Ли Кашин фонды
Ли Кашин фонды (Li Ka Shing Foundation, 李嘉誠基金會) — 1980 йылда бизнесмен һәм филантроп (мохтаждарға ярҙам итеүсе) Ли Кашин Гонконгта нигеҙләгән хәйриә һәм венчур ойошмаһы. Медицина, белем алыу һәм мәҙәниәт проектарын, социаль эшҡыуарлыҡ программаларын инвестициялау менән шөғөлләнә, тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә. Фондты Ли Кашиндың элекке дуҫы, миллиардер Солина Чау ханым етәкләй. Ул да «Skype», «Facebook», «Spotify», «Waze», «Siri», «DeepMind», «Summly», «BitPay», «Bitstrips» һәм башҡа технологик проектарға аҡса һалған һәм фондтың инвестицион ҡанаты булған «Horizons Ventures» компанияһына етәкселек итә[2][3][4][5][6][7][8]. Фондтың штаб-квартираһы Чхёнкхон-сентер исемле күп ҡатлы йортта урынлашҡан[9].
Фонд Ли Кашина | |
Тип |
коммерцияға ҡарамаған ойошма |
---|---|
Нигеҙләү йылы |
1980 |
Нигеҙләүселәр |
Ли Кашин һәм Солина Чау |
Урыны | |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
шәфҡәт күрһәтеү һәм социаль эшҡыуарлыҡ |
Дочерние организации |
Horizons Ventures |
Веб-сайт |
Ли Кашин фонды үҙенең проектарын Гонконгта, Ҡытайҙа, Тайванда, Японияла, Һиндостанда, Сингапурҙа, Австралияла, Бөйөк Британияла, Америка Ҡушма Штаттарында, һәм Канадала тормошҡа ашырған[10].
Тарихы
үҙгәртергәБала сағында ярлылыҡ һәм ауырыуҙар кисергән, тейешле белем алмаған Ли Кашин, байып киткәс, мохтаждарға ярҙам итә башлай һәм филантроп булып танылыу ала. Уның бер интервьюһында әйткән һәм тиҙ арала киң таралған һүҙҙәре быға яҡшы аңлатма бирә: «Киләсәк күп нәмәнән тора, әммә ул кешеләрҙең йөрәктәрендә һәм уйҙарында тыуа. Шуның өсөн үҙ маҡсаттарыңа ирешеүҙе генә түгел, ә бөтә кешелек донъяһының ғүмере тураһында ла уйларға кәрәк»[11].
1980 йылда Ли Кашин үҙ исемендәге хәйриә фонды ойоштора, ул Төньяҡ Американың һәм Көнсығыш Азияның дауаханаларына һәм университеттарына миллионлаған доллар аҡса күсерә. Мәҫәлән, 1981 йылда уҡ фонд Шаньтоу университетын төҙөүгә 3 миллион доллар бүлә, аҙаҡтан Сингапур менеджмент университетына (аҙаҡтан ул Ли Кашин исемен ала), Сингапур милли университетына, медицина факультеты Ли Кашин исемен йөрөткән Гонконг университетына, Берклиҙағы Калифорния Һәм Альберт университеттарына ҙур суммалар бирелә. Шулай уҡ Ли Кашин Һинд океанындағы цунами (2004), үҙенең тыуған Чаочжоу ҡалаһындағы (2006) һыу баҫыу һәм Сычуань ер тетрәүе (2008) зыян китергән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙа, дарыуҙар һәм бик кәрәкле әйберҙәр ала, йорттарҙың һәм коммуникацияларҙы тергеҙеүҙе финанслай. 2009 йылда Ли Шанхайҙағы «ЭКСПО-2010» Бөтә донъя күргәҙмәһен үткәреү өсөн ҡытай павильоны төҙөүгә 15 миллион доллар аҡса күсерә. Активтарының дөйөм суммаһы 8,3 миллиард доллар булған фонды аша Ли белем биреүҙе, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә 1,9 миллиард долларға тиң булған грант бирә (аҡсаларҙың яртыһы медицина уҡыу йорттарын һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе, 2/5 тирәһе — уҡыу йорттарын һәм белем биреү программаларын финанслауға тотонола)[12][13][14][15][16][17].
