Атанова Людмила Петровна
Атанова Людмила Петровна (21 февраль 1920 йыл — 6 ғинуар 1994 йыл) — музыка белгесе, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1970). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964). СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы.
Атанова Людмила Петровна | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Үҫәргән кантоны Сабатар ауылы |
Үлгән | |
Үлгән урыны |
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, музыка педагогы |
Инструменттар | |
Наградалар | |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Петровна Атанова 1920 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны Сабатар ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында) тыуған.
1936 йылдан Өфөлә Башҡорт музыка училищеһында фортепианола уйнау буйынса (С. Т. Гербст һәм М. А. Зайдентрегер класы) уҡый[1].
Училищены тамамлағандан һуң, 1941—1942 йылдарҙа Өфө 1-се балалар музыка мәктәбендә музыкаль-теоретик дисциплиналарҙы уҡыта.
1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1952 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтының тарих-теория факультетын (М. Э. Риттих һәм М. С. Пекелистың музыка тарихы класы, В. О. Берковтың гармония, К. К. Ровеншильдтың махсус класы) тамамлай.
1952—1954 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының нәфис әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге инструкторы.
1954 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында лектор һәм Өфө музыка училищеһында музыкаль-теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй.
1961—1965 йылдарҙа Өфө Дәүләт музыка-педагогия институтының (ГМПИ) уҡыу-консультация пунктында эшләй. 1963 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
1964—1978 йылдарҙа — СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт Институтында ғилми хеҙмәткәр.
1992 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәАтанова Людмила Петровна — 50-нән ашыу баҫылып сыҡҡан хеҙмәт авторы. Улар араһында монографиялар, башҡорт профессиональ һәм халыҡ музыкаһы мәсьәләләре буйынса фәнни һәм музыка буйынса тәнҡит мәҡәләләре.
Хеҙмәттәре:
- Рәүеф Муртазин. Өфө, 1967.
- Халиҡ Заимов. Өфө, 1967.
- Мәсәлим Вәлиев. Өфө, 1970.
- Тормошо йыр кеүек (Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ижади портреты). Өфө, 1973.
- Башҡорттарҙан тәүге музыкант-тикшеренеүсе //Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1976.
- Башҡорт уйындарында йыр// Башҡорт йолалары һәм мәҙәни-көнкрүреш традициялары. Өфө, 1980. 117-128 биттәр.
- Башҡортостан композиторҙары. Өфө, 1982.
- Башҡорт музыка фольклорын йыйыусы һәм өйрәнеүселәр. Өфө, 1992.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Композиторы и музыковеды Башкортостана: Очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в Большой биографической энциклопедии
- ↑ Указ Президента РФ от 20.10.1992 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статьи Атановой в книгах, сборниках 2023 йыл 20 март архивланған. (перечень статей и слайды со статьями)
- Статья в башкортостан: краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)