Луна Феликс
Феликс Луна (1925 йылдың 30 сентябрендә тыуған — 2009 йылдың 5 ноябрендә вафат булған) аргентина яҙыусыһы, лирик шағир һәм тарихсы.
Луна Феликс | |
исп. Félix Luna | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Луна Феликс Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәЛуна 1925 йылда Буэнос-Айреста тыуған. Уның ғаиләһе сығышы менән Ла-Риоханан (Аргентина провинцияһы) булған. 1892 йылда Феликстың олатаһы Ла-Риохта яңы ғына булдырылған Граждандар радикаль союзы (UCR) центристик хәрәкәт вәкиллегенә нигеҙ һалған. Уның бабаһы Пеладжио Луна 1916 йылдан алып 1919 йылға саҡлы Аргентина президенты Иполито Иригойен хөкүмәтенең вице-президенты булған. Луна Буэнос-Айрес университетына уҡырға ингән һәм 1951 йылда юридик дәрәжәгә эйә булған. 1954 йылда тәүге тапҡыр уның «Yrigoyen» биографик хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.
1955 йылда Азатлыҡ революцияһы барышында президент Хуан Доминго Перон хакимлығы ҡолатылған. Шул ваҡиғалар осоронда, 1956 йылда, Луна Хеҙмәт Министрлығы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙе планлаштырыу директоры итеп тәғәйенләнгән. 1957 йылда Луна La Fusilación (Расстрел) хикәйәһе өсөн XIX быуатта уҡ булдырылған әҙәбиәт өлкәһендәге наградаға лайыҡ булған. Был әҫәр 1956 йылда генерал Хуан Хосе Валлены ғауғалы язалағандан һуң баҫыла. Был әҫәрҙән һуң, 1958 йылда Марсело Торкуато де Альвеар, главного соперника UCR-да Иригойендың төп көнәркәше биографияһы донъя күргән.
1963 йылдан алып 1976 йылға саҡлы тарих профессоры сифатында ул үҙенең альма-матеры, юридик мәктәптә уҡыта. Луна шулай уҡ 1967 йылдан алып 1986 йылға тиклем Бельграно хосуси (Буэнос-Айрес) университетының хәҙерге заман тарихы профессоры булған. Уның шул саҡтағы иң билдәле хеҙмәттәре: Los caudillos, XIX быуат һәм XX быуат башы провинциаль лидерҙарына ҡараш (1966 йыл), El 45, Аргентиналағы 1945 йылға, һынылышлы осорға һылтанма (1968 йыл), һәм Argentina: de Perón A Lanusse, 1945 һәм 1973 йылдарҙа Перондың власҡа килгән шау-шыулы йылдарына күҙәтеү .
1964 йылда Луна «Misa criolla» (креоль мессаһы) тексы авторы сифатфнда пианист һәм композитор Ариэль Рамирес менән хеҙмәттәшлек иткән. Икеһенең бергә өлгәшкән уңышынан һуң, 1969 йылда Mujeres Argentinas («Аргентинские женщины») тигән әҫәр ижад ителә, шулар араһында айырыуса популярлыҡ алғаны: « Alfonsina y el mar» (латин америкаһы шағирәһе Альфонсина Сторниҙың одаһы). Традицион фольклор вокалисы Мерседес Соса Рамирес менән Лунаға,Cantata Sudamericana, 1972 йылғы альбом, өҫтөндә эшкә ҡушыла, һәм шуның арҡаһында Аргентина музыкаһының донъяла билдәле фигураһы булараҡ таныла.
1964 йылдан алып 1973 йылға саҡлы тарихсы сифатында, Луна Clarín гәзите өсөн ағымдағы ваҡиғалар тураһында аҙналыҡ редакция мәҡәләләре яҙған, шулай уҡ 1977 йылдан алып 1982 йылға тиклем Hilando nuestra historia (Беҙҙең тарихты үреү) белем биреү радиопрограммаһының алып барыусыһы булып сығыш яһай. Президенттар Роберто Мария Ортис (1978 йыл) һәм Хулио Архентино Роки (1989 йыл) биографияларын үҙ эсенә алған трилогияһы, шулай уҡ Перон хакимлығы йылдарын бәйән иткән Breve historia de los argentinos (Аргентинлыларҙың ҡыҫҡаса тарихы, 1993 йыл) хеҙмәттәренән сығып, Лунаның хикәйәләү стилен һәм бәхәсле ваҡиғаларға прагматик ҡарашын билдәләгәндәр[3].
1967 йылда Todo es Historia тигән аргентин тарихи айлыҡ журналын булдырған, һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уны етәкләгән. Луна, 1984 йылдан башлап, тарихсы, биограф һәм лирик сифатында Аргентина мәҙәни өлкәһендә иң бөйөк иҫәпләнгән күп һанлы Konex наградаларына, шулай уҡ 1988 йылда «За заслуги» француз орденына лайыҡ булған.
1986 йылдан алып 1989 йылға саҡлы ул Буэнос-Айрес ҡалаһының мәҙәниәт министры булған.
Феликс Луна 2009 йылдың 5 ноябрендә Буэнос-Айрес ҡалаһында вафат булған[4].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Краткая история аргентинцев = Breve historia de los Argentinos. — Весь мир, 2010. — 280 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.buenosairesherald.com/BreakingNews/View/16517
- ↑ Monografías: Félix Luna (in Spanish) .
- ↑ Revista Ñ: Murió Félix Luna (in Spanish) .