Леопард ере (милли парк)

«Леопард ере» (рус. «Земля́ леопа́рда») — 2012 йылдың 5 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Приморье крайында ойошторолған милли парк. Донъялағы иң һирәк ҙур бесәйҙең — алыҫ көнсығыш леопардының популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү — милли парктың төп маҡсаты булып тора. Рәсәйҙә барлығы 70 тирәһе алыҫ көнсығыш леопарды иҫәпләнә, бөгөнгө көндә уларҙың яртыһынан күберәге милли парк биләмәләрендә көн итә. Шулай уҡ бында Ҡыҙыл китапҡа ингән тағы бер бесәй — амур юлбарыҫы йәшәй.

«Леопард ере» милли паркы
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку!
Алыҫ көнсығыш леопарды — парктың төп һаҡлау объекты.
Алыҫ көнсығыш леопарды — парктың төп һаҡлау объекты.
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны80 мең га, «Кедровая Падь» ҡурсаулығы менән бергә — 279 913,652 га[1]
Нигеҙләнгән ваҡыты[[5 апрель 2012 йыл[2] йыл]] 
Идара итеүсе ойошма«Кедровая падь» дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы һәм «Леопард ере» милли паркының берләшкән дирекцияһы [1] 
Урынлашыуы
43°00′ с. ш. 131°25′ в. д.HGЯO

leopard-land.ru
Рәсәй
Точка
«Леопард ере» милли паркы
 Леопард ере Викимилектә

«Леопард ере» милли паркы составына «Кедровая падь» ҡурсаулығы, «Леопардовый» заказнигы территорияһы, һәм шулай уҡ Приморье крайының Хәсән һәм Надеждино райондарының, Уссурийск ҡала округының биләмәләрендә урынлашҡан[3].

2016 йылдың ноябрендә «Леопард ере» милли паркы экологик һуҡмаҡ асырға ниәтләй, уның буйлап туристар ирекле йөрөй аласаҡ[4].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

«Леопард ере» милли паркы территорияһы ҡатнаш урманлы Амур экологик регионының ҙур өлөшөн биләй. Регион Рәсәйҙең Кавказдан башҡа һуңғы боҙланыу менән ҡапланмаған берҙән бер төбәктәрҙең береһе, был флора һәм фаунаның күп төрлөлөгөн һаҡлауға булышлыҡ итә. Шунлыҡтан бында боронғо реликт үҫемлектәр үҫә, һәм шулай уҡ тропик фаунаның вәкилдәре көн итә. Милли парк территорияһында һөтимәрҙәрҙең 54 төрө, ҡоштарҙың 184 төрө, ер-һыу хайуандарының 7 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 8 төрө, балыҡтарҙың 12 төрө, үҫемлектәрҙең 940 төрө, сөсө һыу ылымыҡтарының 283 төрө, лишайниктарҙың 251 төрө, мохтарҙың 179 төрө һәм бәшмәктәрҙең 1914 төрө тасуирланған.

Хәҙерге ваҡытта яҡынса 40 һирәк һәм юғалып барған төрҙәрҙе һаҡлау өсөн кисектерһегеҙ саралар ҡабул итеүҙе талап итә. Юлбарыҫтар һәм леопардтарҙан башҡа был урындарҙа гималай айыуы, һоро айыу, таплы болан, себер ҡоралайы, кабарга, горал, ҡырағай ҡабан, һеләүһен, алыҫ көнсығыш урман бесәйе, төлкө, бурһыҡ, росомаха, терпе, ярғанаттар, манчжур ҡуяны, тейен һ.б. көн итә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Структура // Официальный сайт ФГБУ «Земля леопарда»
  2. История // Официальный сайт ФГБУ «Земля леопарда»
  3. Физико-географические характеристики 2016 йыл 15 март архивланған. // Официальный сайт ФГБУ «Земля леопарда»
  4. В нацпарке "Земля леопарда" откроют первую экотропу для свободного посещения туристами
  5. Биоразнообразие 2016 йыл 24 июль архивланған. // Официальный сайт ФГБУ «Земля леопарда»

Һылтанмалар

үҙгәртергә