Лоҡманов Рәсих Сәләх улы

журналист, шағир, тыуған яҡты өйрәнеүсе

Лоҡманов Рәсих Сәләх улы (21 август 1942 йыл2 ноябрь 2019 йыл) — журналист, шағир, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1991—1999 йылдарҙа Учалы районының «Яйыҡ» гәзите мөхәррире. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Лоҡманов Рәсих Сәләх улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Һөйәрғол (Höyərğol), Яңы Байрамғол ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, журналист, шағир, мөхәррир, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Рәсих Сәләх улы Лоҡманов 1942 йылдаң 21 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Һөйәрғол ауылында тыуған. 1959 йылда Наурыҙ урта мәктәбен, 1963 йылда Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының тарих, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультеттарын тамамлай.

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә, ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында бүлек мөдире, район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй.

1968—1977 йылдарҙа — Белорет районы мәғәриф бүлегендә методик кабинет мөдире, КПСС район комитетының партия мәғарифы кабинеты мөдире, район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире.

1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты секретары, Учалы районының «Яйыҡ» гәзите мөхәррире[1][2].

Ижады үҙгәртергә

«Ямғыр көткәндә», «Яҙғы ташҡын», «Доктора „молчаливых“ пациентов», «На защиту Родины!», «Выжили. Выстояли. Победили», «Посланники надежды», «О них легенды не слагают», «Человечеством правит врач» китаптар авторы. 2005 йылда Анкарала нәшер ителгән төрөк әҙәбиәттәре антология­һының 30-сы томына шиғырҙары ингән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены;
  • СССР-ҙың юбилей миҙалы;
  • СССР Тыныслыҡ фондының Почет билдәһе һәм миҙалы;
  • Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә