Ломакин Евгений Викторович

Евгений Викторович Ломакин (17 ғинуар 1945, Баҡы) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Ломакин Евгений Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әзербайжан
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика твёрдого деформируемого тела[d] һәм механика разрушения твёрдых тел[d]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Работнов, Юрий Николаевич[d]

Деформацияланған мөхит механикаһы, емерелеү механикаһы һәм композит материалдар механикаһы өлкәһендә белгес[1].

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Викторович Ломакин 1945 йылдың 17 ғинуарында Баҡыла хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1963 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә һәм 1968 йылда уны тамамлай. Ю. Н. Работновтың уҡыусыһы. 1968—1971 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының мехмат аспирантураһында уҡый. 1971 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлап (темаһы — «Запаздывание текучести в углеродистых сталях»[2]), уны уңышлы тамамлай. Шунан һуң ассистент вазифаһында Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһында ҡалдырыла. 1977—1993 йылдарҙа шунда уҡ доцент вазифаһында эшләй (1978 йылда доцент исеме ала)[3].

1988 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (темаһы — «Деформирование и разрушение сред, характеристики которых зависят от вида напряжённого состояния»[4]). 1993 йылдан — һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһы профессоры, кафедра мөдире урынбаҫары (1995 йылда профессор ғилми исеме бирелә). 1990—1992 йылдарҙа бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[5].

1999 йылдан — Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының Эксперт советы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының «Рәсәй университеттары» программаһы буйынса советы ағзаһы. 2000 йылдан «Archive of Applied Mechanics, Springer» халыҡ-ара журналдың редакция советы ағзаһы.

2008 йылдың 29 майында Е. В. Ломакин энергетика, машиналар эшләү, механика һәм идара итеү процестары (механика) бүлектәре буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[6]. Шул уҡ йылда ул Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһы мөдире булып китә[7]..

Мехмат студенттары өсөн"Основы механики сплошной среды", «Механика сплошной среды», «Теория упругости», «Основы механики разрушения», «Механика разрушения» курстарын уҡый[8].

Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (2013)[8]..

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Е. В. Ломакиндың фәнни тикшеренеүҙәре үҙгәреүсән үҙсәнлекле мөхиттәрҙең һығылмалылыҡ теорияһы, емерелеү механикаһы, композит материалдар механикаһы өлкәләренә ҡарай[9]. Ул алған мөһим ғилми һөҙөмтәләр араһындав[1][10]:

- Микро- бер төрлө булмаған һәм зарарланған мөхиттәрҙең (атап әйткәндә, составтарында ярыҡтар, ҡыуышлыҡтар, ҡушымталар һәм структураның башҡа үҙсәнлектәре булған) һығылмалы һәм пластик деформацияһы теорияһын эшләү, бындай материалдарҙың ҡыҫыу көсөргәнештәре тәьҫирендә киңәйеүен һүрәтләргә, шыуыу һәм күләм деформацияһы процестары араһындағы үҙ-ара бәйләнеште асыҡларға, был материалдарҙың үҙсәнлектәренең тышҡы тәьҫир итеү характерына бәйләнешен табырға мөмкинлек бирә;

- Шыуыу һәм күләм деформацияһы процестары араһында үҙ-ара бәйләнеше булған есемдәр өсөн сик мәсьәләләренең яңы ҡуйылыштарын эшләү һәм емерелеү механикаһының бер нисә практик мәсьәләләренең яңы сиселештәрен алыу;

- Графиттарҙың, углерод — углерод композиттарының, йылылыҡ һаҡлаусы материалдарҙың, бер нисә иретмәнең һәм тау тоҡомдарының деформацияланыу һәм емерелеү үҙенсәлектәрен һәм төп законлыҡтарын өйрәнеү яңы йүнәлеш — көсөргәнешле хәлдең төрөнә бәйле үҙенсәлектәре булған мөхиттәр механикаһын формалаштырырға мөмкинлек бирә;

- Дилатацияланыусы мөхиттәрҙең пластик ағымдары теорияһын эшләү, был мөхиттәр өсөн пластик йомшартыуҙың төп үҙенсәлектәрен һәм сикке торош шарттарын асыҡлау.

Е. В. Ломакин һығылмалы йомшартылыусы материалдар өсөн билдәләүсе нисбәттәр тәҡдим итә[10][11]. Ул материалдарҙың ҡаршылығының уларҙың деформация тиҙлегенә бәйле булыуын билдәләү буйынса бер нисә тикшереү үткәрә[12].

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Айырым баҫмалар

үҙгәртергә

Ҡайһы бер мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Ломакин Е. В., Работнов Ю. Н.  Соотношения теории упругости для изотропного разномодульного тела // Изв. АН СССР. Механика твёрдого тела. — 1978. — № 6. — С. 29—34.
  • Ломакин Е. В.  Нелинейная деформация материалов, сопротивление которых зависит от вида напряжённого состояния // Изв. АН СССР. Механика твёрдого тела. — 1980. — № 4. — С. 92—99.
  • Ломакин Е. В.  Определяющие соотношения деформационной теории для дилатирующих сред // Изв. АН СССР. Механика твёрдого тела. — 1991. — № 6. — С. 66—75.
  • Ломакин Е. В.  Пластическое течение дилатирующей среды в условиях плоской деформации // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2000. — № 6. — С. 58—68.
  • Ломакин Е. В., Белякова Т. А.  Упругопластическое деформирование дилатирующей среды вблизи вершины трещины в условиях плоского напряжённого состояния // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2004. — № 1. — С. 109—118.
  • Ломакин Е. В., Федулов Б. Н.  Пластическое деформирование полос из материала с зависящими от вида напряжённого состояния свойствами // Вестник Самарского гос. ун-та. — 2007. — № 4 (54). — С. 263—279.
  • Ломакин Е. В.  Механика сред с зависящими от вида напряжённого состояния свойствами // Физическая мезомеханика. — 2007. — Т. 10, № 5. — С. 41—52.
  • Ломакин Е. В., Белякова Т. А., Зезин Ю. П.  Нелинейное вязкоупругое поведение наполненных эластомерных материалов // Известия Сарат. ун-та. Нов. сер. Сер. Математика. Механика. Информатика. — 2008. — Т. 8, вып. 3. — С. 56—65.
  • Ломакин Е. В.  Кручение цилиндрических тел с изменяющимися деформационными свойствами // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2008. — № 8. — С. 217—226.
  • Ломакин Е. В., Мельников А. М.  Пластическое плоское напряжённое состояние тел, свойства которых зависят от вида напряжённого состояния // Вычислительная механика сплошных сред. — 2009. — Т. 2, № 2. — С. 48—64.
  • Бессонов Д. Е., Зезин Ю. П., Ломакин Е. В.  Разносопротивляемость зернистых композитов на основе ненасыщенных полиэфиров // Известия Сарат. ун-та. Нов. сер. Сер. Математика. Механика. Информатика. — 2009. — Т. 4, вып. 2. — С. 9—13.
  • Ломакин Е. В., Федулов Б. Н.  Теория пластичности и предельного равновесия тел, чувствительных к виду напряжённого состояния // Вестник Нижегород. ун-та им. Н. И. Лобачевского. — 2011. — № 4. — С. 1585—1587.
  • Вильдеман В. Э., Ломакин Е. В., Третьяков М. П.  Закритическое деформирование сталей при плоском напряжённом состоянии // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2014. — № 1. — С. 26—36.
  • Зезин Ю. П., Ломакин Е. В.  Экспериментальное исследование вязкоупругих свойств усиленных наночастицами эластомеров // Изв. РАН. Механика твёрдого тела. — 2015. — № 4. — С. 6—19.
  • Зезин Ю. П., Ломакин Е. В. . Нелинейная релаксация напряжений в наполненных эластомерах при растяжении и сжатии // Упругость и неупругость / Под ред. Г. Л. Бровко, Р. А. Васина, Д. В. Георгиевского. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2016. — 444 с. — ISBN 978-5-19-011120-0. — С. 319—322.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ломакин Евгений Викторович. Направления деятельности. // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 23 ғинуар 2015. Архивировано 10 октябрь 2016 года.
  2. Ломакин Е. В.  Автореферат кандидатской диссертации (карточка). // Каталог РНБ. Дата обращения: 8 октябрь 2016. Архивировано 12 август 2016 года.
  3. Механика в Московском университете, 2005
  4. Ломакин Е. В.  Автореферат докторской диссертации (карточка). // Каталог РНБ. Дата обращения: 8 октябрь 2016. Архивировано 9 октябрь 2016 года.
  5. Механика в Московском университете, 2005, с. 264
  6. Ломакин Евгений Викторович. Историческая справка. // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 23 ғинуар 2015. Архивировано 10 октябрь 2016 года.
  7. Мехмат МГУ 80, 2013, с. 209
  8. 8,0 8,1 Ломакин Евгений Викторович. // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 8 октябрь 2016. Архивировано 12 октябрь 2016 года.
  9. Механика в Московском университете, 2005, с. 265
  10. 10,0 10,1 Механика в Московском университете, 2005, с. 254
  11. Механика в Московском университете, 1992, с. 100
  12. Механика в Московском университете, 1992, с. 101
  • Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2.
  • Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X.
  • Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә