Лохья
Лохья — Финляндияла ҡала һәм муниципалитет, Көньяҡ Финляндия төбәгендә Уусимаа провиницяһы. Халҡы өҫтөнлөклө фин телле, аҙсылығы швед телле
Ҡала тарихы
үҙгәртергәЛохья XIV быуат башында Уусимаа провиницяһының көнсығышында тораҡ һәм сауҙа үҙәге булған. Урта быуаттарҙа Лохья сауҙа үҙәге булараҡ билдәле була. Финляндия территорияһында урындағы халыҡ беренсе булып тау эше һәм етештереүҙе үҫтерә башлай. Лохьяның баҡсасылыҡ һәм йәшелсә үҫтереү буйынса боронғо традициялары булған. Был йолалар хәҙерге заман Лохья символикаһында күрһәтелгән: эзбизташ һәм алма.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәЛохья Ҙур Хельсинки эргәһендә уңайлы урынлашҡан һәм үҫешкән автомобиль юлдары селтәренә эйә. Хельсинкинан Лохьяға тиклем юлға бер сәғәттән әҙерәк ваҡыт китә.
Лохья пейзажында баҡсалар һәм усадьбалар иғтибарға лайыҡ. Лохьяны Лохья теҙмәһе бүлә, ул Көньяҡ Финляндияның эре күл сиситемаһының һыу айырғысын булдыра.
Үҙәк өлөшөндә урта быуаттарҙа төҙөлгән Изге Лаврентий сиркәүе урынлашҡан. Ҡалған үҙәк өлөшө башлыса 1960 йылдарҙа һәм һуңыраҡ төҙөлгән төрлө төҙөлөштәрҙән тора. 2005 йылда асылған яңы китапхана бинаһы — ҡаланың иң үҙәгендәге заманса бина.
Лохья муниципалитеты ҡала менән 1997 йылда берләштерелә. 2009 йыл башында Самматти муниципалитеты ҡушыла. 2013 йылда Карьялохья муниципалитетын берләштереү көтөлә.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Хенрик Хенрикинпойка Ванберг (1630—1709) — швед хакимлығы осоронда Финляндия крәҫтиәндәре араһында юғары вазифалар биләгән крәҫтиән, риксдаг депутаты (швед парламентының); риксдаг тарихында берҙән-бер финн, ул Швед короллегендә крәҫтиән ҡатламының рәйесе итеп һайланған (1680).
- Кёсси Каатра (1882—1928) — фин яҙыусыһы һәм шағиры.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәГалереяһы
үҙгәртергә-
Лохьяньярви күле яғынан Лохьяға күренеш
-
Лохья үҙәгендә Лауринкату урамы, 2005 йылдың йәйе
-
2005 йылда асылған яңы китапхана бинаһы
-
Лохьяла Изге Лаврентий сиркәүе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ 2,0 2,1 Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024 — Статистический центр, 2024.
- ↑ Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavain — Статистический центр.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Population growth biggest in nearly 70 years — Статистический центр.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Ystävyyskaupungit — Лохья.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ https://www.lohja.fi/ (фин.)
- ↑ 11,0 11,1 (unspecified title)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Town of Lohja — официальный сайт