Гонконг университетының Ли Кашин исемендәге медицина факультеты | Кембриджда Ли Кашин исемендәге рак тикшереү үҙәге, Бөйөк Британия | Ли Кашин исемендәге медицина колледжы, Гонконг |
---|---|---|
Проектары
үҙгәртергәМедицина һәм һаулыҡ һаҡлау
үҙгәртергә- Гонконг университетының Ли Кашин исемендә медицина факультеты
- Ҡытай Гонконг университетының Ли Кашин исемендә медицина фәндәре институты
- Ли Кашин исемендә медицина колледжы (Гонконг)
- Уэльс Принцы дауаханаһының Ли Кашиндың клиникаһы (Гонконг)
- Шаньтоу университетының медицина колледжы
- Кембриджда Ли Кашин исемендә рак тикшереүҙәре үҙәге
- Стэнфорд университетының медицина мәктәбендә Ли Кашин исемендә уҡыу үҙәге
- Берклиҙа Калифорния университетының Ли Кашин исемендә биомедицина һәм медицина фәндәре үҙәге[18]
- Берклиҙа Калифорния университетының Ли Кашин исемендә геном инженерия үҙәге
- Йель университетының көпшә күҙәнәге үҙәге[19]
- Альберт университетында вирусология үҙәге[20]
- Изге Михаил дауаханаһында Ли Кашиндың белем институты (Торонто)[21]
Мәҙәниәт һәм белем алыу
үҙгәртергә- Шаньтоу университеты
- Гуандун Технион технологик институты (Шаньтоу)
- Гонконг асыҡ университетының Ли Кашин исемендәге профессиональ һәм артабанғы белем алыу институты
- Гонконг политехник университетының Ли Кашин башняһы
- Чхёнкхон бизнес мәктәбе (Пекин)[22]
- Сингапур менеджмент университетының Ли Кашин исемендә китапхана
Социаль проектар
үҙгәртергә- Социаль проектарға Гонконг халҡын саҡырырға эшләгән Love HK Your Way! социаль эшҡыуарлыҡ программаһы[23]
- Социаль эшселәр һәм социаль проектар өсөн The March of Social Engineers гранттар программаһы[24][25]
- Гонконг фән һәм технология университетының студенттары араһында инновацияларҙы үҫтереү өсөн гранттар программаһы[26]
- CAPE (Capital for Aboriginal Prosperity and Entrepreneurship Fund) фонды (индейҙар араһында социаль эшҡыуарлыҡтың Канада фонды)[27]
- Ҡытайҙа хоспистар һәм ҡаты йәрәхәтләнгәндәргә ярҙам иткән үҙәктәр Heart of Gold селтәре[28]
- Project New Life программаһы (Ҡытайҙа аңҡау аралыуын төҙөтеү буйынса операциялар)
- Ҡытайҙа бала бүҫерен дауалау пррграммаһы
- Ҡытайҙың ауыл райондарында ҡатын-ҡыҙ лидерствоһын үҫтереү буйынса Project программаһы
- Гуандун провинцияһында ҡатын-ҡыҙ ағымын үҫтереү буйынса Love Ideas программаһы
- Тайпоу округында 2013 йылда төҙөлгән буддизм монастыре (Tsz Shan Monastery).
- Биомедицинала ҙур мәғлүмәттәр ҡулланыу программаһы[29]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://directory.civictech.guide/
- ↑ Solina Chau (ингл.). Forbes. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-shing And Horizons Ventures: The Making of A Venture Powerhouse (ингл.). Forbes. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-shing’s Horizons: the name behind big-ticket tech start-ups (ингл.). The Financial Times. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka Shing Foundation (ингл.). South China Morning Post. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-shing Foundation: Grants for Hospitals and Health Centers (ингл.). Inside Philanthropy. Дата обращения: 5 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Li Ka Shing Gift Supports UCSF Quest for Precision Medicine (ингл.). University of California. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Where Asia's richest man is putting his money now (ингл.). The Globe and Mail. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Company Overview of Li Ka Shing Foundation Ltd. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Our Initiatives (ингл.). Li Ka Shing Foundation Limited. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Ли Кашин: Рыцарь-миллиардер . Дело. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-shing (ингл.). Forbes. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-shing (ингл.). Encyclopædia Britannica, Inc. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka-Shing's Midas Touch (ингл.). Forbes. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Ли Кашинг . SV-Development. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Известный сянганский предприниматель Ли Цзячэн пожертвовал 100 млн юаней на проведение Шанхайской ЭКСПО-2010 . Жэньминь Жибао (24 апрель 2009). Дата обращения: 23 декабрь 2012. Архивировано 28 декабрь 2012 года. 2013 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Ли Кашин пожертвовал 10 млн юаней в помощь пострадавшим от стихийных бедствий . Жэньминь Жибао (2 август 2006). Дата обращения: 23 декабрь 2012. Архивировано 28 декабрь 2012 года. 2017 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ $40 million gift from Li Ka Shing Foundation boosts health science research (ингл.). Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka Shing Foundation renews support for Yale Stem Cell Center (ингл.). Yale School of Medicine. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ About Us (ингл.). The Li Ka Shing Institute of Virology. Дата обращения: 5 май 2015. 2015 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Li Ka Shing Knowledge Institute (ингл.). St. Michael's Hospital. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Cheung Kong Graduate School of Business (ингл.). Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Love is all around (ингл.). Hutchison Whampoa. Дата обращения: 9 май 2015.
- ↑ The March of Social Engineers (ингл.). Li Ka Shing Foundation Limited. Дата обращения: 5 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Development and Support (ингл.). Дата обращения: 9 май 2015.
- ↑ HKUST Receives HK$20 million from Li Ka Shing Foundation to Broaden Students’ Global Vision and Nurture Innovative Future Leaders (ингл.). The Hong Kong University of Science and Technology. Дата обращения: 9 май 2015.
- ↑ Cape Fund Launches with a focus on Aboriginal Business (ингл.). Socialfinance. Дата обращения: 9 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ The National Hospice Service Program (ингл.). "Heart of Gold" National Hospice Service Program. Дата обращения: 5 май 2015.
- ↑ Li Ka Shing Foundation gives $3 million to Stanford for 'big data' initiative (ингл.). Stanford School of Medicine. Дата обращения: 5 май 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Ли Кашин фонды темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Рәсми сайт