Малеев Юрий Николаевич
Малеев Юрий Николаевич (11 июнь 1938 йыл, Петродворец, Ленинград өлкәһе — 3 декабрь 2017 йыл) — юрист, халыҡ - ара хоҡуҡ һәм һауа киңлеге режимы буйынса белгес; Юридик фәндәр докторы (1986), һауа киңлеге режимының хоҡуҡи проблемалары тураһында диссертация яҡлаған; 1993 йылдан Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының, 1995 йылдан СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры; Бойондороҡһоҙ һауа хоҡуғы институтының башлығы һәм ойоштороусыһы (1990).
Малеев Юрий Николаевич | |
рус. Юрий Николаевич Малеев[1] | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Биографияһы
үҙгәртергәЮрий Николаевич Малеев 1938 йылдың 11 июнендә Ленинград өлкәһенең Петродворец ҡалаһында тыуған; 1966 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын тамамлай. 1969—1972 йылдарҙа СССР ФА ҡарамағындағы Дәүләт һәм хоҡуҡ Институты аспирантураһында уҡый. 1973 йылда «Международно-правовые аспекты борьбы с незаконным захватом воздушных судов» темаһына диссертация яҡлай һәм «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә эйә була.
Аспирантура тамамлағандан һуң Граждандар авиацияһының дәүләт фәнни-тикшеренеү институтында (ГосНИИ ГЕКТАР) эшләй башлай. 1986 йылда «Международно-правовые проблемы режима воздушного пространства» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Унан алдағы йылда уның «Халыҡ-ара һауа хоҡуҡтары» монографияһы баҫылып сыға, өс йыл үткәндән һуң был монография немец теленә тәржемә ителә. 1989 йылда уҡытыу менән шөғөлләнә башлай: Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында доцент була.
Бер йылдан Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетына күсә, унда халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры итеп һайлана. Халыҡ-ара хоҡуҡ курсы буйынса студенттарға лекциялар уҡый, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар һәм халыҡ-ара һауа хоҡуҡы проблемалары буйынса махсус курстар алып бара. СССР тарҡалғас, 1990 йылдың декабрендә, Малеев «Бойондороҡһоҙ һауа хоҡуҡ институтын» ойоштора һәм яңы институттың президенты вазифаһын биләй. Президент башҡарма комитеты халыҡ-ара конференцияла шулай уҡ «Күк хеҙмәттәшлек» халыҡ-ара конференцияһы башҡарма комитетының президенты ла була һәм Перу дәүләтенең Һауа һәм йыһан хоҡуғы академияһының почетлы академигы итеп һайлана.
1979 йылда Малеев БМО-ның Йыһан киңлеген тыныс файҙаланыу буйынса комитеты эшендә ҡатнаша; шул уҡ йылда ул халыҡ-ара һауа хоҡуғы VI Латин Америкаһы конгресында СССР делегацияһын етәкләй. Өс тапҡыр Халыҡ-ара граждандар авиацияһының (ИКАО) ассамблеялар сессияһында, юридик комитеттарында һәм башҡа органдарында ҡатнаша (1980, 1984 һәм 1985 йыл). Рф сит ил эштәре министрлығының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры вазифаһын биләй. 1995 йылдың сентябрендә СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында профессор вазифаһын биләй. 2001 йылдың 18 апрелендә уға был уҡыу йортоноң профессоры исеме бирелә. Мәскәү дәүләт асыҡ университетының ғилми советы ағзаһы булып тора (МГОУ) һәм Рәсәй йәмәғәт институтының һайлау хоҡуғы институтында (РОИИП) ғилми секретарь булып тора. 2017 йылдың 3 декабрендә вафат була.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәЮрий Николаевич Малеев 110-дан ашыу фәнни баҫма авторы һәм авторҙашы булып тора, шул иҫәптән дүрт монография яҙған; ул, нигеҙҙә, халыҡ-ара һауа хоҡуҡтары менән шөғөлләнгән. 1988 йылда «Словарь международного воздушного права» китабының авторы һәм мөхәррире була:
- «Международное воздушное право: вопросы теории и практики» (1986) (немецкое издание — 1990);
- «Правовое регулирование международных полетов воздушных судов» (в соавторстве с А. И. Котовым и Виталием Бордуновым);
- «Полет без посадки» (в соавторстве с В. А. Подберёзным);
- «Словарь международного воздушного права» (соавтор и ответственный редактор).
- Обеспечение безопасности международной гражданской авиации как принцип международного воздушного права / Ю. Н. Малеев // Советский ежегодник международного права. 1975 = Soviet year-book of international law. 1975 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1977. — С. 177—191.
- Акты незаконного вмешательства в деятельность гражданской авиации. Понятийно-терминологический аппарат / Ю. Н. Малеев // Советский ежегодник международного права. 1973 = Soviet year-book of international law. 1973 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1975. — С. 249—258.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #47179171 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юрий Николаевич Малеев . Портал «Юридическая Россия» (23 июнь 2016). Дата обращения: 1 декабрь 2019.(недоступная ссылка)
- Малеев Юрий Николаевич (1938—2017) . РУДН. Дата обращения: 1 декабрь 2019.
- Малеев Юрий Николаевич . МГИМО. Дата обращения: 1 декабрь 2019. 2020 йыл 21 октябрь архивланған.