Мансур Таймаҫов

(Мансур Таймасов битенән йүнәлтелде)

Мансур Таймаҫов1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Тархан.

Мансур Таймаҫов
Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй

Хеҙмәт итеү йылдары

17731775

Хәрби звание

Е. Пугачев ғәскәрендә полковник

Хәрби алыш/һуғыш

Пугачёв ихтилалы

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы менән Иҫәт провинцияһы Ҡаратабын улусы Таймаҫ ауылы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) башҡорто[1]. Тархан Таймаҫ Шәимовтың улы. Ҡаратабын улусы старшинаһы вазифаһын башҡара[2].

1773 йылдың йылдың октябрендә Верхнеурал ҡәлғәһендә капитан Дубинин отряды составында була[2]. 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға 1773 йылдың ноябрендә ҡушыла[1].

1774 йылдың 1 февралендә Мортаза Йортомов менән берлектә Силәбе ҡәлғәһе янында И. А. Деколонг етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта ҡатнаша. Баҙарғол Юнаев һәм Байғаҙы Ҡоҙамышев отрядтары менән берлектә Иҫәт провинцияһында һуғыша. 1774 йылдың аҙағында ғәйебен танып килә[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә