Маньпупунёр, йәки Елләнеү бағаналары (рус. Столбы выветривания) — Урал тауҙарында, Рәсәй Федерацияһы Коми Республикаһы Троицк-Печёрск районындағы геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Мань-Пупу-нёр (манси телендә — «идолдарҙың бәләкәй тауы») тауында Печора-Илыч ҡурсаулығы территорияһында, в междуречье рек Илыч һәм Печора йылғалары араһында урынлашҡан. Икенсе атамаһы — «Болвано-из» коми телендә «идолдар тауы» тип аңлатыла. Маньпупунёр бейеклектәре 30 метрҙан 42 метрға тиклем барып еткән ете останецтарҙан торған комплекс булып тора. Маньпупунёр менән бихисап легендалар бәйле [1]. Ул манси халҡының инаныу объекты булып торған.

Маньпупунёр
манс. Маньпупунёр
Маньпупунёр яйлаһында останцы
Маньпупунёр яйлаһында останцы
Урынлашыуы
62°15′28″ с. ш. 59°17′53″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыКоми Республикаһы
Тау системаһыУрал тауҙары 
Тау һырты йәки массивМаньпупунёр һырты 
Рәсәй
Красная точка
Маньпупунёр
 Маньпупунёр Викимилектә

Маньпупунёр елләнелгән бағаналары Рәсәйҙең ете мөғжизәләренең береһе тип иҫәпләнә.

200 миллион йыл элек таш бағаналар урынында бейек тауҙар булған. Ямғыр, ҡар, ел, ныҡ эҫе һәм һалҡын һауа температуралары әкренләп тауҙарҙы һәм беренсе сиратта йомшаҡ тоҡомдарҙы емергән. Останцылар торған ҡаты серицит-кварцит сланецтары әҙерәк емерелгән һәм хәҙерге көндәргә тиклем һаҡланған.

34 метр бейеклектәге бер бағана башҡаларҙан бер ни тиклем ситтәрәк тора; ул баш түбән әйләндерелгән ғәйәт ҙур шешәне хәтерләтә. Башҡа алты бағаналар ҡая ситендә рәткә теҙелгәндәр. Бағаналар ҡыҙыҡлы һыҙаттарға эйә һәм күренеш урынына ҡарап йә ғәйәт ҙур кешенең фигураһын, йә йылҡы йәғни тәкә башын хәтерләтә. Элекке ваҡытта мансиҙар ошо таш бағаналарҙы илаһилаштырғандар, уларға табынғандар, әммә Маньпупунёрға менеүҙе ҙур гонаһ тип иҫпәләнгән[2].

Кеше йәшәгән урындарҙан сағыштырмаса алыҫ ятҡан Печора-Илыч ҡурсаулығында урынлашҡан. Бағаналарға тиклем тик әҙерләнгән туристар ғына барып етә ала. Бының өсөн ҡурсаулыҡ хакимиәтенән пропуск алырға кәрәк, сөнки федераль ҡурсаулыҡтар территорияһына тик пропуск буйынса ғына үтергә рөхсәт ителгән. Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайы аша йәйәүле маршрут, ә Коми Республикаһы яғынан ҡатнаш маршрут — автомобиль, һыу һәм йәйәүле маршруттар бар.

Үҫешә барған популярлығы арҡаһында Маньпупунёр яйлаһына йылдан йыл күберәк туристар килә. Хәҙерге ваҡытта яйлаға барыуға 4 маршрут бар:

  • Коми Републикаһы яғынан ҡурсаулыҡ кордондары аша.
  • Свердловск өлкәһе яғынан Дятлов үткәүеле, Отортен тауы һәм Печора инеше аша йәйәүле маршрут.
  • Вертолёт турҙары. Яйлала вертолёт майҙансығы төҙөлгән. Йәйге һәм ҡышҡы осоштар мөмкин.
  • Көнсығыш яҡтан өс йылғанан саңғы маршруты.

2004 йылға тиклем Свердловск өлкәһе яғынан Дятлов үткәүеле, Отортен тауы һәм Печора инеше аша автомобиль маршруты рөхсәт ителгән булған. Маршрут ятҡан ике махсус һаҡланыусы территориялар — Печора-Илыч ҡурсаулығы һәм Ивдель заказнигы тарафынана рәсми рәүештә тыйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Топографик карталар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә