Лозанна тыныслыҡ килешеүе
1923 йылғы Лозанна тыныслыҡ килешеүе —1922—1923 йылдарҙа үткән Лозанна конференцияһының төп йомғаҡлау документтарының береһе, 1923 йылдың 24 июля июлендә Бөйөк Британия, Франция, Италия, Япония, Греция, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, бер яҡтан, һәм Төреиә — икенсе яҡтан ҡул ҡуйған. 1920 йылғы Севр тыныслыҡ килешеүен алмаштырҙы[1].
Лозанна тыныслыҡ килешеүе | |
Рәсми атамаһы | 「平和条約」、「海峡制度ニ関スル条約」、「トラース国境ニ関スル条約」、「居住裁判管轄ニ関スル条約」、「通商条約」、「「ローザンヌ」ニ於テ署名セラレタル文書中一定ノ規定ニ対スル白耳義国及葡萄牙国ノ加入ニ関スル議定書」、「「カラガツチ」ノ領域並「インプロス」島及「テネドス」島ニ関スル議定書」、「千九百二十年八月十日「セーヴル」ニ於テ主タル同盟国國及希臘國ニ於ケル少数民族ノ保護ニ関スル条約ニ関スル並「トラース」ニ関スル条約ニ関スル議定書」及「「セルブ、クロァート、スロヴェーヌ」国ノ署名ニ関スル議定書」 |
---|---|
Урын | Лозанна[d] |
Әҫәрҙең теле | Француз теле |
Ваҡиға ваҡыты | 24 июль 1923 |
Ҡатнашыусылар | Британия империяһы, Франция, Италия короллеге[d], Япон империяһы[d], Греция короллеге[d], Румыния короллеге, Югославия короллеге һәм Төркиә |
Подписавшийся | Төркиә, Бөйөк Британия, Өсөнсө француз республикаһы[d], Италия короллеге[d], Япон империяһы[d], Греция, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d] һәм Румыния короллеге |
Идентификационный номер закона или распоряжения | 大正13年条約第9号 |
Лозанна тыныслыҡ килешеүе Викимилектә |
Төркиә делегацияһын Исмәт Инөнү етәкләне. Килешеү, Ғосман империяһының тарҡалыуын юридик яҡтан рәсмиләштерҙе һәм, 1939 йылдың 29 июнендә генә Төркиәгә кире ҡайтарылған Александретта санджагынан тыш, хәҙерге сиктәрендәге Төркиә биләмәһенең яңы сиктәрен билдәләне. Килешеү Төркиә менән Антанта державалары араһында тыныслыҡ иғлан итте. Төркиә Көнсығыш Фракияны, Измирҙы (Смирна) һәм 1920 йылда Севр тыныслыҡ килешеүе буйынса унан ситләшкән башҡа территорияларҙы һаҡлап алып ҡалды. Шул уҡ ваҡытта Төркиә, Ғәрәбстан, Мысыр Короллеге, Инглиз-Мысыр Суданы, Ғосман Триполитанияһы, Киренаика, Месопотамия, Фәләстин, Трансиордания, Ливан һәм Сүриә территорияларына дәғүәләрҙән баш тартып, Эгей диңгеҙендәге утрауҙар (Лемнос, Самотраки, Лесбос, Хиос, Самос, Икариянгы индереп) өҫтөнән контролен юғалта. Фракиялағы сик Марица йылғаһы буйлап үткәрелгән.
Ирак менән сик тураһындағы мәсьәләне хәл итеү, шул рәүешле, нефтле район Мосулды контролдә тотоу маҡсатында, Төркиә һәм Бөйөк Британия менән билдәләүгә тиклем кисектерелә, ә ризалыҡ етмәгән осраҡта 9 ай эсендә Милләттәр Лигаһына (ҡара: Мосул конфликты) тапшырыла.
