Люлякина Серафима Марковна

эрзә әкиәтсеһе, яҙыусы.

Люлякина Серафима Марковна (29 июль 1922 йыл17 ғинуар 1993 йыл) — эрзә әкиәтсеһе, яҙыусы.

Люлякина Серафима Марковна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Нижнеягодное[d], Сельское поселение Подбельск[d], Похвистневский район[d]
Вафат булған көнө 17 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, Рәсәй
Үлем сәбәбе карцинома[d]
Ерләнгән урыны Нижнеягодное[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, рассказчик, композитор

Биографияһы

үҙгәртергә

Серафима Марковна Люлякина 1922 йылдың 29 июлендә РСФСР-ҙың Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе (хәҙерге Похвистневский районы) Нижнеягодное ауылында мәргән халыҡ һүҙен, әкиәт-йырҙар яратҡан күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Симанан тыш ғаиләлә өс ағалы-ҡустылы була. Ҡыҙ шаян, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Уны барыһы ла мәҙәксе, уйлап сығарыусы тип белә. Тиҫтерҙәренән ҡыҙ үткерлеге, күңелсәклеге менән айырыла, мәргән халыҡ һүҙҙәрен, тапҡыр таҡмазаларҙы, күңел түрендәге моңдарҙы еңел үҙләштерә. Ләкин Серафима күберәк йырҙарҙы ярата. Ә йыр-моңдар һәр ерҙә яңғырай — үҙ ауылыныҡы ла, сит ауылдарҙан килгәне лә, күрше ауылдарҙан һәм крайҙарҙан килгәне лә.

Һамар Заволжьеһы элек-электән үҙенсәлекле эрзя фольклорының «ҡурсаулығы» тип һанала. Бында әкиәттәр, легендалар, йырҙар, йола шиғриәте күп һаҡланған. Василий Радаев, Артур Моро, Ксения Петрова, Михаил Втулкин, Числав Журавлев кеүек бында билдәле эрзя яҙыусылары плеядаһы үҫеп сыҡҡан.

Люлякинаның йыр-моңға, шиғри импровизацияға әүәҫлеге иртә асыла. Бала саҡта уҡ уның музыкаль ишетеү һәләте, яҡшы ҡуйылған асыҡ тауышы билдәле була. Хәтере яҡшы булғанлыҡтан, ул тиҙ генә иптәш ҡыҙҙарының һәм ауылдаштарының йырҙарын отоп ала. Һәр бер ишеткән йырҙы, өҫтәүенә һүҙҙәрен генә түгел, моңон да еңел хәтерендә ҡалдыра.

Серафимаға өләсәһенең йоғонтоһо ла ҙур була. 105 йыл йәшәгән Анисья Ефимовна, үҙенең йыр- сәсәнлек оҫталығы менән бөтә Һамар губернаһында билдәле була. Люлякина оләсәһенең бөтә репертуарын үҙләштерә, унан ҡыҙға туған телгә һөйөү, оҫта йырлау һәм йырҙар сығарыу күсә. Шундай ижади мөхиттә үҫкән Люлякина бик иртә клуб сәхнәләренә күтәрелә, балалар олимпиадаларында, үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ихлас ҡатнаша. Ул йырҙарҙы күп белә, йәһәт кенә таҡмаҡтар сығара. Уның ҡайһы бер йырҙары район гәзитендә баҫылып сыға. Люлякинаның талантын күреп, музыкаға, шиғриәткә уҡырға кәңәш итәләр. Әммә был матди ҡыйынлыҡтар арҡаһында мөмкин булмай. Шул уҡ сәбәп буйынса бишенсе кластан мәктәптә уҡыуын ташларға тура килә. Бәләкәй һеңле һәм ҡустыларын тураһында ҡайғыртырға һәм эшләргә тура килә, ә һуңынан инде үҙенең балаларын ҡарарға кәрәк була. Серафима Марковна ете бала тәрбиәләп үҫтерә.

Ҡыйынлыҡтар менән тулы тормошо уны бөкмәй, ә киреһенсә түҙемле, күңелле характер тәрбиәләй. Был юҫыҡта йырҙары ҙур роль уйнай, уларҙан эштә лә, ял сәғәттәрендә лә айырылмай. Йыр уның, ысын мәғәнәһендә, йәшәү өсөн һулыш, хис-тойғоларын, изге ниәттәрен белдереү сараһы була. 1992 йылда Серафим Марковнаға «яман шеш». диагнозы ҡуйыла. 1993 йылдың 17 ғинуарында вафат була. Тыуған Ягодное ауылында ерләнә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Республика ваҡытлы матбуғатында һәм коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. С Люлякинаның иң беренсе китабы — «Моронь гайть» («Песенный звон») 1982 йылда сыға. Бер йылдан һуң был китап халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә I дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Люлякинаның башҡа китаптары: «Һиңә һөйләйем» (1986), «Минька оянок» («Беҙҙең дуҫтар») 1988, «Тонеть, Мордовиям» («Һиңә, минең Мордовия» 1991), «Әкиәттәр, шиғырҙар, мәҫәлдәр» (1993).

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Өлкә, бөтә рәсәй һәм бөтә союз үҙешмәкәр ижад фестивалдәр лауреаты. Мордва АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Мордва дәүләт премияһы лауреаты (1992), Мордва комсомолы премияһы лауреаты (1992). Уның ижады нигеҙендә эрзә халҡының фольклоры һәм мәҙәниәте тураһында китаптар булдырылған. Похвистневский районы шағирәнең тыуған Ягодное ауылында Серафима Люлякинаның музейы бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә