Ленинград оборонаһы һәм блокадаһы дәүләт мемориаль музейы

Ленинград оборонаһы һәм блокадаһы дәүләт мемориаль музейы — Санкт-Петербургта Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград өсөн алышҡа һәм Ленинград блокадаһына бағышланған музей. Тоҙ ҡаласығы биналары комплексы составына инә, Тоҙ тыҡырығы, 9 адресы буйынса урынлашҡан Шулай уҡ музей Ладога күленең көнбайыш ярындағы блокадалағы Йәшәү юлында филиалға эйә — Ленинград өлкәһе>нең Коккорево ауылында айырым экспозицияһы урынлашҡан.

Ленинград оборонаһы һәм блокадаһы дәүләт мемориаль музейы
Нигеҙләү датаһы 1944
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт blokadamus.ru
Карта
 Ленинград оборонаһы һәм блокадаһы дәүләт мемориаль музейы Викимилектә

Музей һуғыштан һуң, 1946 йылда Ленинград фронтының Хәрби советы бойороғо буйынса 1943 йылда ҡамау өҙөлгәндән һуң йыйылған трофей немец ҡоралы нигеҙендә асыла. Күргәҙмә һуғыш йылында, 1944 йылда Кустар музейына бирелгән бинала асыла. 1944 йылдан һуң тағы биналарҙы ваҡытында бөтөрөү, ҡасандыр һөнәрселек музейына бирелә.

1952 йылда хәрби ваҡыттағы «Ленинград эше» буйынса ҡала етәкселегенә ҡаршы Сталин репрессияларына бәйле, йәнәһе лә музей ҡаланың яҙмышын һәм уның етәкселегенең айырым ролен лайыҡһыҙ һыҙыҡ өҫтөнә ала, музей ябыла.

Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда, Стлаин репрессиялары ҡорбандарын аҡлау ваҡытында 1989 йылда музей ҡабаттан эшләй башлай, әммә уның күләме бәләкәйләтелә. Бинаның ҙур өлөшөн Оборона министрлығының ғилми-тикшеренеү институты алып тора.

2018 йылда музей экспозицияһы реконструкцияға ябыла, ул 2019 йылда тамамлана[1]; уның барышында төп экспозицияны Смольный районындағы яңы бинаға, ә иҫкеһендә музей тарихына арналған күргәҙмәне ҡалдырыу планлаштырыла, әммә 2018 йылдың декабрендә яңы ҡала башлығы А. Д. Беглов губернаторы Г. С. Полтавченко ваҡытында шул уҡ йылдың сентябрендә яңы музей комплексы өсөн проект-тикшереү эштәрен туҡтата. 2019 йылда үҙенең Санкт-Петербургҡа визиты ваҡытында А. Д. Бегловтың Тоҙ ҡаласығы бинаһында урынлашҡан музейҙы ҡалдырыуҙы һәм Оборона министрлығы ғилми-тикшеренеү институты иҫәбенә киңәйтеү тәҡдимен хуплай. А. Д. Беглов Рәсәйҙең музейҙар союзы президенты, Дәүләт Эрмитажы директоры М. Б. Пиотровскийҙың Ҡаланы обороналау музейының ҡала буйынса, шул иҫәптән блокада көндәрендә эшләгән һәм беҙҙең көндәргәсә һаҡланған предприятиеларҙа яңы филиалдарын булдырыу инициативаһын хуплай[2].

Беренсе музей (1944—1952)

үҙгәртергә
  Тышҡы медиафайлдар
 
Таня Савичеваның көндәлек биттәре

Хәҙер музей урынлашҡан бина Тоҙ ҡаласығының тарихи биналары комплексы составына инә. Ул 1901—1903 йылдарҙа архитектор Петр Трифанов проекты буйынса төҙөлгән элекке Һөнәрселек музейы бинаһы. Музей башта хәҙергеһенә ҡарағанда ҙурыраҡ майҙанды биләй, әлеге бинанан тыш, Гангутский урамы, 1 һәм Фонтанка йылғаһының яр буйы, 10 адрестары буйынса күрше ике бинала урынлашҡан була.

Музейға нигеҙ һалған «Ленинградты ҡаһармандарса яҡлау» күргәҙмәһен ойоштороу тураһында ҡарар, Ленинград блокадаһы тамамланғанға тиклем — 1943 йылдың декабрендә, Ленинград фронтының Хәрби советында ҡабул ителә. 1944 йылдың ғинуарында күргәҙмә ойоштороу буйынса эш башлана. Уның баш рәссамы Николай Суетин була. Ул Ленинградта блокаданың башынан аҙағынаса йәшәй, ә күргәҙмәнең концептуаль өлөшөн Ленинград өсөн һуғышта ҡатнашҡан тарихсы, һуңынан күргәҙмә һәм музей директоры булған Лев Раков етәкләй. Экспозицияның ҙур өлөшөн В. В. Пакулин эштәре тәшкил итә[3].

Еоллекция өсөн предметтар йыйыуҙа Ленинград халҡы ҡатнаша, шәхси әйберҙәрен йәки ҡала емереклектәрен таҙартыуҙа табылған әйберҙәре музейға тапшыра. 1944 йылдың 30 апрелендә Ленинград фронтының командующийы, маршал Леонид Говоров ҡатнашлығында күргәҙмә асыла. Күргәҙмә эшенең беренсе ярты йылында уны 500 мең самаһы кеше ҡарай. 1945 йылдың авгусында унда маршал Георгий Жуков һәм америка генералы Дуайт Эйзенхауэр була.

Күргәҙмәлә ун меңгә яҡын экспонат иҫәпләнә, уларҙың яҡынса биш меңе ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре була. Айырыуса сағыу, күптәр билдәләгән экспонаттар ҙа була: мәҫәлән, Таня Савичеваның көндәлеге. Һуңынан ул Ленинград блокадаһы символдарының береһенә әүерелә. Йәки тишелгән немец каскаларынан төҙөлгән, Василий Верещагиндың «Һуғыш апофеозы» картинаһына нигеҙ булған һигеҙ метрлыҡ пирамида[4][5].

1945 йылдың 5 октябрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы күргәҙмәне Ленинградты обороналау музейы итеп реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул итә.

1946 йылда музейҙға 350 мең кеше килә, шуларҙың 3 меңе — сит ил кешеһе. 1948 йылдың уртаһына музей менән танышыусылар һаны 1 миллион 350 мең кешегә етә. 1950 йылға музей кеше иң күп йөрөүсе Ленинград объекттарының береһенә әүерелә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Музей обороны и блокады Ленинграда 2020 йыл 11 апрель архивланған.
  2. Ольга Штраус (Санкт-Петербург) Город и его память. В Петербурге появится сеть филиалов Музея блокады (Русский) // Российская газета-Неделя Северо-Запад : Заметка. — 2019. — № 79 (7837).
  3. Блокадный дневник, СПб: Государственный музей истории Петербурга, 2005. С. 120
  4. Анастасия Лотарева. Меняю рояль на 200 грамм хлеба. Такие дела (26 ғинуар 2018). Дата обращения: 27 июнь 2018.
  5. 5,0 5,1 А. А. Шишкин, Н. П. Добротворский. Государственный мемориальный музей обороны и блокады Ленинграда // История Петербурга. — 2004. — № 1 (17). — С. 72—78.

Һылтанмалар

үҙгәртергә