Люба Велич (ысын фамилияһы болг. Величкова) — Австрия һәм Болгария опера йырсыһы (сопрано).

Люба Велич
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған көнө 10 июль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Славяново[d], Попово[d], Тырговиштская область[d], Болгария
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][3][4][…] (83 йәш) или 2 сентябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[5] (83 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Австрия[2]
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө опера йырсыһы, актёр
Эшмәкәрлек төрө пение[d][6] һәм Опера[6]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Архивы хранятся в Центральный государственный архив Болгарии[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Columbia Records[d], Philips Records[d] һәм Decca Records[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
 Люба Велич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Люба Велич 1913 йылдың 10 июлендә болгар провинцияһында, илдең иң ҙур порты Варнанын алыҫ түгел ҙур булмаған Славяново ауылында тыуған. Музыка белеменә буласаҡ йырсы бала сағында уҡ скрипкала уйнарға өйрәнеп башлай. Ҡыҙына етди һөнәр бирергә теләгән ата-әсәһенең талабы буйынса, София университетында философия өйрәнә, параллель рәүештә баш ҡаланың Александр Невский кафедраль соборында хорҙа йырлай. Һуңғараҡ Люба Величкова үҙенең вокаль оҫталығын Вена музыка акдемияһында камиллаштыра.

Софияла һәм Венала уҡығандан һуң Люба Велич 1936 йылда беренсе тапҡыр Софияла сығыш яһай. 1937—1940 йылдарҙа Грац, Мюнхен һәм Гамбург ҡалалары операһы солисы. 1946 йылдан 1959 йылға тиклем Вена дәүләт операһының төп солисы. 1949 йылда Нью-Йоркта Метрополитен-операла сығыш яһай, Зальцбург фестивалдәрендә ҡатнаша.

Рихард Штраустың «Саломея» операһында төп партия уның карьераһында күренекле роль була. 1944 йылда Велич был партияны композиторҙың 80-йыллығына уның етәкселеге аҫтында башҡара. Башҡа билдәле ролдәре «Евгений Онегинда» Татьяна, «Дон Жуанда» Донна Анна, «Богема» операһында Мюзетта була.

Йырсының тауышы менән проблемалары барлыҡҡа килгәндән һуң, ул карьераһын опереттала һәм фильм төшөрөүҙә ҡатнашып башлай. Люба Величтың фильмографияһы барлығы 26 кинотаҫманы үҙ эсенә ала.

Люба Велич 1996 йылда Венала вафат була, ҡаланың Үҙәк зыяратында ерләнә.

Хәтер үҙгәртергә

  • 2008 йылда Вена урамдарының береһен уның исеме менән атайҙар.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Музыкальный энциклопедический словарь/Гл. ред. Г. В. Келдыш. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — с. 99 — ISBN 5-85270-033-9
  • Norbert Ernst Benke: Ljuba Welitsch. Edition Wien, 1994

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә