Мадрид де Метрополитано

Испания баш ҡалаһы Мадридта урынлашҡан элекке футбол стадионы. Стадион 50 000 тирәһе тамашасы һыйҙырышлы булған.

Метрополитано стадионында де Мадрид (исп. Estadio Metropolitano de Madrid) — Испания баш ҡалаһы Мадридта урынлашҡан элекке футбол стадионы. Стадион 50 000 тирәһе тамашасы һыйҙырышлы. «Метрополитано де Мадрид»  1923 йылдан алып 1966 йылға тиклем, яңы Висенте Кальдерон стадионын төҙөр алдынан «Атлетико Мадрид» футбол клубының үҙ майҙаны булып хеҙмәт иткән [1].

Мадрид де Метрополитано
Нигеҙләү датаһы 1923
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Испания
Административ-территориаль берәмек Мадрид
Урын University City of Madrid[d]
Хужаһы Атлетико Мадрид
Хеҙмәтләндереүсе Атлетико Мадрид
Рәсми асылыу датаһы 13 май 1923
Дата официального закрытия 1966
Обитатель Атлетико Мадрид
Һыйым 35 800
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Мадрид де Метрополитано Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

«Стадион Метрополитано» 1920-се йылдар башында төҙөлгән һәм 1923 йылдың 13 майында мадрид «Атлетико»һы президенты Хулиан Руэт заманында тантаналы асылған. Тәүҙәрәк клуб баш ҡаланың башҡа командалары: «Реал Сосьедад Химнастика Эспаньола» һәм «Расинг» менән бергә арена ҡуртымға ала.

Стадионды төҙөү Колония-дель-Метрополитано урбанизация проектының бер өлөшө булған, унда яңы аренаға исем биргән Мадрид метрополитены әүҙем ҡатнаша. Ул хәҙерге Авенида-де-ла-Рейн-Викториянан алыҫ түгел, хәҙер Вена ҡалаһы майҙаны тип аталған территорияла, Беатрис-де-Бобадилья, Сантьяго-Русиньоль һәм Пасео-де-Хуан XXIII [2] урамдары араһында урынлашҡан.

Испаниялағы граждандар һуғышы осоронда, фронтҡа яҡын бөтә район кеүек үк, стадион тулыһынса тиерлек емерелгән[3].

1943 йылдың 21 февралендә «Атлетико», мадрид «Реал»ына ҡаршы матч үткәреп, тергеҙелгән «Метрополитано»ға кире ҡайтҡан. Хужалар 2:1 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Шул уҡ йылда  стадион үҙендә Испания кубогы финалын ҡабул итә, бында 20 июндә «Атлетик Бильбао» өҫтәмә ваҡыт эсендә «Реал Мадрид»ты минималь иҫәп менән еңгән.

Аргентина «Сан-Лоренсо де Альмагро » үҙенең легендар европа турын «Метрополитано»лағы 1946 йылдың 23 декабрендә үткән «Атлетико»ны 4:1 иҫәбе менән еңеү матчынан башлаған.

1949 йылдың 19 октябрендә лото - Эва Дуарте Кубогын уйнағанда, «Валенсия» «Мадрид де Метрополитано»ла «Барселона»ны 7:4 иҫәбе менән еңгән. 1950 йылдың 15 апрелендә «Атлетико Мадрид»командаһы ағалы-энеле Отамендилар стадион йәмғиәтенән стадионды һатыл алған. 1954 йылда «Метрополитано» яңынан асыла, һәм уның ҙурлығы 50 000 тамашасы һыйҙырырлыҡ артҡан.

1966 йылда «Атлетико Мадрид», һуңыраҡ «Висенте Кальдерон» тип аталған, Мансанарес йылғаһы янындағы яңы стадионға күскән. «Метрополитано де Мадрид» һүтеп алына, ә уның урынына торлаҡ һәм офис биналары төҙөлә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һүтелгәндән һуң барлыҡҡа килгән урамдарҙың яңы  конфигурацияһы һәм яңы төҙөлгән биналар мадрид «Атлетико»һы эмблемаһы силуэтын хәтерләтә.

Халыҡ-ара матчтар үҙгәртергә

Испанияның футбол буйынса йыйылма командаһы  «Метрополитано де Мадрид» стадионында, барыһы ла иптәштәрсә, өс матч үткәрелгән: Сборная Испании по футболу провела на стадионе «Метрополитано де Мадрид» три матча, которые все были товарищескими:

Датаһы Хужалар Һөҙөмтә Ҡунаҡтар
1929 йыдың 10 майы Ҡалып:Флаг Испании (1874—1931) Испания 4:3   Англияның футбол буйынса йыйылма командаһы
1936 йылдың 19 ғинуары Ҡалып:Флаг Испании (1931—1939) Испания 4:5   Австрияның футбол буйынса йыйылма командаһы
1946 йылдың 23 июне   Испания 0:1   Ирландияның футбол буйынса йыйылма командаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. En nuestros más de 100 años de historia, hemos cambiado de casa en varias ocasiones. Atlético de Madrid. Дата обращения: 24 декабрь 2018.
  2. El País: Aquel viejo y querido Metropolitano. Alfredo Relaño (18 сентябрь 2017). Дата обращения: 24 декабрь 2018.
  3. ABC: La temporada que el Atlético acogió al Real Madrid en su estadio (20 ноябрь 2014). Дата обращения: 24 декабрь 2018.

Ҡалып:Атлетико Мадрид