Ле́ка III Дукаджи́ни[1] (алб. Lekë Dukagjini; 1410, Печ1481) — 1446—1481 йылдарҙа Дукаджини кенәзлегендә хакимлыҡ иткән албан кенәзе[2]. Албан ғәҙәти хоҡуғы кодификаторы. Албанияның иң хөрмәтле тарихи эшмәкәрҙәренең береһе.

Ле́ка III Дукаджи́ни
алб. Lekë Dukagjini
Ле́ка III Дукаджи́ни
Дукаджини кенәзе
1446 — 1479
Алдан килеүсе: Пал Дукаджини
Дауамсы: Ғосман Албанияһы
 
Дине: Христианлыҡ
Тыуған: 1410({{padleft:1410|4|0}})
Печ
Үлгән: 1481({{padleft:1481|4|0}})
Нәҫел: Дукаджини
Атаһы: Пал Дукаджини

Биографияһы

үҙгәртергә

Лека Дукаджини — Коджи Захария прониары. 1446 йылда атаһы Пала Дукаджини вафат булғандан һуң Дукаджини фисының (кланының) биләмәләрен мираҫ итеп ала. Teoдора Музакиға өйләнә. Кенәз Скандербег етәкселегендә ғосман төрөктәренә ҡаршы уңышлы һуғышҡан.

1445 йылда барлыҡ (йәки барлыҡ тиерлек) албан кенәздәре Скандербегтың Топий Музакиға кейәүгә сыҡҡан кесе һеңлеһе Мамикиҙың туйына саҡырылған. Туй тантанаһынан һуң Лека Дукаджини үҙе артынан Задрима кенәзе Лека Душманиҙың берҙән-бер балаһы һәм вариҫы Ирена Душманиға кейәүгә сығыуҙы һораған. Был тәҡдимде ишетеп ҡалған Даньо өлкәһенең хакимы Лека Захария (ул Ирена Душманиға үҙе өйләнергә ниәтләгән) Лека Дукаджини менән алышҡа ингән. Һөҙөмтәлә Лека Дукаджини ҡаты йәрәхәт алған. 1447 йылда үс итеп ул Лека Захарияны ҡамай һәм үлтерә. Лека Захария үлгәндән һуң уның кенәзлеге вариҫһыҙ ҡала, шунлыҡтан кенәздең әсәһе уның Даньо замогы үҙәге менән доменын венециялыларға тапшырған. Скандербег Даньоны яулап алырға маташҡас, 1447—1448 йылдарҙа албан-венеция һуғышы булған.

1451 йылдың мартында Лека Дукаджини һәм Божидар Душмани венециялаларҙың Дриваст ҡәлғәһенә һөжүм итергә ниәтләй. Уларҙың ниәте асылғас Божидар Душмани үҙ биләмәләрен ташлап китергә мәжбүр булған.

1459 йылда Скандербег ғосман төрөктәренән Сати ҡәлғәһен яулап алған һәм үҙенең Италияға экспедицияһы (бында ул Неаполь короле Фердинанд I хәрби ярҙам итергә тейеш булған) алдынан венециялылар менән йылы мөнәсәбәттәр урынлаштырыр өсөн ҡәлғәне Венеция Республикаһына тапшырған. Быға Лека Дукаджини ҡәтғи ҡаршы булған, шунлыҡтан венециялылар Сатиға килгәнгә ҡәҙәр Скандербег замокты һәм уның тирәһен биләп торооға мәжбүр була.

Скандербег үлгәндән һуң 1479 йылға тиклем Лека Дукаджини албан халҡының төрөк хакимлығына ҡаршы азатлыҡ көрәшенә етәкселек иткән.

Уның исеме буйынса аталған бөтә албандар өсөн «Лека Дукаджини ҡануны» арҡаһында Лека III киң билдәле. «Лека Дукаджини ҡануны» — ҡағиҙәләр теҙмәһе, албандарға патриархаль йәмғиәттә йәшәргә, шул иҫәптән фистар (кландар) араһында ҡанлы үс алыуҙарҙы уҙғарыуға хоҡуҡ биреүсе үҙенсәлекле закон. XX быуатта Штефан Гечови «Лека Дукаджини ҡануны» тәнҡитле тикшереү эше менән күп шөғөлләнә.

Дукаджини закондары әлеге ваҡытта ла фис (клан) туғанлығы менән йәшәгә албандар тарафынан хуплана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В фильме «Великий воин Албании Скандербег» (Мосфильм, 1953) используется транскрипция «Лек Дукадин».
  2. Һуңыраҡ Дукаджини кенәзлеге Ғосман империяһы составына кергән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә