Логунов Валентин Андреевич
Логунов Валентин Андреевич (27 июль 1938 йыл, Владимировка ауылы, Мучкап районы, Тамбов өлкәһе, РСФСР) — совет Рәсәй журналисы, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), "Россия газетаһы"ның баш мөхәррире (1990—1993)[1].
Валентин Андреевич Логунов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
село Владимировка, Мучкапский район, Тамбовская область, РСФСР. |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Журналист, Народный депутат СССР (1989―1991), Главный редактор «Российской газеты» (1990―1993) |
Биографияһы
үҙгәртергә1938 йылдың 27 июлендә РСФСР-ҙың Тамбов өлкәһе Мучкап районының Владимировка ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, Чита өлкәһендәге Шерловогорск аҡ ҡурғаш комбинатында токарь булып эшләй, һуңынан транспорт төҙөлөшө техникумына уҡырға инә. 1959 йылда Совет Армияһы сафына алына, Сахалинда хеҙмәт итә. Армиянан һуң 1961—1963 йылдарҙа Шерловогорск комбинатының комсомол комитеты секретары була.
Гәзиттәр өсөн мәҡәләләр һәм очерктарҙы 1963 йылда яҙа башлай. 1968 йылда Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.
1963 йылдан алып 1979 йылға тиклем Логунов Чита өлкәһенең төрлө гәзиттәрендә эшләй: «Байкал аръяғы комсомолы», «Ауыл төҙөүсеһе», «Байкал аръяғы магистрале», «Байкал аръяғы эшсеһе». Әҙәби хеҙмәткәр булып башлай, һуңынан бүлек мөдире, мөхәррир була. 1970—1971 йылдарҙа Чита өлкә телерадиокомитетында киномөхәррир булып эшләй.
1979 йылда «Гудок» гәзитендә эшләй башлай, үҙ хәбәрсе, яуаплы сәркәтип һәм баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын биләй. 1987 йылда «Московская правда» гәзитенә күсә, унда баш мөхәррир Михаил Полтораниндың урынбаҫары була.
1989 йылдың 26 мартында Логунов СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана. СССР-ҙың халыҡ депутаттары съезында Төбәк-ара депутаттар төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе була.
1990 йылдың авгусында РСФСР-ҙың матбуғат һәм мәғлүмәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдың ноябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советының «Российская газета» баҫмаһының баш мөхәррире була. 1991 йылдың көҙөндә СССР Юғары Советының яңы составтағы Республикалар Советы ағзаһы итеп һайлана.
1994—1995 йылдарҙа Федерация Советы депутаты ярҙамсыһы булып эшләй. Хеҙмәтсәндәр үҙидараһы партияһының Юғары советы составына ингән. 2002 йылдың ғинуарынан 2005 йылдың февраленә тиклем Логунов Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Николаев Михаилдың Секретариатына етәкселек итә.
Рәсәй Федерацияһының 1 класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Өйләнгән, ике улы бар, өлкәне ― иҡтисадсы, кесеһе журналист.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Федерация Советының Почет грамотаһы
- В. К. Курнатовский исемендәге премия лауреаты (1977).
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ ЛОГУНОВ Валентин Андреевич(недоступная ссылка)