Мамин Асҡар Узакбай улы
Мамин Асҡар Узакбай улы (ҡаҙ. Мамин Асқар Ұзақбайұлы; 23 октябрь 1965) — Ҡаҙағстандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2019 йылдың 25 февраленән 2022 йылдың 5 ғинуарына тиклем — Ҡаҙағстандың Премьер-министры[3].
Мамин Асҡар Узакбай улы | |
ҡаҙ. Асқар Ұзақбайұлы Мамин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 23 октябрь 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Астана, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Ҡаҙағстан премьер-министры[d][1], Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры[d] һәм Нур-Солтан акимы[d] |
Уҡыу йорто | Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты |
Принадлежит к | Ҡаҙағстан тимер юлдары[2] |
Строка принадлежности | JSC National Company "Kazakhstan Temir Zholy"[2] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | AMANAT (Нур Отан)[d] һәм Аманат[d] |
Ҡатнашыусы | Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мамин Асҡар Узакбай улы Викимилектә |
Астана ҡалаһы акимы, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры (2005—2006) вазифаларын биләй, Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары[4], 2019 йылдың 25 февраленән Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһын биләй.
Биографияһы
үҙгәртергәАсҡар Узакбай улы Мамин 1965 йылдың 23 октябрендә СССР Ҡаҙаҡ ССР-ы Целиноград өлкәһе Целиноград ҡалаһында (хәҙер Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астана) тыуған. Сығышы менән арғын ҡәбиләһе канжыгалы ырыуынан[5].
Целиноград инженер-төҙөлөш институтын, Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын инженер-төҙөүсе, иҡтисадсы һөнәрҙәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Целинтяжстрой» тресында монтажсы булып башлай. 1996—2008 йылдарҙа — Астана ҡалаһы акимының беренсе урынбаҫары, транспорт һәм коммуникациялар вице-министры, Ҡаҙағстан Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры, Астана ҡалаһы акимы.
2008 йылдың апреленән 2016 йылдың 9 сентябренә тиклем — «Қазақстан Темір Жолы» милли команияһы акционерҙар йәмғиәте президенты. 2016 йылдың cентябренән — «Қазақстан Темір Жолы» милли команияһы акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.
2016 йылдың 9 сентябрендә Бакытжан Сагинтаев хөкүмәтендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[6].
2018 йылдың 8 ғинуарында премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Асҡар Мамин Kazakh Tourism милли компанияһының директорҙар советына инә[7].
2019 йылдың 21 февралендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
2019 йылдың 25 февралендә Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнә[8].
2019 йылдың 29 майында Евразия үҫеш банкы советы Асҡар Маминды Евразия үҫеш банкы советы рәйесе итеп һайлай[3][9][10].
Наградалары
үҙгәртергәҠаҙағстан наградалары
«Ерен еңбегі үшін» («Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн») миҙалы (1998);
Курмет ордены кавалеры (2006);
«Астанаға 10 йыл» юбилей миҙалы (2008)[11];
2-се дәрәжә «Барыс» ордены кавалеры (2011);
Астана ҡалаһының Почётлы гражданы (2011);
Почётлы тимер юлсыһы (2012);
Ҡаҙағстандың Почётлы төҙөүсеһе (2013);
«Астанаға 20 йыл» юбилей миҙалы (2018)[12];
Назарбаев ордены (2020)[13].
Сит ил дәүләттәре наградалары
Почётлы легион ордены кавалеры (Франция, 2013);
Абруй ҡаҙаныу тәреһенең гранд офицеры (Латвия, 2013);
«Гражданлыҡ хеҙмәттәре өсөн» оло тәреһе ордены кавалерҙары (Испания, 2014);
Дуҫлыҡ ордены кавалеры (Үзбәкстан, 2017)[14];
«Евразия иҡтисади берекмәһен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» миҙалы (Евразия иҡтисади берекмәһе, 2019 йылдың 29 майы)[15];
Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 2021)[16].
Сит ил ойошмалары наградалары
III дәрәжә Изге кенәз Даниил Московский ордены кавалеры (Рус православие сиркәүе, 2010).
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Askar Mamin // Government Composition - Official Information Source of the Prime Minister of the Republic of Kazakhstan (ингл.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json
- ↑ 3,0 3,1 Досье: Мамин Аскар Узакпаевич.
- ↑ Назначен первый заместитель премьер-министра РК . Дата обращения: 10 сентябрь 2016.
- ↑ Қанжығалы шежіресi, Құрастырушылар Ғ. Умаров, Қ. Әлімжанов, бас редактор Негимов Серік 558 бет, Астана 2017 — ISBN 9786013026701
- ↑ Указ «О назначении Мамина А. У. первым заместителем премьер-министра Республики Казахстан» — Официальный сайт президента Республики Казахстан
- ↑ Мамин сменил Досаева в совете директоров Kazakh Tourism
- ↑ Новым премьер-министром Казахстана стал Аскар Мамин . Zakon.kz (25 февраль 2019). Дата обращения: 25 февраль 2019.
- ↑ Аскар Мамин избран председателем совета ЕАБР
- ↑ Қазақстан Премьер-Министрі Асқар Мамин Еуразиялық даму банкі Кеңесінің Төрағасы болып сайланды . Дата обращения: 31 май 2019. Архивировано из оригинала 31 май 2019 года. 2019 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Президент РК вручил группе лиц юбилейные медали «10 лет Астане»
- ↑ За вклад в развитие Астаны Сагинтаев вручил юбилейные медали(недоступная ссылка)
- ↑ Накануне Дня Независимости ряду казахстанцев присуждены государственные награды
- ↑ МИРЗИЁЕВ наградил первого вице-премьера Казахстана орденом
- ↑ Решение Высшего Евразийского экономического совета от 29 мая 2019 года № 3 О награждении медалью «За вклад в развитие Евразийского экономического союза» (г. Нур-Султан)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 июня 2021 года № 340 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»