Лика́ни (грузинса: ლიკანი)Грузиялағы популяр шифахана булып торған ҡасаба. Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән.

Ликани
груз. ლიკანი
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Урын Боржомское ущелье[d] һәм Самцхе-Джавахети[d]
Карта
 Ликани Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Ликани ҡасабаһы Боржоми ҡалаһының көнбайыш ситендә, Боржоми тарлауығында урынлашҡан шифахана, Грузия баш ҡалаһы Тбилисиҙан көнбайышҡа табан 160 км алыҫлыҡта ята [1]

 
Ликани Һарайы торған урындың алыҫтан күренеше

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ҡыш йылы, ҡар бик күп яумай, уртаса температураһы -2,0 °C, йәй йылы, уртаса температураһы 20-25 °C. Ликани паркы рекреацион зона булараҡ киң файҙаланыла. Бында күберәк имән һәм ылыҫлы ағастар үҫә. Минераль һыу сығанаҡтары составы буйынса «Боржоми» минераль һыуына яҡын.

Ҡомартҡылары үҙгәртергә

Ликаниҙа нисә мөһим тарихи объект урынлашҡан, улар араһында өс нефлы базилика (VIII-IX быуат) һәм Романовтар һарайы (1892-1895) Николай Михайлович. Уның архитекторы Леонтий Николаевич Бенуа. Һарай Кура йылғаһы буйында төҙөлә һәм башта бөйөк кенәз Николай Михайловичтың килеп йөрөй торған һарайы булыр тип уйланыла.

Совет осоронда Ликани резиденцияһы дәүләт милкенә күсә, унда йыш ҡына совет дәүләтенең беренсе етәкселәре, шул иҫәптән Иосиф Сталин, ял итә.

Грузия бойондороҡһоҙ алғас, һарай Грузия президентының йәйге резиденцияһы булараҡ эшләй.

Ликани рекреацион комплексының ҡалған өлөшө, шул иҫәптән совет осорондағы шифаханаһы, 2006 йылдың апрелендә Ҡаҙағстан «КазМунайГаз» дәүләт энергетика компанияһы һатып ала һәм районды халыҡ-ара туристик үҙәккә әйләндерергә вәғәҙә итә [2].

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Ликани
  2. Kazakh company buys large, well-known holiday complex in Georgia. 2011 йыл 16 май архивланған. Latest Headlines. April 13, 2006. Retrieved on October 5, 2007.