Ле-Ман
Ле-Ман (фр. Le Mans [lə mɑ̃] , брет. ar Mañs , лат. Cenomanum, Suindinum) — Франциялағы ҡала, Сарта департаментының административ үҙәге. Халҡы — 141,4 мең кеше (2005); биҫтәләре менән бергә халҡы һаны буйынса илдә иң эре ете ҡаланың береһе.
Тарихи белешмәләр
үҙгәртергәҠалаға латинса Cenomanorum Civitas исемен уға уның боронғо халҡы, галдар-ценомандар биргән. Уларҙың ултырағынан III быуат гал-рим диуарҙары фрагменттары һаҡланып ҡалған. Шул ваҡыттарҙа беренсе епископ Ле-Мана, изге Жюльен (Юлиан) йәшәгән. Тап уға урта быуат Францияһының иң бейек ғибәҙәтханалары тип уйланылған урындағы собор арналған.
Урта быуаттарҙа Ле-Ман Мэн графлығының баш ҡалаһы булып хеҙмәт иткән, ул Генрих II Плантагенет (бында тыуған) һәм уның улдары ваҡытында инглиз тажы биләмәләре составына ингән (Анжуй империяһы). Йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында Ле-Ман бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә.
1871 йылдың ғинуарында Франция-пруссия һуғышы барышында Ле-Манда ҙур алыш була, француздар еңелә һәм Көнбайыш Францияны юғалта[14].
Халҡы
үҙгәртергә1800 йылдан алып 2008 йылға тиклем Ле-Ман халҡы һаны үҙгәреүе | |||||||||||||||
1800 | 1841 | 1876 | 1901 | 1911 | 1926 | 1936 | 1954 | 1946 | 1962 | 1968 | 1975 | 1990 | 1999 | 2008 | |
18 081 | 25 189 | 175 50 | 272 63 | 361 69 | 287 72 | 525 84 | 891 111 | 455 100 | 181 132 | 246 143 | 285 152 | 145 502 | 146 064 | 547 143 |
Климаты
үҙгәртергәЛе-Ман климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса температура, °C | 4,1 | 5,0 | 7,2 | 9,8 | 13,3 | 16,7 | 18,8 | 18,3 | 16,0 | 12,1 | 7,3 | 4,8 | 11,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 64,8 | 59,4 | 58,7 | 50,7 | 60,8 | 45,6 | 49,6 | 45,1 | 54,1 | 57,7 | 67,7 | 63,8 | 678,0 |
Сығанаҡ: http://climat.meteofrance.com/chgt_climat2/climat_france?CLIMAT_PORTLET.path=climatstation%2F72181001 |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәБаш ҡаланың иҫтәлекле урындарына урта быуаттың әлегә тиклем төҙөлөп бөтмәгән Изге Юлиан соборы инә, уның роман стилендәге нигеҙенә бер нисә ҡатлам готика һалынған. Ғибәҙәтхана айырыуса үҙенең витраждары менән данлыҡлы. Гал-рим диуары, готика ғибәҙәтханалары һәм ренессанс стилендәге айырым йорттар менән уратып алынған матур иҫке ҡала быяланан һәм бетондан төҙөлгән заманса төҙөлөштәр менән ҡырҡа контраслана. Ҡаланың иҫке ҡапҡалары янында цистериан Лепо аббатлығы урынлашҡан, уға 1229 йылда ире вафат булғандан һуң Ле-Манға йәшәргә килгән королева Беренгария нигеҙ һалған. Граф Мэн һарайы ныҡ үҙгәртелгән килеш һаҡланған.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Марк Дюваль (1530 (?)—1581) — гравер һәм француз рәссамы.
- Леон Болле (1 апрель 1870 йыл — 16 декабрь 1913 йыл) уйлап табыусы һәм сәнәғәтсе. Ле-Манда стадион Болле исемен йөрөтә.
- Себастьен Бурдэ (1979 йылдың 28 февралендә тыуған) — дүрт тапҡыр ChampCar чемпионы
Спорты
үҙгәртергәЛе-Ман ҡалаһы «Ле -Мандың 24 сәғәте» ярыштары арҡаһында билдәле, улар «Сарта» һәм «Бугатти» трассалары янында үткәрелә. Ҡала менән йәнәш ҙур боронғо автомобилдәр музейы эшләй. Автомобилдәрҙән тыш, 1953 йылдан Ле-Ман ҡалаһында халыҡ-ара велосипед ярыштары уҙғарыла. Француз футбол лигаһында ҡаланы «Ле-Ман» клубы күрһәтә.
Тарихи ваҡиғалары
үҙгәртергә1908 йылдың 8 августында Ле-Ман ипподромында ағалы-ҡустылы Райттарҙың беренсе рәсми күрһәтмә осоуы үткәрелә. Осоштар белгестәр яғынан да, шулай уҡ тамашасылар яғынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һәм Европала ағалы-ҡустылы Райттарҙың уңышына башланғыс бирә.
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Падерборн, Германия (1967)
- Болтон, Бөйөк Британия (1974)
- Кинтанар-де-ла-Орден, Испания (1980)
- Дондағы Ростов, Рәсәй (1981)
- Хауза, Көнбайыш Сахара (1982)
- Волос, Греция (1983)
- Судзука, Япония (1990)
- Сяньян, Ҡытай (2001)
Галереяһы
үҙгәртергә-
Ж.Беро. Ағалы-ҡустылы Райттарҙың бипланы осошо. Шәхси йыйылышы
-
Ле-Манда галлия-рим диуарҙары
-
Дондағы Ростовта тамға
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=31966
- ↑ http://cassini.ehess.fr/cassini/fr/html/fiche.php?select_resultat=31330
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 8,0 8,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ https://www.paderborn.de/rathaus-service/stadtportrait/109010100000055818.php
- ↑ http://old.rostov-gorod.ru/aboutrostov/citypartners/
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 12,0 12,1 Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 https://lannuaire.service-public.fr/pays-de-la-loire/sarthe/mairie-72181-01
- ↑ Ле-Ман // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.