Лютер Роберт Эрнстович

Лютер Роберт Эрнстович (8 март 1945 йыл) — 2005—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры. Молдавия атҡаҙанған кешеһе (2000).

Лютер Роберт Эрнстович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Бежецк[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дирижёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Эрнстович Лютер 1945 йылдың 8 мартында Бежецк ҡалаһында (хәҙер — Тверь өлкәһе) тыуған.

1962 йылда Хор училищеһын (фортепиано класы буйынса уҡытыусылары — С. И. Файнштейн, дирижерлыҡ класы буйынса — Ф. М. Козлов.), Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһын ике һөнәр буйынса: 1972 йылда — хор дирижерлығы (проф. Е. Н. Кудрявцева класы), 1976 йылда — опера-симфоник дирижерлығы (проф. Э. П. Грикуров класы) тамамлай.

1977 йылдан алып 1980 йылға тиклем Мәскәү консерваторияһы аспирантураһында уҡый (проф. Г. Н. Рождественский класы).

Эш урыны: 1973 йылдан алып 17 йыл дауамында С. М. Киров исемендәге Ленинград дәүләт академия опера һәм балет театрында (хәҙер Мариин дәүләт академия театры) эшләй, бөтә театр постановкаларында ҡатнаша. 1981 йылда театр оркестры менән «Сильва» фильм-опереттаға музыка яҙҙырта.

Голландия, Германия, Австрия, Италия, АҠШ, Румыния, Италия, Көньяҡ Корея опера һәм симфоник коллективтары менән эшләй.

1991 йылда АҠШ-ҡа эмиграциялана. Сиэтл ҡалаһында йәшәй. 1991 йылдың 19 авгусынан — Венала дирижер (Австрия).

1991—1994 йылдарҙа Вера опера театрында эшләй, «Травиата» (Дж. Верди), «Жизель» (А Адан), «Дон Кихот» (Л. Минкус) спектаклдәрен ҡуйыусыһы һәм музыкаль мөхәррире була.

1999 йылда — «Америка» операһы музыкаль компанияһы директоры (Нью-Йорк).

«Bangkok dance and music festival» (Таиланд), «Music of Martishor» (Молдова), «Athens opera and ballet festival» (Греция) халыҡ-ара фестивалдәрендә ҡатнаша.

2005—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баш дирижер булып эшләй, музыкаль етәксе һәм дирижер сифатында Дж. Вердҙың «Риголетто» һәм «Бал-маскарад» , Ш. Гуноның «Фауст», С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», Л. Исмәғилеваның «Арҡайым», П. Овсянниковтың «Том сойер», В. А. Моцарттың «Дон Жуан»,Б. Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», А. Глазуновтың «Раймонда», Дж. Пуччиниҙың «Мадам Баттерфляй» спектаклдәрен З. Исмәғилевтың «Урал илселәре» милли операһын ҡуя.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән Португалия, Таиланд һәм Көньяҡ Кореяла гастролдәрҙә була.

Роберт Лютерҙың АҠШ, Нидерланд, Германия, Италия, Голландия, Австрия, Румыния, Франция, Көньяҡ Корея, Сицилия, Тайвань кеүек илдәрҙә шәхси ангажементтары бар.

2010 йылдан алып — «Санкт-Петербург Опера» театры дирижеры.

Р. Лютерҙың репертуарында 60-тан ашыу опера һәм балет классикаһы спектаклдәре.

Улы — Лютер Святослав Робертович (1971—2016) — Санкт-Петербург дәүләт симфоник оркестрының дирижер була[1]. 2016 йылдың 15 майында вафат булып ҡала[2]; алдан билдәләнгән үлем сәбәбе — үҙ-үҙен үлтереү[3].

Ҡыҙы — Мария (1975), филолог. Улы — Александр (2016)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Om Emerit (29 февраль 2000 йыл, Молдавия) — ижади эшмәкәрлегендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм музыка сәнғәтен һәм халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүҙәге уңыштары өсөн[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә