Максимовский төбәге

тәбиғәт ҡомартҡыһы

Максимовский төбәге (рус. Максимовское урочище) — төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005).

Максимовский төбәге
урыҫ :Максимовское урочище
Төп мәғлүмәт
Майҙаны6,8 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
53°54′38″ с. ш. 54°25′55″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Максимовский төбәге
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Максимовский төбәге

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Әлшәй районы Клиновка ауылынан көньяҡҡа табан 3 саҡрым алыҫлыҡта Липовка йылғаһының[1] һул ярындағы таулы участка. Майҙаны — 6,6 гектар. Пермдең татар ярусы терриген тоҡомдарынан тора. Ландшафы төньяҡ текә битләүҙәрҙә сәскәгә бай ҡоро болондарҙан һәм киң япраҡлы имән, йүкә, йыла ҡатнаш урмандарҙан ғибәрәт. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына ингән ҡаурый ҡылған, ҡыҙыл ойошһеркә, шырттөклө еҙүлән, орхидея кеүек һирәк үҫемлек төрҙәре үҫә. Башҡортостанда реликт ҡуян кәрешкәһе үҫкән берҙән-бер урын булып тора[2].

Ҡомартҡы фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 апрелендәге 161-сө Ҡарары менән урман ултыртыу йәки ҡырҡыу (санитариянан башҡа), көтөүлек, үҫемлектәрҙе йыйыу, битләүҙәрҙе һөрөү, геологик разведка, теләһә ниндәй төҙөлөш, тау эше һәм тракт биоценозының йәшәү шарттарының насарайыуына һәм экосистеманың бөтөнлөгөн боҙоуға килтереүе мөмкин булған теләһә ниндәй эшмәкәрлек тыйыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дим йылғаһы бассейны
  2. Урочище Максимовское. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә