Латвияның тарихи-мәҙәни өлкәләре

Латвияның тарихи-мәҙәни өлкәләре (латыш. kultūrvēsturiskie novadi) — Латвия Республикаһы территорияһының тарихи һәм мәҙәни өлөштәре.

Латвияның тарихи-мәҙәни өлкәләре
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Латвияның тарихи-мәҙәни өлкәләре

Сатверсме — Латвия Республикаһы Конституцияһының беренсе бүлегенә ярашлы, халыҡ-ара договорҙар менән урынлаштырылған сиктәрҙәге Латвия дәүләте территорияһын артабанғы өлкәләр тәшкил итә: үҙәктә Видземе, көньяҡ-көнсығышта Латгалия (Латгале), көнбайышта Курземе һәм көньяҡта Земгале[1][2].

Бынан тыш Земгаленың көньяҡ-көнсығыш өлөшөнән һәм Латгаленән көньяҡ-көнбайыш өлөшөнән традицион рәүештә бишенсе өлкәне — Селияны айыралар.

Курземе (Курляндия тарихи өлкәһе) — Латвияның көнбайышында урынлашҡан. 2009 йылғы административ реформаға тиклем өлкә Лиепая, Кулдига, Талса, Салдус һәм Вентспилс райондарынан торған. Реформанан һуң республика бойондороғындағы ике ҡаланы — Вентспилс һәм Лиепаяны, һәм шулай уҡ Айзпут, Алсунга, Броцен, Вайнёд, Вентспилс, Дундаге, Дурбе, Гробин, Кандава, Кулдига, Ниц, Павилосте, Приекуле, Рой, Руцаве, Салдус, Скрунд һәм Талса крайҙарын үҙ эсенә индерә.

Земгале (Земгалия) — Латвияның үҙәк өлөшө. Төньяҡта Рига ҡултығы (Балтик диңгеҙе) һыуҙары менән йыуыла, көнсығышта Даугава йылғаһы һәм көньяҡта Литваның сиге менән билдәләнә. 2009 йылғы административ реформаға тиклем өлкә Баус, Добель, Елгава һәм Тукуме райондарынан, шулай уҡ Даугава йылғаһынан көньяҡҡа табан урынлашҡан өлөшләтә Айзкраукле, Даугавпилс, Огра һәм Рига райондарынан торған. Реформанан һуң Елгава ҡалаһын, Балдон, Баус, Вецумниеке, Добель, Елгава, Иецава, Озолниеке, Рундале, Тервет, Тукуме, Энгуре һәм Яунпилс крайҙарын үҙ эсенә индерә.

Видземе — ҡасандыр Ливонияның бер өлөшө булған. 2009 йылғы административ реформаға тиклем өлкә Алукснене, Валмиере, Цесис, Гулбе, Лимбаж, Мадон, Валк райондарынан һәм шулай уҡ Даугава йылғаһынан төньяҡҡа табан урынлашҡан өлөшләтә Айзкраукле, Даугавпилс, Огра һәм Рига райондарынан торған. Реформанан һуң Айзкраукле, Алое, Алуксне, Амате, Апе, Адаж, Бабит, Беверине, Буртниеке, Валк, Вецпиебалга, Гаркале, Гулбене, Икшкиле, Инчукале, Кокне, Коце, Кримулде, Кегуме, Кекава, Лиелварде, Лигатне, Лимбаж, Лубане, Мадон, Малпилс, Марупе, Мазсалац, Огра, Олайна, Паргау, Пляви, Приекуле, Рауна, Ропаж, Руйиене, Салацгриве, Саласпилс, Саулкраст, Сея, Сигулда, Скривере, Смилте, Стопе, Стренче, Царникаве, Цесис, Цесвайне, Эргле, Яунпиебалга крайҙарын үҙ эсенә индерә.

Латгале (Латгалия) — Латвияның өүкөнсығыш өлөшө. 2009 йылғы административ реформаға тиклем өлкә Балва, Краславе, Лудзе, Прейле, Резекне райондарынан һәм шулай уҡ Даугава йылғаһынан төньяҡҡа табан урынлашҡан өлөшләтә Даугавпилс һәм Екабпилс райондарынан. Реформанан һуң республика бойондороғындағы ике ҡаланы — Даугавпилс, Екабпилс һәм Резекне; шулай уҡ Аглоне, Балтинаве, Балва, Варакляне, Варкаве, Виляки, Виляне, Дагда, Зилупе, Карсаве, Краславе, Крустпилс, Ливане, Лудзе, Прейле, Резекне, Риебе, Ругая, Цибле крайҙарын һәм Даугавпил крайының өлөшөн үҙ эсенә индерә.

Селия — ҡайһы саҡта айырым бишенсе өлкәгә бүленә — Земгаленың бер өлөшө булараҡ ҡарала һәм уның көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә ала. 2009 йылғы административ реформаға тиклем өлкә Даугава йылғаһынан көньяҡҡа табан урынлашҡан Айзкраукле, Даугавпилс һәм Екабпилс райондарынан торған. Реформанан һуң Даугавпилс ҡалаһының һул яҡ яр буйын, Акнисте, Виесте, Екабпилс, Илуксте, Нерете, Салса, Яунелгава крайҙарын һәм шулай уҡ Даугавпилс һәм Краславе крайҙарының өлөштәрен үҙ эсенә индерә.

Ҡайһы саҡта Курляндия һәм Земгалияны бер регион булараҡ ҡарайҙар, сөнки улар оҙаҡ ваҡыт бергә Курляндия герцоглығы, ә артабан Рәсәй империяһының Курляндия губернаһы составынада булғандар. Был Латвия Республикаһының Дәүләт Гербында һүрәтләнгән, бында өс йондоҙ Латвияға берләшкән Курляндияны (Земгалия һәм Селия менән бергә), Видземе һәм Латгалияны символлаштыра. Ошондай уҡ символика Латвиның төп монументы — Ригалағы Азатлыҡ һәйкәлендә ҡулланылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә