Ливия мәҙәниәте

Ливия дәүләтенең һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте

Ливия мәҙәниәтеЛивия дәүләтенең һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте. Дөйөм ғәрәп һыҙаттарына эйә, шул уҡ ваҡытта милли күп төрлөлөк кенә түгел, илдең төрлө тарихи өлкәләргә (Триполитания, Феццан һәм Киренаика) бүленеүенә бәйләнгән ерле колорит менән тулыландырылған.

Ливияла ғәрәп теле төп тел булып тора, илдә йәшәүселәрҙең күбеһе шул телдә һөйләшә. Илдең башлыса төньяҡ-көнсығышында, берберҙар араһында, зуар һәм нефус телдәре таралған. Джамахирия осоронда бербер телдәре төркөмө тйыу аҫтында була, әммә илдә власть алмашынғандан һуң да уларҙың хәле ныҡлы үҙгәргәне тойолмай . Илдең көньяҡ-көнбайышында, туарегтар араһында, тамашек теле киң ҡулланыла. Илдең көньяғында төйәкләнгән тубу ҡәбиләһе тедага телендә аралаша; тедага нил-сахара телдәр ғаиләһенә инә.

 
Мисураталағы мәсет

Ливия халҡының 97 проценты самаһы сөнни мосолмандарға ҡарай. Киренаикала сенусит йоғонтоһо көслө, илдең ҡалған өлөшөндә йәшәгән халыҡ норматив ислам динен тота. Ливияның мосолман динле халыҡтары араһында туарегтар айырым урын алып тора, улар ҡайһы бер милли үҙенсәлектәрҙе дини ҡанундарҙан өҫтөн ҡуя. Мәҫәлән, туарегтар мөхитендә күп ҡатынлылыҡ таралыу таба алмаған; ҡатын-ҡыҙҙары йөҙөн япмай [1].

Халыҡтың 3 проценты самаһы христианлыҡтың төрлө тармаҡтарына эйәрә (копттар, католиктар, протестанттар). Илдә граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә власть алмашынғас, христианлыҡты таратыу буйынса өгөт-нәсихәт алып барыу уголовный енәйәт һанала башлай.

Көнбайыш тибындағы белем биреү илгә беренсе итальян оккупацияһы осоронда үтеп инә башлай, әммә бойондороҡһоҙлоҡ алғас ҡына киң таралыу ала[2].

Муаммар Каддафи идара иткән осорҙа белем алыу бөтә кимәлдәрҙә лә түләүһеҙ була. Бының һөҙөмтәһендә ул идара иткән йылдарҙа илдә йәшәгән халыҡтың грамоталылыҡ кимәле 25 проценттан 95 процентҡа тиклем күтәрелә. Тулы мәктәп белеме алыу — 12 йыллыҡ, 9 йыллыҡ белем алыу мәжбүри булып тора .

Белем алыуҙың өсөнсө баҫҡысына профессиональ-техник һәм педагогия колледждары һәм дини уҡыу йорттары ҡарай.

Ливиялыларҙың сит илдә уҡыуы өсөн субсидия бирелә: уҡыу хаҡы ғына түләнеп ҡалмай, студенттар ай һайын йәшәү һәм торлаҡ ҡуртымлаған өсөн түләүгә $2300 стипендия ала.

2011 йылда Ливияла граждандар һуғышы башланғанға тиклем 10 университет һәм 14 ғилми-тикшеренеү үҙәге эшләй [3].

Илдең иң эре китапханалары - Триполиҙағы Дәүләт китапханаһы һәм Бенгазиҙағы Ливия университеты китапханаһы [4].

Яҡынса VII быуаттан Ливия әҙәбиәте ғәрәп әҙәбиәте йоғонтоһонда үҫә. XVI быуатта Ғосман империяһы составына ингәндән һу төбәк әҙәбиәте һүлпәнәйә. XVII-XVIII быуаттарҙа Омар бен әл-Фәрит һәм Әхмәт әл-Бәхлүли кеүек суфый шағирҙары билдәлелек ала. XVIII-XIX быуаттарҙа Әхмәт әш-Шәриф, Мостафа бен Зикри һәм Сөләймән әл-Баруни кеүек әҙиптәр үҫеп сыға. Итальян оккупацияһы осоронда Әхмәт Рафиҡ әл-Мәхдәүи, Ибраһимаәл-Уста Умар һәм әс-Сәйит Әхмәт Ганнаб ватансыллыҡ рухында ижад итә[4]. Бербер яҙыусыһы Сөләймән әл-Барони ҙа шул юҫыҡта яҙыша.

ХХ быуаттың 40-50-се йылдарында ливия әҙәбиәтендә проза, айырыуса новелла жанры ныҡлы үҫә. Был йүнәлештә Мостафа әл-Мисурати, Әбү Харрус, Ришат әл-Хуни, Мөхәммәт Афиф, Талиб ар-Рави, Заима Сөләймән әл-Баруни һәм башҡалар эшләй[5].

70-се йылдарҙан хәҙерге заман ливия романсыһы һәм новелласыһы Ибраһим әл-Куни киң танылыу ала. Уның айырыуса билдәле новеллалары — «Сираттан тыш намаҙ», «Сихырсы тормошонан юғалған факттар», «Бер йотом ҡан», романдары — «Ай тотолоу», «Алтын бөртөгө», «Ҡанһыраған таш» һәм башҡалар.

Һынлы сәнғәт

үҙгәртергә
 
Тадрарт-Акакус тауҙарындағы ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр

Ливияла Тадрарт-Акакус тау массивында ҡаяларға соҡоп төшөрөлгән неолит осоро рәсемдәре бар, уларҙа һунар һүрәтләнә. Беренсе рәсемдәр беҙҙең эраға тиклем 12 мең йыл элекке дәүергә ҡарай[6]. Иң боронғо петроглифтар буйволдарҙы, филдәрҙе, мөгөҙморондарҙы, һыу үгеҙҙәрен, жирафтарҙы сағылдыра. Яңыраҡ өлгөләр жирафтарҙы һәм дөйәғоштарҙы һынландыра, шулай уҡ төрлө йыртҡыстарҙың һәм үгеҙҙәрҙең һүрәттәре менән тулыландырыла. Был ҡатлам петроглифтары сифатлыраҡ һыҙмалы булып тора. Киләһе ҡатлам малсылыҡ осорона ҡарай. Ул осор ҡая һүрәттәрендә йорт малдары өҫтөнлөк итә (айырыуса үгеҙҙәр), ә ҡырағай хайуандар әҙ төшөрөлгән (антилопалар, жирафтар, дөйәғоштар), һунар итеү күренештәре лә ҙур урын алмай. Петроглифтарҙың бөтә төркөмдәрендә лә кеше рәсеме һирәк осрай, Тадрарт-Акакус ҡомартҡыларында ғына күберәк. Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ уртаһында еңел арбаларға егелгән аттар һәм башһыҙ кешеләр рәсемдәре осрай башлай .

Шулай уҡ финикий, боронғо грек, рим һәм византий сәнғәте өлгөләре һаҡланған.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Лептис-Магнала антик театр
 
Триполиҙың эш үҙәгендәге бейек биналар

Ливияның иң билдәле архитектура ҡомартҡыларының береһе тип Лептис-Магна тигән боронғо ҡала иҫәпләнә, уны беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта финикийҙар нигеҙләгән, бында рим осоро харабалары һаҡланған.

Сабратала һәм Киренала рим һәм византий осорҙары архитектураһы ҡомартҡылары һаҡланған. Атап әйткәндә, Сабратала Рим театры һәм мәжүси ҡорамдар харабалары, шулай уҡ VI быуаттың христиан сиркәүе урынлашҡан. Киренала ла дини һәм башҡа төрлө күп биналар һаҡланып ҡалған. Был ҡалаларҙың икеһе лә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.

Ғәрәптәр тарафынан баҫып алыныу Ливия архитектураһына бик ҙур йоғонто яһай. Мосолман осоронда илдә бик күп мәсеттәр һәм «мәҙинә ҡалалар» үҫеп сыға. Һуңғыһының сағыу миҫалы булып Гадамес иҫәпләнә.

Колониаль осорҙа ҡалаларҙа Европа кварталдары төҙөлә.

Бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан алып архитектура заманса төҫтә үҫә.

Ливияла традицион халыҡ музыкаһы өҫтөнлөк итә. Граждадахалыҡ музыкаһы фестивалдәре даими үткәрелеп тора. Труппалар сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй[7].

 
Традицион ливия десерты асида

Ливия аш-һыуында башлыса үҫемлек майҙары һәм күп төрлө тәмләткестәр ҡулланыла. Иң билдәле ризыҡ тип төбәккә хас булған кус-кус һанала. Шулай уҡ бойҙай ононан әҙерләнгән асида десерты менән дөгө, ит һәм йәшелсәнән бешерелгән рууз киң таралған . Ризыҡты ҡалаҡ-сәнске кеүек ҡоралдар ҡулланмайынса ҡул менән ашау ҡабул ителгән. Оҙон тәпәш өҫтәлдәр тирәләй аяҡты бөгәрләп ултырып ашайҙар.

Джамахирия осоронда илдә ҡоро закон хакимлыҡ итә.

Байрамдар

үҙгәртергә

Каддафи осоронда түбәндәге байрамдар дәүләт статусына эйә була[8]:

  • 1 сентябрь — Бөйөк Сентябрь революцияһы көнө (1969)
  • 2 март — Джамахирия иғлан иткән көн (1977)
  • 28 март — Инглиз хәрби базаларын эвакуациялаған көн (1970)
  • 11 июнь — Америка базаларын эвакуациялаған көн (1970)
  • 23 июль — Мысыр революцияһы йыллығы (1952)
  • 7 октябрь — итальян колонизаторҙарын ҡыуған көн (1970)

Яңы властар 23 октябрҙе илде Муамар Каддафиҙан «ҡотҡарыу» көнө тип иғлан итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Туареги / Вокруг света. 3 октября 2004. Дата обращения: 26 июнь 2012. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  2. Общество и Культура Ливии. Дата обращения: 18 апрель 2012. Архивировано 30 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 30 сентябрь архивланған.
  3. Война НАТО в Ливии: анализ, уроки. Дата обращения: 23 апрель 2012. Архивировано 17 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
  4. 4,0 4,1 [ Ливия (государство)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Д. И. Юсупов, В. Э. Шагаль. Ливийская литература. Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 1 июль 2013 года. 2013 йыл 1 июль архивланған.
  6. Rock-Art Sites of Tadrart Acacus
  7. Culture of Libya/ somalipress.com. Дата обращения: 12 июль 2012. Архивировано 25 июнь 2012 года. 2012 йыл 25 июнь архивланған.
  8. Ливия на www.tur116.ru. Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 31 июль 2012 года. 2012 йыл 31 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Асадуллин Ф.А. Очерк истории ливийской литературы XIX-XX вв. М., 1993.
  • Graziosi P., L'arte rupestre della Libia, Napoli, 1942; Schriffers H., Libyen und Sahara, Bonn, 1962.