Лежа лигаһы (алб. Besëlidhja e Lezhës) — 1444—1451 йылдарҙа албан кенәздәренең хәрби-сәйәси берләшмәһе. Ғосман империяһына ҡаршы көрәшеү өсөн Скандербегтың инициативаһы буйынса Лежа ҡалаһында нигеҙләнгән.

Лежа лигаһы
алб. Besëlidhja e Lezhës йәки алб. Lidhja e Lezhës
Лежа лигаһы гербы
Лежа лигаһы гербы

Лежа лигаһы һәм уның күршеләре
Лежа лигаһы һәм уның күршеләре

Баш ҡала

Лежа

Телдәр

албан

Дин

католицизм, православие

 Лежа лигаһы Викимилектә

Лежа лигаһының үҙ аҡса фонды булған, ул лига ағзалары феодалдарының аҡсаларынан һәм Дураццола (Дуррес) тоҙ табыуҙан килгән килемдең бер өлөшөнән торған. Армия феодал отрядтарынан торған, уларҙың башлығы итеп Кастриоти кенәзлегенең хакимы Скандербег һайланған.

1451 йылда Лежа лигаһы тарҡалған. Сәбәптәрҙең береһе — кенәздәрҙең Скандербег власының көсәйеүе менән ризаһыҙлығы, феодаль үҙаллылыҡты юғалтыуҙан ҡурҡыу. 1468 Скандербег тарафынан яңынан берләшеүҙе тормошҡа ашырыуға уның үлеме ҡамасаулған.

Тәүтарихы

үҙгәртергә

1355 йылда Сербия короле Стефан Урош IV Душан вафат булғандан һуң, албандарҙың иң эре аҡһөйәктәре үҙ кенәзлектәрен ойоштора башлағандар. Ғосман империяһы Албанияға ингәндә улар үҙ-ара дошманлашҡан бәләкәй һәм тарҡалған кенәзлектәргә юлыҡҡан. Ғосмандарға тәүгеләрҙән булып 1379—1385 йылдарҙа Зета хакимы Балша II ҡаршылыҡ күрһәтергә баҙнат иткән. 1385 йылдың сентябрендә Савр янындағы алышта ҡосман төрөктәре Балшаның ғәскәрен тар-мар иткән, кенәз үҙе алышта һәләк булған.

XV быуатта Ғосман империяһы Балҡан ярымутрауында урындағы христиан хакимдары яғынан әллә ни ҙур ҡаршылыҡһыҙ нығынған. Христиан хакимдарының күбеһе үҙ-ара һуғышҡандар һәм ғосман төрөктәре яғынан хәүеф янағанын күрмәгәндәр. Власть өсөн көрәштә еңеү яулаған ғосман солтаны Мәхмәт I Балҡан дәүләттәренә, шул иҫәптән албан кенәзлектәренә һөжүм итеүҙәрҙе яңынан башлаған. Ғосмандар Топиа нәҫеленән Куряны (1415), Музаки нәҫеленән Бератты (1417), Балшаның тол ҡатынынан Влераны һәм Канинаны (1417) һәм Зенебиша нәҫеленән Гирокастраны (1418) яулап алғандар. Ғосман империяһы һәм Венеция республикаһы ҡыҫымы аҫтында албан кенәздәре тулҡынлана башлаған.

Урындағы халыҡ үҙ кенәздәре етәкселегендә ғосман оккупацияһына ҡаршы бер нисә тапҡыр ихтилалдар күтәргән. Улар араһында иң билдәделәре — Гьон Кастриоти (1429—1430) һәм Георгий Арианити (1432—1435) ихтилалдары.

1443 йылдың ноябрендә Кастриоти кенәзлегенең башлығы Скандербег Круя ҡәлғәһен яулаған һәм үҙенең солтандан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән. Скандербег албан халҡының Ғосман империяһы хакимлығына ҡаршы ҡораллы көрәшен етәкләгән.

Лиганы төҙөү

үҙгәртергә

Скандербегтың эшмәкәрлеге үҙәк һәм төньяҡ Албанияла азатлыҡ ихтилалы башланыуына этәргес биргән. Скандербег ғосман төрөктәренә ҡаршы көрәшеү маҡсатында айырым албан ырыуҙарының кеше һәм матди ресурстарын берләштереү өсөн барлыҡ көсөн һалған. Ошо маҡсатында 1444 йылдың 2 мартында Лежа ҡалаһында (Венеция республикаһы составында булған) ул албан кенәздәренең съезын ойошторған, бында Арианити, Дукадьи, Топиа, Мукаки ырыуҙарының вәкилдәре, шулай уҡ бейек тауҙарҙағы ирекле албан ҡәбиләләренең лидерҙары ҡатнашҡан. Кенәздәрҙең үҙ-ара бәхәстәренә ҡарамаҫтан, хәрби-сәйәси берләшмә төҙөлгән, ул «Лежа лигаһы» исеме аҫтында тарихҡа ингән.

Лежа лигаһын нигеҙләүселәре араһында артабанғы кенәздәр булған:

  • Лека Захария, Сати һәм Даньоның хакимы, шулай уҡ уның вассалдары Пал һәм Николай Дукаджини
  • Пётр Спани, Дриваст хакимы
  • Лека Душмани, Пулт хакимы
  • Георгий Стреши Балшич, Иван һәм Гойко Балшичтар, Мисия хакимдары
  • Андрей Топия, Скурия хакимы һә уның туғаны Тануш Топия
  • Георгий Арианити
  • Теодор Корона Музаки
  • Стефан Черноевич, Үрге Зета хакимы, өс улы менән: Иван, Андрей һәм Божидар

Георгий Кастриоти (Скандербег) Лежа лигаһының лидеры һәм 8 мең яугирҙан торған ҡораллы көстәрҙең баш командующие итеп һайланған.

Лежа Лигаһы Албанияның бойондороҡһоҙ хакимдары федерацияһы булып торған. Кенәздәр дөйөм тышҡы сәйәсәт артынан барырға һәм бергәләп үҙ бойондороҡһоҙлоғон тоторға тейеш булған. Әлбиттә был хәрби сығымдарҙы ҡаплау өсөн коллектив бюджетты талап иткән һәм һәр бер ырыуы Лежа лигаһының дөйөм фондына үҙ өлөшөн индергән.

Шул уҡ ваҡытта һәр бер албан ырыуы үҙ ерҙәренә хужа булыуын дауам иткән, үҙ шәхси уделдарында эске мәсьәләләрҙе сискәндә автономияны һаҡлаған. Лиганы ойоштороу һәм уның йәшәүе берҙәм Албания дәүләтен төҙөлөүенә ынтылыш булып киткән.

1450 йылда албан аҡһөйәктәре Пётр Спани, Георгий Душмани, Георгий Арианити һәм Лека Дукаджини Лежа лигаһы составынан сыҡҡандар. Дукаджини (Дукадьини) нәҫеле ғосман төрөктәре менән солох төҙөгән һәм Скандербегҡа ҡаршы көрәш башлаған. Албания тарихы буйынса белгес Роберт Элси буйынса, Георгий Арианити Скандербегтың көнәркәше була һәм 1459 йылда уның менән союзды өҙгән.

Уңыштары

үҙгәртергә

25 йыл дауамында 1443 йылдан 1468 йылға тиклем Скандербег 10-меңлек албан ғәскәре башнда ғосман төрөктәре өҫтөндә бер нисә ҙур еңеүҙәргә өлгәшә. Ғосман империяһы менән дошманлашҡан Венгрия, Неаполь һәм Венецияның хакимдары Скандербегҡа финанс ярҙамы күрһәткән. 1450 йылдың 14 майында ғосман ғәскәре Кастриоти кенәзлегенең баш ҡалаһы Круя ҡәлғәһен ҡамаған һәм уңышһыҙ штурмлаған. Әммә төрөктәр ҡәлғәне ала алмаған һәм сигенергә мәжбүр булған. 1466 йылдың июнендә 150-меңлек армия башында ғосман солтаны Мәхмәт II Фәтих Круяны ҡамаған, әммә уны штурм менән ала алмаған.

Лиганың тарҡалыуы

үҙгәртергә

Лежа лигаһының рәсми бөтөрөлөү датаһы билдәһеҙ булһа ла, ул үҙенең барлыҡҡа килеүенән алып әкренләп тарҡала башлаған. Күп кенә албан аҡһөйәктәре Скандербег власының көсәйеүенән ҡәнәғәт булмағандар һәм лига составынан сыға башлаған. 1450 йылға ҡарай тик Кастриоти һәм Арианити кенәзлектәренең көстәре ғосман төрөктәренә ҡаршы көрәште дауам иткән. Скандербег 1468 йылда вафат булғандан һуң ғосман солтаны Мәхмәт Фәтих бөтә Албанияны баҫып алған, әммә Скандербегтың үлеме бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең аҙағы булмаған. Албандар ғосман төрөктәре менән 1478—1479 йылдарҙа Шкодерҙы ҡамауға тиклем көрәшкән. 1479 йылда Венеция республикаһы Ғосман империяһы менән тыныслыҡ килешеүе төҙөү һәм төрөктәргә Шкодерҙы тапшырған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә