәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАнтун Петкович-Ковач менән Мария Мариновичтың күп балалы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, «Шәфҡәтлелек хеҙмәтселәре» католик конгрегацияһы асҡан мәктәптә уҡый, унда йорт хужалығы алып барыу буйынса белем ала. 1906 йылда епископ Иосиф Марцеличҡа ҡатын-ҡыҙҙар монастырына инеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. 1906 йылдың 21 ноябрендә кейәүгә бармау тураһында шәхсән нәҙер әйтә.
1909—1919 йылдарҙа «Марияның ҡыҙҙары» конгрегацияһының настоятеле була, ошо осорҙа ярҙамға мохтаж булған үҙ ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрә. 1915 йылда «Католик әсәләр йәмғиәте» хәрәкәтенә нигеҙ һала, өсөнсө францискан ордены эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашып, Блатола йәшәгән фәҡирҙәр тураһында хәстәрлек күрә.
1919 йылдың 25 мартында Мария Телента менән бергә «Шәфҡәтлелек хеҙмәтселәре» конгрегацияһының монастырына күсә һәм Блатола приют аса.
1920 йылдың 20 авгусында өсөнсө францискан ордены конституцияһы нигеҙендә «Шәфҡәтлелек ҡыҙҙары» конгрегацияһының беренсе уставын яҙа, унда был хәрәкәттең бурыстарын билдәләй. Конгрегацияның уставы епископ Иосиф тарафынан 1920 йылдың 4 октябрендә раҫлана. Мария Петкович ошо көндө үк Арҡысаҡҡа Ҡаҙаҡланған Иисустың Марияһы тигән монахлыҡ исеме ҡабул итә һәм яңы ҡатын-ҡыҙҙар монахлыҡ конгрегацияһының генераль настоятеле итеп тәғәйенләнә. 1923 йылда Хорватия, Сербия һәм Македонияла етем ҡалған балалар өсөн күп һанлы приюттар аса.
1940—1952 йылдарҙа Мария Петкович Аргентинала йәшәй. 1952 йылда Римға күсә. 1954 йылда инсульт үткәрә, шул сәбәпле оҙаҡ ваҡытҡа үҙ вазифаларын тулы күләмдә үтәүҙән мәхрүм була. 1961 йылда үҙенең настоятель вазифаһын башҡа дин ҡәрҙәшенә тапшыра. 1966 йылда Мария Петкович мәрхүм була. Римдағы Верано зыяратына ерләнә. 1969 йылда кәүҙәһенең ҡалдыҡтары «Мария Ҡыҙҙары» конгрегацияһының төп бинаһы эргәһендәге часовняға күсерелә. Шунда 1998 йылға тиклем тотолғандан һуң, тыуған ҡалаһы Блатоға күсерелә һәм хәҙер Христос Батша сиркәүендә һаҡлана.
Беатификация
үҙгәртергә1998 йылдың 8 майында Рим Папаһы Иоанн Павел II Дубровникта изге месса үткәргәндә Мария Петковичтың ҡаһарман изгелектәрен раҫлай һәм уны блаженный тип иғлан итә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Blažene Marije Propetog Isusa Petković 2008 йыл 10 ғинуар архивланған. (хорв.)(хорв.)