Лыткин Василий Ильич

Лыткин Василий Ильич (коми Лыткин Илля Вась, Илля Вась; 15 (27) декабрь 1895 йыл — 27 август 1981 йыл) — СССР коми шағиры, тәржемәсе, тел белгесе, фин-уғры телдәре белгесе, филология фәндәре докторы. Финляндия Фәндәр академияһы академигы (1969). Коми АССР-ының И.А. Куратов исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре һәм Коми АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Лыткин Василий Ильич
коми Илля Вась Лыткин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 15 (27) декабрь 1895 или 1895[1]
Тыуған урыны Тентюково[d], Усть-Сысольский уезд[d], Вологодская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 август 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) или 1981[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө шағир, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, лингвист, финно-угрист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме, финно-угроведение[d], творческое и профессиональное письмо[d][2], шиғриәт[2] һәм тәржемәселек[d][2]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Институт языкознания РАН[d]
Уҡыу йорто Тотемская учительская семинария[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d] (1927) һәм филология фәндәре докторы[d] (1946)
Аспиранттар Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы һәм Адольф Иванович Туркин[d]
Уҡыусылар Адольф Иванович Туркин[d], Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы һәм Кельмаков, Валей Кельмакович[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Биографияһы

үҙгәртергә

Усть-Сысольский ҡала училищеһында һәм Тотем уҡытыусылар семинарияһында уҡый. 1918 йылда беренсе шиғырҙары баҫыла. Уҡыу тамамланғандан һуң мобилизациялана. Башта Беренсе донъя һуғышында, һуңынан Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1925 йыл Мәскәү университетын тамамлай, шунда уҡ аспирантураны ла тамамлай. 1927 йылда Будапешт университетында ғилми философия докторы дәрәжәһен ала.

19301933 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында эшләй һәм 1932 йылда асылған Коми педагогия институтының тәүге уҡытыусыларының береһе була.

1933 йылда ҡулға алына һәм биш йылға хөкөм ителә, һөргөндө Алыҫ Көнсығыш лагерҙарында үткәрә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана[3].

1946 йылда «Древнепермское_письмо и историческая грамматика» тикшеренеү эше өсөн филология фәндәре докторы дәрәжәһен ала.

В. И. Лыткин 10 йыл дауамында СССР Фәндәр академияһының тел ғилеме институтында фин-уғыр телдәре секторы мөдире була[4].

1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе боронғо Пермь яҙма ҡомартҡылары, коми теленең боронғо тарихы һәм хәҙерге пермь телдәренең тере һөйләше өлкәһендә.

300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм 11 монография авторы. Улар араһында:

  • Лыткин В. И. Коми писатели. — М., 1926.
  • Лыткин В. И. Очерк фонетики коми языка. — М., 1929.
  • Лыткин В. И. Древнепермский язык: чтение текстов, грамматика, словарь. — М.: Изд-во АН СССР, 1952. — 176 с. — 1700 экз.
  • Лыткин В. И. Диалектологическая хрестоматия по пермским языкам. С обзором диалектов и диалектологическим словарем. Часть I. — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — 128 с.
  • Лыткин В. И. Историческая грамматика коми языка. Ч. 1. — Сыктывкар, 1957.
  • Лыткин В. И. Коми-язьвинский диалект. — М.: Изд-во АН СССР, 1961. — 228 с.
  • Коми-русский словарь. / Под ред. В. И. Лыткина. — М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1961. — 924 с. — 11000 экз.
  • Лыткин В. И. Краткий этимологический словарь восточнофинских языков: (Финно-угорский фонд): Проспект-макет. / Акад. наук СССР. Ин-т языкознания. — М.: Наука, 1964. — 16 с.
  • Лыткин В. И. Исторический вокализм пермских языков. — М.: Наука, 1964. — 270 с.
  • Лыткин В. И. Коми-зырянский язык. // Языки народов СССР. Т. 3. Финно-угорские и самодийские языки. — М., 1966.
  • Лыткин В. И., Гуляев Е. С. Краткий этимологический словарь коми языка: в 2 ч. / Под ред. В. И. Лыткина. — М.: Наука, 1970. — 355 с.
    • Лыткин В. И., Гуляев Е. С. Дополнения к Краткому этимологическому словарю коми языка. // Коми филология: труды Института языка, литературы и истории Коми филиала АН СССР. Вып. 18. / Отв. ред. Г. Г. Бараксанов. — Сыктывкар: Изд-во Коми фил. АН СССР, 1975. — приложение.
    • Лыткин В. И., Гуляев Е. С. Краткий этимологический словарь коми языка. / Под ред. В. И. Лыткина. — Переизд. с доп. — Сыктывкар: Коми книжное издательство, 1999. — 430 с.

Яҙыусы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бер нисә революцион шиғырҙар авторы («Великое утро», «Первое мая», «Осенью»), граждандар һуғышы темаһына хикәйәләр, сатирик шиғырҙар, поэмалар һәм әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар авторы.

1927 йылда үҙенең иң ҙур әҫәре — «Идут» поэмаһын тамамлай (коми «Мунöны»), ул Коми крайында граждандар һуғышы геройҙарына бағышланған.

Коми теленә А. С. Пушкин, Ф. И. Тютчев, Ш. Петефи, В. В. Маяковский, Д. Бедный, К. И.Чуковский әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнгән.

Әҙәби әҫәрҙәре
  • Лыткин В. И. Кывбуръяс. — Сыктывкар, 1929.
  • Лыткин В. И. Шонді петігöн. — Сыктывкар: Коми небӧг лэдзанін, 1959. — 144 с.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Коми АССР-ының И.А. Куратов исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (1971)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
  • Коми АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Серебренников Б. А. В. И. Лыткин // Известия АН СССР. Сер. литературы и языка. 1966. Т. 25. Вып. 1;
  • Коми советские писатели. — Сыктывкар, 1968;
  • Лыткин Василий Ильич / Микушев А. К. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Коми учёный и писатель В. И. Лыткин: К 75-летию со дня рождения. — Сыктывкар, 1970;
  • Жеребцов И. Л., Некрасова Г. А., Дёмин В. Н. Василий Ильич Лыткин: жизнь и творчество. — Сыктывкар, 1997. — 48 с. (Коми научный центр УрО РАН. Серия «Люди науки». Вып. 21);
  • В. И. Лыткин: биобиблиографический указатель. Сыктывкар, 1997;
  • В. И. Лыткин — учёный, поэт, педагог (к 110-летию со дня рождения). Сыктывкар, 2005.
  • Бурлыкина М. И. Финно-угровед Василий Лыткин (Илля Вась). Сыктывкар, 2013. 432 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Лыткин, Василий Ильич // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
  • Илля Вась Лыткин 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.