Лепёшкин Алексей Ильич

Лепёшкин Алексей Ильич (23 февраль 1913 йыл — 19 февраль 1977 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961—1964 йылдарҙа «Советское государство и право» журналының баш мөхәррире. Юридик фәндәр докторы (1954), профессор (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Лепёшкин Алексей Ильич
Тыуған көнө

23 февраль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Вафат көнө

19 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (63 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Ильич Лепёшкин 1913 йылдың 23 февралендә тыуған; 1935 йылда Ленинград совет төҙөлөшө институтын (1-се Ленинград юридик институты) тамамлай, Икенсе донъя һуғышы алдынан, 1939 йылда, «1924 йылғы Конституцияны әҙерләү сығанаҡтары» темаһына диссертация яҡлай һәм «юридик фәндәр кандидаты» дәрәжәһен ала. Дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире була.

1954 йылда «Местные органы власти советского государства в первую фазу его развития» темаһын докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1961—1964 йылдарҙа «Советское государство и право» журналының баш мөхәррире. Артабан, 1972 йылдан алып 1977 йылға тиклем СССР Сит ил эштәре министрлығы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһы профессоры. Бер үк ваҡытта Совет сәйәси (дәүләт) фәндәре ассоциацияһының вице-президенты һәм СССР-ҙың ВАК эксперт комиссияһы ағзаһы, шулай уҡ — Сәйәси һәм фәнни белемдәрҙе таратыу йәмғиәтенең Мәскәү ҡала бүлегендә фәнни-методик советтың рәйесе вазифаһын биләй.

1977 йылдың 19 февралендә вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Алексей Лепешкин совет дәүләт хоҡуғының көнүҙәк мәсьәләләре менән шөғөлләнә; ул һигеҙ тиҫтәнән ашыу баҫма авторы һәм авторҙашы булып тора, уларҙың ҡайһы берҙәре сит илдәрҙә сығарылған һәм ҡайһы бер сит ил телдәренә тәржемә ителгән.

  • Местные органы власти Советского государства (1917—1920 гг.). — М.: Госюриздат, 1957.
  • Курс советского государственного права. В 2 томах. — М.: Государственное издательство юридической литературы, 1961.
  • Советы — власть трудящихся. 1917—1936. — М.: Юридическая литература, 1966.
  • Советы — власть народа (1936—1967 гг.). — М.: Юридическая литература, 1967.
  • Советский федерализм: (теория и практика). — М.: Юридическая литература, 1977.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Правоведение. — 1963. — № 1. — С. 160.

Һылтанмалар

үҙгәртергә