Килешеү Төркиәләге капитуляция режимын (сит ил кешеләренең иҡтисади һәм сәйәси өҫтөнлөктәрен) һәм Төркиәгә халыҡ-ара финанс контролен юҡҡа сығара. Төркиә Оттоман бурысының бер өлөшөн (Осман империяһының тышҡы бурысын) түләүгә риза була. Оттоман бурысы Төркиә менән 1912—1923 йылдарҙағы һуғыштар һөҙөмтәһендә Ғосман империяһынан айырылған державалар араһында бүлегән. Оттоман бурысы 20 йыл дауамында тигеҙ өлөштә ябылырға тейеш була.
Инглиз дипломатияһы Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары мәсьәләһендә Төркиә яғынан байтаҡ ташламаларға өлгәшә: килешеү сауҙа һәм хәрби (диңгеҙ һәм һауа) судноларының тыныс һәм һуғыш ваҡытындағы боғаҙҙар аша үтеү иреклеген, Босфор менән Дарданелл демилитаризацияланыуын, йәғни яр буйы нығытмаларын юҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Теләһә ниндәй ил дә боғаҙҙар аша Ҡара диңгеҙгә сығарыу мөкинлегенә эйә суднолар һаны иң ҙур Ҡара диңгеҙ флоты хәрби-диңгеҙ көстәре һанынан артмаҫҡа тейеш тип килешелә. Шуның менән бергә державалар төрлө шарттарҙа Ҡара диңгеҙгә, береһенең дә ауырлығы 10 мең тоннанан ашмаҫҡа тейешле өс судно ебәрергә хоҡуҡлы.
Истанбулда халыҡ-ара комиссия — Франция, Бөйөк Британия, Италия, Япония, Болгария, Греция, Румыния, СССР, Югославия һәм Төркиә вәкилдәренән Боғаҙҙар комиссияһы ойошторолған. Лозан килешеүенә ҡушылған осраҡта, Америка Ҡушма Штаттары комиссияға үҙ вәкилен индереү хоҡуғына эйә була.
Греция «Анатолияла һуғыш ҡанундарына ҡаршы ғәмәлдәре менән эллин армияһына йәки эллин хакимиәтенә килтргән зыянын» кире ҡайтарырға йөкләмә ала. Икенсе яҡтан, Төркиә, Грецияның хәлен иҫәпкә алып, репарацияға дәғүәләрҙән баш тартты.
Төркиә Антантаның әрмән һәм курдтар өсөн автономия төҙөүҙән баш тартыуына өлгәшә. Төрөктәр һәм Кесе Азияла йәшәгән гректар араһында этник низағтарға юл ҡуймау өсөн, Төркиә һәм Греция хөкүмәттәре халыҡ менән алмашыу тураһында һөйләшеп килеште. (Ҡара: Грек-төрөк алмашыуҙары).
1923 йылдың 23 авгусында Төркиә; 1924 йылдың 6 авгусына — Оттоман бурысының бер өлөшөн уның иҫәбенә индереү менән риза булмауҙары тураһында белдергән Серб, хорват һәм словен Короллегенән тыш, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Килешеүҙе ратификациялай
Төркиә Антантанан әрмәндәр "милли усағы"н булдырыуҙан баш тартыуына ирешкән. Лозанна килешеүе Севр килешеүе тарафынан ҡаралған әрмән автономияһын ойоштороуҙы юҡҡа сығарған. Әрмәндәр бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк алмай һәм ябай төрөк граждандарына тиңләштерелә. Константинополдә йәшәүсе грек милләтлеләргә үҙенә башҡа ташлама яһалып, илдән бөтә этник гректар ҡыуыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лозаннский мирный договор 1923 года . Дата обращения: 28 октябрь 2020. Архивировано 31 октябрь 2020 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Текст договора (инг.)
Ҡалып:История Турции Ҡалып:Великая идея Ҡалып:Предпосылки и последствия Первой мировой войны