Мариненко Татьяна Савельевна

БССР территорияһында хәрәкәт иткән «Неуловимые» партизан бригадаһының разведчигы һәм элемтәсеһе, Советтар Союзы Геройы

Мариненко Татьяна Савельевна (партизан псевдонимы «Василёк»; 25 ғинуар 1920 йыл, БССР-ҙың Витебск өлкәһе Полоцкий районы Сухой Бор ауылы — 2 август 1942 йыл, Витебск өлкәһе Полоцкий районы Жарцы ауылы) — совет партизаны, фашист ғәскәрҙәре ваҡытлыса баҫып алған БССР территорияһында хәрәкәт иткән СССР НКВД-һының «Неуловимые» партизан бригадаһы разведчигы һәм элемтәсеһе. Советтар Союзы Геройы (1965, үлгәндән һуң).

Мариненко Татьяна Савельевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 ғинуар 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сухой Бор[d], Зелёнковский сельсовет[d], Полоцкий район[d], Беларусь
Вафат булған көнө 2 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (22 йәш)
Вафат булған урыны Жарцы[d], Рейхскомиссариат Остланд[d]
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Жарцы[d]
Һөнәр төрө боец сопротивления, уҡытыусы
Уҡыу йорто Полоцкий колледж[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены
 Мариненко Татьяна Савельевна Викимилектә
Т. Мариненко СССР почта конвертында, 1975 йыл

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Савельевна Мариненко 1920 йылдың 25 ғинуарында Витебск өлкәһе Полоцкий районы Сухой Бор ауылында тыуған. 1939 йылда Полоцк педагогия училищеһын тамамлаған. Полоцкий районы Зелёнка урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизандарға даими рәүештә дошман гарнизондарының урынлашыуы, хәрби частарының хәрәкәт итеүе тураһында даими мәғлүмәт биргән. 1942 йылдың июль аҙағында хыянатсы ошағы арҡаһында фашистар Татьяна Мариненконы һәм уның 14 йәшлек ҡустыһы Лавренды һәм башҡа ауылдаштарын ҡулға ала. Һорау алғандан һуң 28 ауылдашын атып үлтерәләр. Фашистар өс тәүлек дауамында аяуһыҙ язаға дусар итеп, 1942 йылдың 2 авгусында партизан ҡыҙҙы, энеһе менән, атып үлтерә. Полоцкий районы Жарцы ауылында ерләнгән.

 
Полоцк ҡалаһындағы 8-се урта мәктәп ихатаһында Мариненко бюсы.
  • 1965 йылда Т. С. Мариненко ҡәберенә обелиск ҡуйылған[2].
  • Полоцк ҡалаһында урам һәм Зелёнка урта мәктәбе Татьяна Савельевна Мариненко исемен йөрөтә.
  • «П. М. Машеров исемендәге Витебск дәүләт университеты» ВГУ белем биреү учреждениеһының Полоцк колледжы һәм Полоцк 8-се урта мәктәбе эргәһенә бюсы һәм мемориаль таҡтаташ[3].уйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1965 йылдың 8 майында Татьяна Савельевна Мариненкоға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Мариненко Татьяна Савельевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Шкадов Иван Николаевич. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 38. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Щербаков А. И осталась учительницей // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т.10: Малайзія — Мугараджы / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 2000. — Т. 10. — 544 с. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0169-9 (Т. 10). (на белор. языке).
  • Збор помнікаỳ гісторыі і культуры Беларусі: Віцебская вобласць. — Минск: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя імя П. Броỳкі, 1985. — С. 367—368. — 496 с. — 8000 экз.

{{|}}

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Tatyana Savelyevna Marinenko // TracesOfWar
  2. Збор помнікаỳ гісторыі і культуры Беларусі: Віцебская вобласць. — Минск: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя імя Петруся Броỳкі, 1985. — С. 367—368. — 496 с. — 8000 экз.
  3. Биография на официальном сайте Полоцкого райисполкома 2011 йыл 19 май архивланған..

Һылтанмалар

үҙгәртергә